7-10 сентябрҙә республикала Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арналған саралар уҙа. Байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Милли кейем көнө барышында республикала байтаҡ сағыу һәм ҙур саралар ҡаралған. Сараның төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.
Байрам саралары 7 сентябрҙә Бәләбәй районының Цветаева исемендәге әҙәби тарихи-мәҙәни үҙәгендә старт ала. “Әҙәби ҡунаҡхана”ла рус милли кейеменең тарихын тикшерергә саҡыралар.
9 сентябрҙә Өфөнөң Якутов исемендәге паркында “Милли кейем байрамы” ойошторола. Сарала Башҡортостандың бөтә тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡатнаша.
Тамашасылар иғтибарына милли кейемдәр күрһәтеү һәм халыҡ оҫталарының эштәре күргәҙмәһе, шулай уҡ ижади коллективтарҙың, профессиональ артистарҙың һәм һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың концерты тәҡдим ителә.
Республика халыҡ ижады үҙәге “Музыкаль этномозаика” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн милли кейемдә килеш халыҡ музыка ҡоралдарында берәй композиция башҡарырға кәрәк. Ваҡыты 2-3 минут самаһы булырға тейеш. Видеороликты социаль селтәрҙәрҙә (Vkontakte, “Одноклассники” һәм Telegram) түбәндәге хештэгтар менән баҫтырырға кәрәк: #ДеньНациональногоКостюма #МиллиКейем2022.
Милли кейем көнөн Башҡортостандан ситтә лә байрам итәләр. 7-11 сентябрҙә Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ХМАО-Югралағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге онлайн саралар – “Милли кейемдә фото” күргәҙмәһен һәм “Мин милли кейемдә” флешмобын уҙғара. 9 сентябрҙә Ҡырым Республикаһының Белогорский районында “Ҡыҙыл яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге “Милли кейем көнө” акцияһы үткәрә.
Муниципалитеттарҙа ла саралар программаһы ҡаралған. Республиканың төрлө мөйөштәрендә милли кейемдәр күргәҙмәһе, ошо темаға флешмоб, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, башҡорт түшелдеректәре эшләү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион күлдәктәрен бесеү һәм тегеү, тамбур сигеүе буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар ойошторола.