Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт ҡиссаһы
2 Июль 2019, 19:09

“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам!”

…Утыҙ йыл элек Матбуғат йортонда тап булыша улар. Йәш шағирә Тамара Искәндәрова, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетын тамамлап, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләп йөрөй. Ҡыйыу фекерле әҫәрҙәре менән үҙен поэзия өлкәһендә танытырға өлгөргән Ырымбур егете Хисмәтулла Юлдашев иһә Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Шиғырҙар йыйынтығын сығарыу хәстәре уны шул йәйҙә Өфөгә алып килә.


“Яратырға

уны яраймы?” – тип

Һораным

мин күктән,

“Һорауҙарың

инде һуңлаған, – ти –

Һөйәһең

һин күптән”.

Салҡан

ятып йөҙҙөм тулҡындарҙа,

Мин,

ҡояш – күҙгә-күҙ.

Ни

әйтергә уның теләгәнен

Төшөндөм

һүҙмә-һүҙ.

Алсаҡланып

йылмайҙы ла ҡояш,

Болоттарға

ҡасты.

“Көлөрһөң

дә, иларһың да, – тине,

Һөйөүҙәрең ҡаты”.
mso-ansi-language:EN-US">

Яңағымда

ҡалды ике буй эҙ,

Нур

һәм тулҡын эҙе.

Сикәм

яна тиһәм, яна икән

Мөхәббәтем

үҙе.

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">Тамара Искәндәриә.

Шағирәнең

“Шағирҙы яратырға яраймы?” тигән һорауы һис тә ғәжәпләндермәй. Ике ялҡындың бер
бөтөнгә әйләнгәне, ике тулҡындың бәрелеше, хистәр ҡайнағаны, тойғолар дөрләгәне,
ябай парҙар еңел генә хәл иткән тормош мәсьәләләрен артыҡ ҡатмарлаштырыу,
көнкүрештәге ғәҙәти хәл-ваҡиғаларҙы төрлө төҫкә мансып сағыуландырыу, илар ерҙә
көлөп, көлөр ерҙә илау, аҡыл үҙенекен тылҡығанда ла йөрәктең баш бирергә
теләмәүе, үтә һиҙгерлек, бер-береңдең ижад тулғағын, күңел кисерештәрен тойоу, ҡайсағында
шик-шөбһәләр тыуып ғазапланыу… Ошолар күҙ алдына баҫа ике шағир мөхәббәте хаҡында
уйланғанда. Ғәҙәттә, ижад кешеләре өйләнешһә, кемеһелер баҙап ҡала, яратҡан
кешеһе хаҡына үҙ һәләтен ҡорбан итә, тупаҫыраҡ әйткәндә, береһе икенсеһен
“йота”, тиҙәр. Шулай ҙа башҡорт әҙәбиәтендә был фекерҙе инҡар итерлек
күренештәр бар. Әйтәйек, Ғилемдар Рамазанов менән Фәниә Чанышева, һәм, әлбиттә,
түбәндә бәйән ителәсәк мөхәббәт тарихы геройҙары – Хисмәтулла Юлдашев менән

…Утыҙ

йыл элек Матбуғат йортонда тап булыша улар. Йәш шағирә Тамара Искәндәрова,
Башҡорт дәүләт университеты филология факультетын тамамлап, “Башҡортостан
пионеры” гәзитендә эшләп йөрөй. Ҡыйыу фекерле әҫәрҙәре менән үҙен поэзия
өлкәһендә танытырға өлгөргән Ырымбур егете Хисмәтулла Юлдашев иһә Мәскәүҙәге М.
Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Шиғырҙар йыйынтығын сығарыу
хәстәре уны шул йәйҙә Өфөгә алып килә. Егет кеше Тамара һылыу эшләгән
редакцияла (әйткәндәй, бер нисә йыл элек ул үҙе лә “Башҡортостан пионеры”нда
эшләп ала) машинкала ҡулъяҙмаһын баҫа. Йәштәр, әлбиттә, бер-береһенә иғтибар
итмәй ҡалмай. “Мәскәүсә” кейенгән фыртауай ғына егет, ҡараштары бигерәк үткер,
күҙҙәрендә моңһоулыҡ та бар. Үтә йәш тә түгел, шикелле, һәр хәлдә утыҙҙы
үткәндер, тип уйлай ҡыҙ. Тамара ул саҡта 24-ен тултырған була, ә шағир егет,
олпатыраҡ күренһә лә, унан бер йәшкә генә өлкән икән. Хисмәтулла иһә
түбәндәгесә фекер йөрөтә: “Был сибәркәй ниңә ошоға саҡлы кейәүҙә түгел? Өфө бөркөттәре
ҡайҙа ҡарайҙыр?.. Бигерәк тәкәббер, ахыры, үҙе, рауза һымаҡ сәнскеле. Йөрәген
яулап ҡарарғамы әллә?” Шулай ҙа икеһенең береһенә лә ошо йәйҙә үк һөйөү
даръяһына сумып, мөхәббәттән иҫереп, башҡаса айырыла алмаҫ хәлгә етербеҙ, тигән
уй килмәгәндер.

Барыһы

ла дуҫтарса аралашыуҙан башлана. Тамара әхирәте – үҙе кеүек үк йәш шағирә Йомабикә
Ильясова менән көн дә өсөнсө ҡатта урынлашҡан буфетҡа төшөргә ғәҙәтләнгән. Бер
көндө былар егет кешене лә үҙҙәре менән саҡыра. Хисмәтулла, шуны ғына көткәндәй,
һис инәлтмәй ризалаша. Йүгереп йөрөп ҡыҙҙарға сәй ташый, ултырғыстарҙы рәтләп
ҡуя, ҡыҫҡаһы, иғтибар күрһәтә белә. Гүзәл зат ир-аттың был һыҙатын, әлбиттә,
ыңғай баһалай. Был өсәү ижад хаҡында һөйләшеп ултыра, киләсәктә бер-береһенең
шиғырҙары менән яҡыныраҡ танышыу теләге уяна. Шулай көн артынан көндәр үт
BA-RU">ә.
mso-ansi-language:BE"> Һәм бер мәлде Тамара менән Хисмәт Матбуғат йортоноң
ҡаттар араһындағы баҫҡысында тап булыша. Ҡыҙ – юғарыға, егет түбәнгә ашыға. Ғәҙәттәгесә,
йылмайып иҫәнләшәләр ҙә, һәр кем үҙ юлын дауам итә. Инде төшөп еттем тигәндә
генә Хисмәт кинәт туҡтай ҙа, һорап ҡуя:

Ә ҡасан шиғыр уҡышабыҙ?

Әллә…

Әйҙә бөгөн кис.

Ярай һуң, тик мин кискеһен бушамайым бит әле, Иҙелгә һыу инергә барам.

Бигерәк яҡшы, шиғырҙы Иҙел ярында уҡырбыҙ…

…Эш

сәғәте тамамланғас, Матбуғат йорто ишектәрен шар асып, шаяра-көлөшә матур пар сығыр.
Егет ҡыҙҙы етәкләп алыр ҙа юл сатында ҡап-ҡара “Волга”ны туҡтатыр. Студенттың матди
хәле самалы-самалыҡҡа. Тик Тамараға быны һиҙҙереп тормаҫ бит инде. Матбуғат йортонда
эшләгән ҡәләмдәштәре уның ғишыҡ утында яныуын аңлап, һылыу ҡыҙ алдында уңайһыҙ
хәлгә ҡалмаһын, тип үҙҙәре үк аҡса тәҡдим итте, “уҫаллығы бар ул сибәрҙең,
ҡыйыуыраҡ бул” тип дәртләндерҙе. Ҡыҙға килгәндә, әхирәттәренең күбеһе кейәүҙә.
Шуға һыу инергә лә яңғыҙы йөрөргә күнеккән. Ә инде егеттәрҙән “батырлыҡтар”
көтөп арыған Тамара. Үҙен оҡшатып йөрөгәндәр ҙә бар. Ләкин уларҙың артыҡ ҡыйыуһыҙлығын, мәүешлеген
йәне һөймәй шул. Хатта был хаҡта әсенеп шиғырҙар ҙа яҙып ташлай. Ана, ҡоштарҙың
ҡоштарына саҡлы һөйөүен яулап ала. Телевизорҙан ожмах
ҡоштар
mso-ansi-language:BE">ын күргәне бар уның: инә
BE">һен ҡаратыр
"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BA-RU"> өсөн атаһы
mso-ansi-language:BA-RU">нимә генә эшләмәй, ниндәй генә төҫтәргә
BE">ин
mso-ansi-language:BA-RU">мәй, ни
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">сегерәк
BA-RU">итеп йөндәрен ҡабартмай
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">!
BA-RU">Шундай матур
"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">оя ҡороп ҡу
BE">я
mso-ansi-language:BA-RU">.
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">Эргә-тирәһенә рау
BA-RU">за
mso-ansi-language:BE">сәскәһе
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BA-RU">таждарын килтереп
йәйеп һал
mso-ansi-language:BE">а.
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BA-RU"> Ә
инә ҡош иһә ситтән генә күҙәтеп йөрөй-йөрөй ҙә, ҡайһы
BE">һы
mso-ansi-language:BA-RU">
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">күңеленә ята,
BA-RU"> шу
mso-ansi-language:BE">нда ғына туҡтай
14.0pt;font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BA-RU">.
BE">Һайлап алырлыҡ егеттәр ҡалмағанмы икән ни? Етмәһә, атаһы менән әсәһе артыҡ
ғорур итеп тәрбиәләгән үҙен. Башҡорт ҡыҙҙарын яулап алырға кәрәк
BA-RU">
mso-ansi-language:BE">шул. Бейектә тора бит улар. Шуға ла батырсылығы етмәгән
BA-RU">ҡурҡ
mso-ansi-language:BE">аҡ
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BA-RU">егетт
BE">әргә ҡарамайҙар. Юлымда көслө кеше осраһын ине, тип теләй Тамара ла.

…Ҡара

“Волга” Ағиҙел күперен үткәс, Хисмәт уны туҡтатып, эре генә: “Сдача кәрәкмәй”,
- тип руль артындағы егеткә 10 һум аҡса һуҙа. Ә ул ваҡытта был суммаға ярты ай
йәшәргә була.

О, бик йомарт икән был егет, - тип һығымта яһай Тамара.

Ҡыҙ

салҡан йөҙөргә ярата. Әле лә ғәҙәте буйынса өҫтөндәге еңел ситса күлдәген һалды
ла һыу инергә йүгерҙе. Егет иһә йылғаға яҡын килмәйерәк торҙо. Уйҙары ла,
ҡараштары ла донъяһын онотоп, һыуҙа үҙен иркен, ышаныслы тотҡан, диңгеҙ балығы
шикелле кинәнгән әлеге сибәркәй тирәһендә. Башында уны осратҡаны бирле күңеленә
тынғы бирмәгән шул бер үк һорау: “Шәп ҡыҙ бит, ә, әллә, ысынлап та, яулап
ҡарарғамы?” Хисмәт башта ситтәрәк йөҙә. Һуңынан Тамара янына килә, хатта
ваҡыты-ваҡыты менән “яңылыш ҡына” уға ҡағылып китергә лә баҙнат итә. Шул
рәүешле яулай, йәнәһе. Күңелдәре булғансы йөҙөп, төртмә һүҙҙәр әйтешеп, шаяра-көлә
торғас, өшөп, ярға ҡыҙынырға сыға йәштәр. Хисмәттең бер-бер артлы уҡыған ярһыу
шиғырҙарын Ағиҙел тулҡындарында сағылған киске ҡояш нурҙары тағы ла серлерәк

…Ағиҙел

күпере ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Һис туҡтауһыҙ машиналар гөжләшә. Уның бер яҡ
ситендә баҫып торған егет менән ҡыҙ өсөн ваҡыт туҡтап ҡалған, тиерһең, уларҙың
донъялары түңәрәк, берәү ҙә лә эштәре юҡ, ҡараштар осрашып, ирендәр иренгә
үрелгән. Автомобилдәгеләр йәштәрҙе ҡеүәтләп сигнал биреп уҙа. “Ни ҡыланыуың
иҫәркәй, тамам башыңды юғалттың, ахыры, тәүге осрашыуҙа уҡ үбешергә ярамағанлығын
яҡшы беләһең бит”, – тип аҡылы үҙенекен тылҡыһа ла, Тамара әлеге хәлде аҡларлыҡ
дәлилдәр табырға тырыша. “Был бит беҙҙең тәүге осрашыу түгел, мин уны көн дә Матбуғат
йортонда күрәм” – ти эске бер тауыш. “Ярамай, ярамай!” – ти тегеһе. Әммә
йөрәккә бойороп булмай. Мөхәббәт тигәнең рөхсәт һорап тормай икән. Бер көн
килеп үҙенә буйһондора, бар тип белде ти ул һинең ғорурлығыңды…

Киләһе

осрашыуҙарҙа йәштәр Өфөнөң барлыҡ күркәм урындарын урап сыға. Ә бер көндө
Хисмәт Тамараны Рәшит Солтангәрәевтың, әле үҙе ваҡытлыса туҡталып торған, “Ял” кафеһы
янында урынлашҡан баҡсаһына саҡыра. Бындай тәҡдимде көтмәгән шағирә ҡапыл ғына:
“Һин үҙеңде һәйбәт тотаһыңмы һуң?” тип һорай. “Һис ҡурҡма”, – ти Хисмәт. Был
кистә егетте йәнә бер яңылыҡ көтә. Тамараның Рәшит ағайҙың баҡсаһындағы йорттоң
түрендә эленеп торған гитараны күреп ҡалып, ҡулына алып сиртеп, моңло итеп йырлауы Хисмәтте тамам әсир ҡыла.
“Ниндәй тәрән күңелле ҡыҙ…” тип уйлай егет. Һуңынан, өйләнешкәс, һөйгәненә:
“Гитарала уйнап йырлаған мәлеңдә һиңә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ булдым”, – тип
белдерә. Әйткәндәй, шағирҙың ҡатынына яһаған тәүге ҡиммәтле бүләге лә – көмөш
ҡыллы гитара.

Аҙна

самаһы ғына осраша йәштәр. Әммә шул арауыҡ эсендә ҡыҙ күңелендә әллә ни саҡлы
хис-тойғолар ҡайнай, бары тик аҡылға ғына буйһоноп, бөтәһен дә аңы менән хәл
итергә күнеккән Тамара үҙ-үҙен аңламай башлай, әленән-әле күңеленә “яратырға уны яраймы?”, “шағир бит ул”, “Мәскәүендә
ҡыҙҙары бөткән тиһеңме, алданырыңды көт тә тор бына” тигән шик тыуа. Һәм ахыр
сиктә ул аҡылын ныҡлы “эшкә егеп”, был егет менән араларҙы ваҡытында өҙөргә
кәрәк, юғиһә ул тулыһынса йөрәгемә хужа буласаҡ, тигән ҡарарға килә.

Хисмәттең

дә күңелендә тынғы юҡ. Ғашиҡ булыуы шулмы икән ни? Быға тиклем дә ҡыҙҙар менән
осрашҡыланы ла инде. Әммә был тиклем бөтөрөнгәнен хәтерләмәй. Етмәһә, Тамараның
көйһөҙләнеүенең сәбәбенә төшөнә алмай. Аңла инде был ҡыҙ халҡын, кисә генә һин
дә мин ине, бөгөн иһә, көтмәгәндә-уйламағанда, “мин ауылға ҡайттым, онот,
башҡаса осрашыу эҙләмә!” тип сығып йүгереүен башына һыйҙыра алмай. Ваҡиғалар
әлеге лә баяғы Матбуғат йортонда бара. Аптырашта ҡалған шағир, ҡыҙҙы ҡыуып
етеп, лифт янында туҡтата ла: “Мин һинән ҡалмайым, ауылыңа барам, атайың һәм
әсәйең менән танышам”, – тип уның сумкаһын үҙ ҡулына ала. Был икәү нимә хаҡында
бәхәсләшкәндер, һүҙ көрәштереү оҙаҡ ҡына дауам итә. Ахыр сиктә, киске поезға
билет алып, бергәләп Ишембай тарафтарына, Тамараның тыуған ауылы Ҡыяуыҡҡа юл
тота улар, унда бер нисә көн торғандан һуң Хисмәт буласаҡ кәләшен Ырымбурға
алып ҡайта. Аҙна-ун көн самаһы дауам иткән, әле һиллек хөкөм һөргән, әле ялҡынды,
әле дауылды хәтерләткән мөнәсәбәт өйләнешеү менән тамамлана. Туйҙы ҡышҡылыҡҡа
билдәләйҙәр. Яҙылышҡансы Хисмәткә Өфө менән Мәскәү араһын “таҡырларға” тура
килә. Өйләнешкәс иһә, Тамараһын үҙе менән баш ҡалаға алып китә. Һуңынан, өлкән
улдары Искәндәр донъяға килгәс, Өфөгә күсеп ҡайта Юлдашевтар.

Хәҙер

инде өс тиҫтә йыл бер йән булып, тормоштоң һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә
бүлешеп йәшәй ирле-ҡатынлы Юлдашевтар.
Бынамын тигән өс бәһлеүән егет буй еткерҙе уларҙың ҡотло, рухлы
ғаиләһендә. Әлбиттә, һөйөнөстәр менән көйөнөстәр сиратлашып йөрөй. Ғаиләне
ауырлыҡтар ҙа ситләп үтмәй. Торлаҡһыҙлыҡ, эшһеҙлек тигән заман бәләләрен уларға
ла үҙ елкәләрендә татырға тура килә. Әммә был ғына ҡурҡытмай йәштәрҙе Иң мөһиме
– бер-береһен яраталар, уландары иҫән-һау булһын. Ә ҡалғаны әллә ни әһәмиәткә
эйә түгел. Хисмәттең тәүәккәллеге, асыҡлығы, һәр кем менән уртаҡ тел таба
белеүе уларға бик ярҙам итә. Ғаилә башлығы сәнғәт институты ятағынан бүлмә
юллап ала. Даниярҙары тыуғансы шунда йәшәйҙәр. Һуңынан иһә бер бүлмәле фатирлы
булалар. Әммә тормош, бигерәк тә ижад кешеләренең йәшәйеше, көнкүреш
хәстәрҙәренә генә ҡайтып ҡалмай. Ғаилә яҙыусылар, рәссамдәр, композиторҙар менән йыш аралаша. Инде
күңел талабына әүерелгән шиғриәтте ташлау мөмкин түгел. Ирле-ҡатынлы Юлдашевтар
ижадта ла бер кимәлдә тора. “М
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BA-RU">ин – Барсынһы
BE">лы
mso-ansi-language:BA-RU">у, бул Алпамышам!”
тигән шиғри юлдары менән ул Хисмәтте гел юғарыға әйҙәй, сәмләндерә. Шөкөр,
йәштән үк үҙен тура һүҙле, ныҡлы ихтыярлы шәхес булараҡ танытҡан шағир ижадта
ла, тормошта ла һынатмай. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан” радиоһында баш мөхәррир,
“Ижад” берекмәһе етәксеһе вазифаһын атҡара. “Ағиҙел” журналының публицистика
бүлегендә эшләй. Республика үҙаллылыҡ яулаған йылдарҙа, радио эфирындағы
тапшырыуҙары, матбуғаттағы ҡыйыу, үткер мәҡәлләре, ижад кешеләре менән ҡорған
мауыҡтырғыс әңгәмәләре киң резонанс ала. Тамара ханым үҙе лә утыҙ йылдан ашыу
ғүмерен башҡорт матбуғатына бағышлаған шәхес.

Улдары

Рамазан тыуғас, ижад менән генә ғаилә ҡарау мөмкин түгеллеген аңлай ике шағир.
“Заманға яраҡлашмай ҙа булмай, тигәйне Хисмәт ағай Башҡортостан телевидениеһына
биргән бер әңгәмәһендә. – Ҡырыҫ Себерҙәргә китеүем дә шул һыҙатыма бәйле. Матбуғат,
телевидение, мәҙәниәт өлкәһендә эшләп бөтәйеп китеп булманы бит, ә күпме һәләтле
журналистар, яҙыусылар, шағирҙар үткер ҡәләмдәре менән ғәҙеллек даулап,
дөрөҫлөктө яҡлап сыҡһалар ҙа, бөгөнгө көндә ятаҡтарҙа көн күрергә мәжбүр”, – тип
әсенеп һөйләгәне иҫтә уның. “Себергә китеп эшләргә ҡарар иткәнмен икән, ғаиләмде,
ҡатынымды, тимәк, илемде яратҡанға. Яҡындарым тыуған республикаһында етеш
тормошта йәшәһен, күңеленә хуш килгән эш менән шөғөлләнә алһын тип көс түгеүем”,
– тине ул. Хисмәт ағайҙың ош
font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BA-RU">ондайыраҡ
шиғыр юлдары ла бар:

Иҫә

генә,

Киҫә

генә…

Иҫкә

алдым кисә генә:

Кем

ҡәберҙә,

Кем

Себерҙә,

Кем

һыйынған бисәһенә,

Кем

– башҡалар иҫәбенә…

Себер

еле иҫә генә,

Иҫә

генә,

Киҫә

генә.

Йөрө,

тине, иҫән генә

Йәнкиҫәгем

бисәм генә.

