Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле композитор һәм йырҙар авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөфтәдин Ғиләжевтың музейы асылды. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.
Проект «Атайсал» хәйриә проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Был башланғыс менән ауыл биләмәһе депутаты Ришат Имаев сығыш яһағайны.
Уны асыу тантанаһына абруйлы ҡунаҡтар — Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, композиторҙың тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғиләжева килде. Концертта композиторҙың йырҙары яңғыраны.
Музейҙағы экспозиция бик бай: композиторҙың ижады хаҡында ҡыҙыҡлы документтар, көнкүреш һәм шәхси әйберҙәр, хаттар, фотоһүрәттәр.
Мөфтәдин Ғиләжев — 300-ҙән ашыу популяр йыр һәм романс авторы. Риф Мифтахов һүҙҙәренә «Сарманай», «Әлдә дуҫтар бар әле», «Һағындыра тыуған яҡ», Роберт Миңнуллин шиғырына «Әрем еҫе, әрем тәме», үҙе яҙған «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Минең ҡәҙерлеләрем» йырҙары киң билдәле. Уның әҫәрҙәре башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең алтын фондына ингән.
Фото:социаль селтәрҙәр.