“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән фестивалдә 17 йәштәр студент һәм 22 балалар театр ҡатнашты.
Коронавирус пандемияһы арҡаһында сара онлайн ойошторолдо.
Йәштәр театрҙары араһында гран-приға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” студент халыҡ театры (режиссеры – Илнур Лоҡманов) лайыҡ булды.
Балалар театрҙары араһында беренселекте Белорет ҡалаһының “Надежда “Д” өлгөлө театр-студияһы (режиссеры – Юлия Жерякова) алды.