Себер

еле иҫә генә,

Иҫә

генә,

Киҫә

Эйе,

ғаилә башлығы хәҙер байтаҡ йылдар инде Себер тарафтарында нефтсе булып эшләй. Еңел
түгелдер. Әммә тормош шуны талап итә икән, ир-уҙаман, үҙе әйтмешләй, “йөрөккәйен
киҫеп йөрөр, йөрәккәйен киҫеп бирер”. Вахтаһын тапшырып, ғәзиз Башҡортостанына уландары,
ҡатыны янына ҡайтҡанында хәләленә ҡыҙыл раузалар алырға ла онотмай шағир. Һүҙгә
сөсөләнмәй, әммә иғтибар күрһәтә, һөйөүен белдерә белә. Тамара ханымдың да, ирен
ҡаршылар мәл етһә, егетен әрменән көтөп алған ҡыҙ кеүек осоп-талпынып
йөрөгәнен, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләгәнен күргәнем бар. Шулай булмайса һуң?!
Хисмәтен әйтәм, тау үренән таш ырғытҡан Барсынһылыуҙың йөрәген яуларға
ҡыйыулығы еткән Алпамыша бит әле ул!

BE">Хисмәт Юлдашев

Раузам

Йөрәккәйем Тамараға

Хуш

еҫ бөркөгән

Һин

минең раузам.

Һиңә

ынтылам,

Аҡылдан

яҙам.

Ах,

сәнскәге!

Бигерәк

ғорур –

Үҙ-үҙен

һаҡлау

Сәскәгә

зарур.

Тамсылай

ялтлай

Алһыу

тажында.

Мин

һайрар былбыл

Һинең

хажыңда.

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">Тырнаҡ осондай ай

Айға

ҡарап, теләмәйем

Уны

түбәнһетергә.

Һинең

керһеҙ тырнаҡ осоң

Төшә

минең хәтергә.

Әле

беҙҙең арабыҙҙа

Нисәмә

мең саҡы(ы)рым.

Уйламаным,

Иҫләрмен,

тип,

Тырнаҡ

осоңа саҡлым.

Әллә

һин сикһеҙ киңлектән

Ҡул

һуҙаһың үрелеп –

Керһеҙ

тырнаҡ осоң ғына

Тора

икән күренеп.

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">Тамара Искәндәриә

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">Шағир

BE">Хисмәткә

Һаман

өҫкә, юғарыға ынтылғанда

Ҡарағайҙар,

теҙелешеп төҙ сафтарға,

Бер

ҡарт имән боҙа биреп күренеште,

Ирәбәйеп

тарбайған бар тарафтарға.

Бар

булмышы – үҙһүҙлелек, самаһыҙлыҡ.

Ботаҡтары,

олоно ла кәкре-бөкрө.

Барса

ағас тәртип һаҡлап үҫкән ерҙә

Ҡағиҙәгә

ҡарай һымаҡ ул төкөрөп.

Ботаҡтары

– берсә йәшен һыҙығылай,

Борғоланған,

берсә, йылан ырғығандай.

Берсә

улар туҙған дауыл-өйөрмәләй,

Берсә

тынмаҫ шағир уйы урғылғандай.

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">

font-family:"NewtonITT","serif";mso-ansi-language:BE">Һиңә – юлға

Һиңә

– юлға,

Йыйынаһың.

Әле

быныһын, әле уныһын алып,

Һәр

әйберҙе үлсәп, ҡарап, кире һалып

Йыйынаһың.

Ҡапыл

мине күргән һымаҡ, осоп

Яндарыма

киләһең дә,

Тешең

ҡыҫып,

Тыйылаһың.

Тыйылаһың.

Белеп

торам:

Йылы

һүҙҙәр тел осонда.

Ләкин

булмаҫ

Эсеңдәге

уй тышыңда.

Ләкин

янмаҫ

Таңғы

ысыҡ

Нур

тажында…

Япраҡ

ярмаҫ.

Бөрө

олон

Ҡыртышында…

Ирҙәр

була ҡырыҫ.

Йөрәктәре

ҡорос.

Һиңә

– юлға…

Шул

саҡта мин ҡапыл аңлап алам:

Һин

китәһең, йәнем, мин бит ҡалам!

Булмыштарың,

гүйә, ҡаты тоҙ

Ә

һуң мин бит, мин бит – ҡатын-ҡыҙ!

Тыйыламын.

Тыйыламын.

Сәскә

таждарылай

Ҡойоламын…

Һиңә

Читайте нас: