Киношаршамбы!
Ҡәҙерле дуҫтар! Һәр шаршамбы башҡалабыҙҙа урынлашҡан "Родина" кинотеатрына ике кешелек VIP билеттар уйнатабыҙ. Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан кинематографистар союзы һәм "Шоңҡар" журналы. Шулай итеп, Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаеванан һорау.
"Әлеге көндәрҙә республика кинотеатрҙарында гөрләп "Өс таған" фильмы бара. Режиссер Айнур Асҡаров һәм уның ижади командаһы беҙҙе Мостай Кәримдең балалар повесы буйынса
мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡырҙы! Был, һис шикһеҙ, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте өсөн ҙур ваҡиға. Һорау - Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса тағы нисә нәфис фильм төшөрөлдө? Режиссерҙарын да билдәләп китергә онотмағыҙ!"