Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
18 Ноябрь 2022, 18:20

Рим Хәсәнов призына актер йыры конкурсы уҙғарыла

Һеҙ был конкурста ниндәй актерҙы күрергә теләр инегеҙ? 

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Ҡышҡы романс» республика актер йыры конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Конкурс Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов призына уҙғарыла.

Еңеүселәрҙе приздар, бүләктәр һәм аҡсалата гранттар көтә, тип хәбәр итә дәүләт концерт залының матбуғат хеҙмәте. Конкурста ҡатнашыу өсөн композитор Рим Хәсәнов спектаклдәренең репертуарынан йырҙар яҙҙырылған видеофайлдар ебәрергә кәрәк. Анкета 2022 йылдың 1 декабренә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

Жюри конкурстың икенсе этабына 20 ҡатнашыусыны һайлап ала. Икенсе этап һәм бүләкләү тантанаһы 12 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, шунда уҡ конкурс еңеүселәре иғлан ителә.

Фото: рдкблаговар.рф

Рим Хәсәнов призына актер йыры конкурсы уҙғарыла
Рим Хәсәнов призына актер йыры конкурсы уҙғарыла
Автор:
Читайте нас: