Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт ҡиссаһы
3 Июль 2019, 14:14

“Мөхәббәт – ул наҙлы заттан – һаҡлау кәрәк яманаттан…”

Буранбайҙы кәүҙәләндергән Арыҫлан Мөбәрәков антракт мәлендә яңы эшкә килеп, күмәк сәхнәлә ҡатнашҡан Рәғиҙә Янбулатованың ҡулына ҡағылған ыңғайға көмөш балдағын һыпырып алып китеп, үҙенең сәтәкәй бармағына кейеп ҡуя. Ул арала сәхнәгә сығыр саҡ етә. “Ҡараҡ егет”, спектакль барышында мәлен тап килтереп, ҡулындағы йөҙөктө үбә лә хужабикәһенә күрһәтә, күкрәгенә ҡыҫып һөйә, шул рәүешле Рәғиҙә һылыуға мөхәббәтен белдерә. Йәш актриса, оялышынан ни ҡылырға белмәйенсә, ҡыҙҙар араһына йәшеренә, әммә Арыҫлан ағай уны ҡарашы менән эҙләп табып, йәнә теге балдаҡты үбә, йөрәк тәңгәленә терәй.

Бөгөнгө яҙмала бөйөк шәхес, оло талант эйәһе Арыҫлан Мөбәрәков һәм уның хәләле – актриса, шағирә Рәғиҙә Янбулатованың һөйөүе менән танышырһығыҙ. Шулай ҙа билдәле кешеләрҙең яҙмыштары менән генә сикләнмәҫкә ине. Үҙҙәренең, туғандарының, дуҫтарының һоҡландырғыс мөхәббәт тарихы хаҡында һөйләргә теләүселәр беҙгә хаттар яҙа ала…


Йәшел ҡашлы йөҙөк сере
Инде ҡасанан бирле алдымда исеме легендаға әүерелгән бөйөк актер Арыҫлан Мөбәрәков һәм уның хәләл ефете – моңло тауышлы, талантлы актриса, шағирә Рәғиҙә Янбулатованың рәсеме ята... Уларҙың, йәғни бер-береһен өҙөлөп яратҡан ошо ике шәхестең һөйөү емеше – башҡорт театрының ҡабатланмаҫ йондоҙо Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән аралашып, яғымлы, ғәжәйеп ихлас һәм кеселекле актрисаның ҡәҙерле кешеләре хаҡында күңел түрендә һаҡланған хәтирәләрен тыңлап ҡайтҡанға ла байтаҡ ваҡыт үтте. Шулай ҙа данлы ла, һоҡланғыс та, көнләштерерлек тә, ахыр сиктә тетрәндергес һәм үкенесле лә мөхәббәт тарихын бәйән итеүҙе кисектерҙем. Сөнки шул осорҙа йәшәп, ул һөйөүҙөң шаһиты булған кешеләр менән күрешеп, һөйләшә алмауым күңелде ҡырҙы. Замандаштары хаҡында ихлас хәтирәләре менән бүлешкән өлкән әҙибебеҙ Нәжип Вилдан улы Асанбаевтың сәләмәтлеге ҡаҡшап тора, тинеләр. Йәнә кемгә мөрәжәғәт итәһең? Ҡайһы бер әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, Рәғиҙә апай хаҡында хәтирәләрем ҡасандыр шул баҫмала донъя күргәйне, бик булмаһа шунда күҙ һалығыҙ, тиеү менән сикләнде. Әммә, күпме генә эҙләнһәм дә, ваҡытлы матбуғатта әлеге мәлдә үҙемде ҡыҙыҡһындырған темаға ҡағылышлы мәғлүмәт таба алманым. Шулай ҙа Рәғиҙә Янбулатованың вафатынан бер йыл элгәре “Тамаша” журналына биргән һуңғы әңгәмәһе менән танышҡас, уларҙың ғаилә яҙмышы, тормоштарындағы киҫкен мәлдәр ниндәйҙер кимәлдә күҙ алдына баҫҡандай итте. Йәнә актрисаның күңел кисерештәрен сағылдырған моңло шиғырҙары ярҙамға килде. Бына уларҙың береһе:
Йәшел ҡашлы йөҙөккәйем,
Һиндә минең йәшлеккәйем,
Ҡулымдан һалдырып бер саҡ
Алды һине һылыу бер зат.
Ул зат ине һомғол егет,
Үҙе йөҙөк ҡашы кеүек.
Егет, бармағына кейеп,
Ул йөҙөктө наҙлап үпте,
Миңә ҡарап йылмайҙы һәм
Йөрәгемә осҡон һипте.
“Ҡараҡ егет” йөҙөгөмдө
Ләкин кире ҡайтарманы,
Өҫтәүенә күңелемде,
Йөрәгемде ул яуланы...
Алтын, бриллиант та түгел,
Ябай ғына көмөш йөҙөк,
Ләкин йөҙөктөң ҡашында
Йәшерен серҙәр ята кеүек.
Миңә ҡалһа, ул һаман да
Йәмле яҙҙың ал таңында
Тыуған тәүге мөхәббәтте
Ҙур сер итеп һаҡлай кеүек…
Ысынлап та, был һөйөүҙөң башланып китеүе тап шул йәшел ҡашлы йөҙөк менән бәйле. 1935 йыл. Сәхнәлә “Башҡорт туйы” спектакле бара. Ул саҡтағы Өфө сәнғәт техникумын тамамлап, Стәрлетамаҡ күсмә театрын (хәҙерге Сибай дәүләт драма театры) ойошторорға өлгөрөп, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып, хәҙер инде бер нисә йыл Башҡорт академия драма театрында төп ролдәрҙе башҡарып йөрөгән, әле иһә Буранбайҙы кәүҙәләндергән Арыҫлан Мөбәрәков антракт мәлендә яңы эшкә килеп, күмәк сәхнәлә ҡатнашҡан Рәғиҙә Янбулатованың ҡулына ҡағылған ыңғайға көмөш балдағын һыпырып алып китеп, үҙенең сәтәкәй бармағына кейеп ҡуя. Ул арала сәхнәгә сығыр саҡ етә. “Ҡараҡ егет”, спектакль барышында мәлен тап килтереп, ҡулындағы йөҙөктө үбә лә хужабикәһенә күрһәтә, күкрәгенә ҡыҫып һөйә, шул рәүешле Рәғиҙә һылыуға мөхәббәтен белдерә. Йәш актриса, оялышынан ни ҡылырға белмәйенсә, ҡыҙҙар араһына йәшеренә, әммә Арыҫлан ағай уны ҡарашы менән эҙләп табып, йәнә теге балдаҡты үбә, йөрәк тәңгәленә терәй. “Ҡараҡай”ҙың да (тәүге йылдарҙа театрҙа Рәғиҙә Янбулатованы – “Ҡараҡай”, әхирәте Фәриҙә Камалетдинованы “Һарыҡай” тиҙәр) үҙенән 7 йәшкә өлкән ифрат талантлы, ғәжәйеп матур актерға күҙе төшөп йөрөгән була. Хәйер, ул саҡта Арыҫлан Мөбәрәковҡа кемдәр генә ғишыҡ тотмаған икән?! Әммә егеттең йөрәген тал сыбыҡтай нескә буйлы, сылтырап аҡҡан шишмәләй моңло тауышлы Рәғиҙә генә яулай ала. Ошо йәмле яҙҙа сәхнәлә тоҡанған мөхәббәт уты тора-бара һүнмәҫ ялҡынға әүерелә. Йәштәр шул уҡ йылдың көҙөндә ғүмерлеккә бергә булырға анттар бирешеп ҡауыша. Уртаҡ хыялдар, уртаҡ сәхнә яҙмышы, уртаҡ ижад уларҙы бер бөтөнгә әйләндерә. Тормош башлап ебәрер өсөн кәрәк-яраҡтары ла, йәшәр урындары ла булмаған йәштәр яҙылышып, үҙҙәренсә комсомол туйы үткәрә.

Йәштәр – Ассыла
Байтаҡ ҡына ваҡыттан һуң тирә-яҡҡа даны таралған, шул осорҙа уҡ БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә эйә актер кәләшен Ассыға алып ҡайтып, туғандары менән таныштыра. Арыҫлан ағайҙың яҡташы, буласаҡ композитор Заһир Исмәғилевты ла үҙҙәре менән алалар. Яғымлы, алсаҡ киленсәкте барыһы ла үҙ итә. Йәштәр йылға буйында уйын ҡора, йырлай, бейей, балыҡ тота. Ассыға нимә менән ҡайтҡандарҙыр, уныһы мәғлүм түгел, әммә китер мәл еткәс, ауыл халҡы уларҙың һәр береһен айырым атҡа атландырып оҙатып ҡала. Шулай итеп, Инйәргә саҡлы һыбай барырға тейеш була был өсәү. Юл оҙон, бер нисә тапҡыр Инйәр йылғаһын кисеп сығырға кәрәк. Шунда ярһыу йөрәкле Арыҫлан ағай атҡа атланып алған да юлдаштарын ҡалдырып сапҡан да киткән. Ҡалған ике малҡай ҙа, тәүгеһенән ҡалышырға теләмәй, тиҙлеген арттырған. Ә Рәғиҙәнең ҡыҙы Гөллигә ауырлы сағы. Ул ҡарынындағы балаһы өсөн хафаланып, нәҙек кенә тауышы менән бер туҡтауһыҙ: “Арыҫла-а-ан! Арыҫла-а-ан! Ҡыума атыңды, туҡтат зинһар!” тип ҡысҡыра, ти. Тегеһе ишетмәгәс, Заһир ағай көслө һәм яңғырауыҡлы итеп: “Арыҫла-а-ан! Арыҫла-а-ан тимен! Туҡтат атыңды! Хәҙер үк туҡтат! Балаң төшөп ҡала бит! Арыҫла-а-ан!” – тип һөрәнләгән. Буласаҡ атай был һүҙҙәрҙе ишеткәс ҡурҡыуға ҡалып, тиҙлеген кәметә һалған һәм артабан ҡатынынан күҙ ҙә яҙлыҡтырмайынса янынан ғына барған. Йылдар үткәс, Заһир ағай инде үҙе актриса булып эшләп йөрөгән Гөллигә: “Мин һине әсәйеңдең ҡарынында сағыңда уҡ белә инем бит, ҡыҙыҡай”, – тип шул саҡтарҙы йыш иҫкә алыр булған.

Мөхәббәтле сәхнәләре
Гөлли 1936 йылдың сентябрендә донъяға килгән. Быға саҡлы кемдәлер фатирҙа торған йәш ғаиләгә театр бинаһынан (хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) ҙур булмаған бүлмә бушатып биргәндәр. Улар бер нисә йыл шунда йәшәгән. Рәғиҙә апай баланан һуң күп тә тормайынса эш башлаған. Спектакль барған мәлдә сабыйҙы башҡа актрисалар ҡулдарына алып бәүелтеп торған. Монологы тамамланғас, йәш әсә йүгереп сығып балаһын имеҙә лә, йәнә сәхнәгә роль ижад итергә ашыға икән. Тора-бара Гөлли тәпәй китеп, атаһы менән әсәһенең уйынын күҙәтер булған. Ниндәй матур уның ғәзиз кешеләре! Уларға барыһы ла һоҡланып баға. Ирле-ҡатынлы булып уйнауҙары, бер-береһенә яҡын килеүҙәре, ҡосаҡлашыуҙары, йылмайышыуҙары уның өсөн бер ҙә ят түгел. Ярата ул атаһы менән әсәһенең мөхәббәтле сәхнәләрен, бергә һәм бәхетле саҡтарын. Әммә ҡайһы бер спектаклдәрҙәге илау-һыҡтауҙарҙы, күңелһеҙ күренештәрҙе аңлай ҙа, ҡабул итә лә алмай. Әйтәйек, 1940 йылда театрҙа үзбәк яҙыусыһы Хәким Ниязиҙың “Бай һәм хеҙмәтсе” спектакле ҡуйыла. Унда Арыҫлан ағай – Ғәфүрҙе, Рәғиҙә апай Йәмиләне һынландыра. Әсәһен үҙ ихтыярынан тыш байҙың йоҡо бүлмәһенә индерергә теләүҙәрен, һуңынан уның ағыу эсеп үлеүен, ҡатыны өсөн үс алырға теләп баш күтәргән атаһын ҡамсы менән һуҡтырыуҙарын тыныс ҡына күҙәтә алмай 4 йәшлек Гөлли. Бының ысын түгел икәнлеген аңлай ҙа һымаҡ, әммә йөрәге ҡабул итергә теләмәй. Ошо спектакль мәлендә ҡыҙ бала, түҙмәйенсә, ҡысҡырып илап ебәрә һәм шаршау ябылып та өлгөрмәҫтән сәхнәгә атылып сығып, атаһын язаларға әмер биреүсе судьяны уйнаған Әмин Зөбәйеровҡа килтереп тибә. ГИТИС-та актерлыҡҡа уҡып ҡайтып, ошо театрға эшкә алынғас, репетиция мәлендә атаһы менән әсәһен күреп, йәнә бер тапҡыр күҙ йәштәренә быуыласаҡ әле Гөлли. Әммә уныһы хаҡында һүҙ һуңғараҡ булыр.

Йән һөйгәнең менән сәхнәлә мөхәббәт уйнау үтә тәбиғи килеп сыҡҡандыр. Был йәһәттән Арыҫлан менән Рәғиҙәгә етеүсе, бәлки, булмағандыр ҙа. 1937 йылда Булат Имашев М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ын ҡуя. Рәғиҙә Янбулатова үҙенең “Юлдар. Юлдар...” тип исемләнгән хәтирәләр китабында былай тип яҙа: “Имашев ағай Хәлил ролен Арыҫлан Мөбәрәковҡа бирҙе. Ул үҙенең йырлай белмәүенә һылтанып, ролде алмаҫҡа тырышып ҡараны, тик режиссер: “Беҙ опера ҡуймайбыҙ, аҡрын ғына йырларға ла мөмкин. Иң мөһиме, сәхнәлә Хәлил образын тыуҙырырға кәрәк”, – тип уны күндерҙе. Ғәлиәбаныу һәм Хәлил образы аша беҙ мөхәббәттең үлемдән дә көслөрәк икәнен иҫбат итергә тейеш инек. Хәлил-Мөбәрәков мине тәҙрәнән баҡсаға күтәреп төшөрә. Йәйге төндөң тынлығында йондоҙҙар йымылдауы аҫтында, аҡ сирендәр араһында ике ғашиҡтың аҡрын ғына йырлап, бер-береһенә бөтмәҫ мөхәббәттәрен һөйләүҙәре, әлбиттә, матур һәм шиғриәтле ине. Арыҫлан Мөбәрәковтың йырларға тауышы булмаһа ла, уның башҡарыуындағы Хәлил образы хаҡында Ҡаҙан өлкә газетаһында “…сәхнәгә быға тиклем бындай матур, ябай, көслө Хәлил баҫҡаны юҡ ине әле”, – тип яҙғайнылар…”
Мөбәрәков менән Янбулатованың мөхәббәтле сәхнәләре былар менән генә сикләнмәй. “Отелло”, “Ҡарлуғас”, “Таңсулпан” һәм башҡа әҫәрҙәрҙә бергә уйнарға, ҡатмарлы яҙмыштарҙы асып һалырға тура килә уларға.
Ирле-ҡатынлы булғас, өйҙә репетициялар уҙғарыуы уңайлы. Тамашасылары ла бар. Ҡыҙҙары Гөлли менән улдары Салауатты тула шәлгә урап ултыртып ҡуялар ҙа, ҡышҡы һалҡын кистәрҙә шәм яҡтыһы аҫтында роль ижад итергә тотоналар. Үҙҙәренекеләр менән генә сикләнмәйҙәр әле. Башҡаларҙыҡын да уйнап күрһәтәләр. Ә инде балет студияһы ҡайтып, “Сыңрау торна”ны сәхнәгә сығарғандан һуң, уға ла сират етә. Арыҫлан менән Рәғиҙә төп партиялағы геройҙарға – Йомағол менән Зәйтүнгөлгә әүерелә. Эй, йәшлек тигәнең! Икеһе лә һомғол буйлы, һығылмалы. Балет артистарынан һис тә кәм түгелдәр. Бына улар мөйөштән-мөйөшкә йөрөп бейей ҙә бейей, бейей ҙә бейей. Үҙҙәре үк көйләп тә, һамаҡлап та ебәрә:
– Трам-та-там, трам-та-там…
– Ну, давай, давай!..
Бейеүҙең иң көсөргәнешле мәлендә Зәйтүнгөл-Рәғиҙә талғын ғына хәрәкәттәр менән килә лә ҡапыл Йомағол-Арыҫланға ташлана. Һәм ир кеше ҡатынын күтәреп ала. Гөлли менән унан алты йәшкә кесе Салауат иһә уларҙың һәр хәрәкәтен йотлоғоп күҙәтә.

Мөбәрәктең Рәғиҙәне муйыл сәскәһенә күмгәне
– Атайымдың әсәйемә мөхәббәтен нисегерәк сағылдырыуы әле лә иҫемдә. Ул бер ваҡытта ла сөсөләнмәне. Һөйөүе лә, ҡылыҡтары ла, һөйләшеүе лә ысын башҡорт ир-аттарыныҡына хас ине, – тине Гөлли Арыҫлан ҡыҙы. – Бер ваҡиға хәтеремдә: миңә 5 йәштәр самаһы булғандыр ул саҡта, ҡустым тыумағайны әле. Ленин урамындағы 2-се һанлы йортта йәшәйбеҙ. Май айы. Атайым менән Ағиҙел буйына барырға булдыҡ. Ул мине текә баҫҡыстан күтәреп төшөрөп, ярға беркетелеп ҡуйылған кәмәгә ултыртты ла, икәүләшеп йылға буйлап йөҙөп киттек. Ҡайҙа юлланыуыбыҙ хаҡында ләм-мим. Күктә бер болот әҫәре лә юҡ. Көн ҡояшлы, әммә һалҡынса. Иҙелдең ташҡан сағы. Кәмәгә әле бер, әле икенсе тулҡын килеп бәрелә. Ә аҫта – төпһөҙлөк, билдәһеҙлек. Ҡапыл күңелемде ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Әммә атайымдың үҙемә ҡарап йылмайыуы булды, хафаларым юҡҡа сыҡты. Бына ул миңә ҡаршы ултырған да көслө ҡулдары менән ишкәктәрҙе ишә. Тора-бара пинжәген сисеп һалды. Уның бүлкәтле, матур, ғәйрәтле беләктәренә, йылмайғанда ап-аҡ булып йылтыраған тештәренә, ел ыңғайына елберҙәгән сәстәренә ҡарап һоҡланам. Атайым янында үҙемде ҡурсаулы, яҡлаулы итеп тоям. Ә ул минең менән хәбәрләшмәй, эсенән генә мөңгөрләп килә. Ролдәрен ятланымы икән? Бер аҙҙан һуң Дим ярына килеп туҡтаныҡ. Атайым кәмәнән төштө лә мине ергә баҫтырҙы. Һәм беҙ йәйәүләп үргә, ағаслыҡҡа табан киттек. Ә унда күпереп муйыл сәскә атҡан. Атайым шуларҙы һындырып башта ҡулыма тотторҙо, ҡосағыма һыймағандарын ергә һала барҙы. Ҡайтҡанда мине йәнә кәмәгә күтәреп ултыртты ла тирә-яғымды муйыл сәскәләренә күмде. Уларҙың еҫен әле лә хәтерләйем. Хәҙер инде кирегә йөҙәбеҙ. Ниһайәт, бая ҡуҙғалып киткән ергә килеп туҡтаныҡ. Атайым сәскәгә ҡуша мине лә ҡосағына алды ла ҡайтып еткәнсе ҡуйынынан ысҡындырманы. Бына үҙебеҙ йәшәгән йорттоң дүртенсе ҡатына күтәрелдек, әсәйем беҙгә ишек асты. Шунда мин, муйыл сәскәһенә күмелгән килеш атайымдың ҡосағында наҙланған ҡыҙ бала, уларҙың бер-береһенә ҡарап йылмайыуын күрәм. Әсәйемдең ҡыуанысының сиге юҡ ине. Атайым артыҡ һүҙ сурытып торманы, мөхәббәт тулы күҙҙәрен уға төбәне лә: “Мә, был һиңә!” – тине. Ә беҙҙең өйҙә вазалар ҙа юҡ. Ул сәскәләрҙе цинк биҙрәгә ултырттыҡ. Һөйөүҙе белдереүҙең үҙенсәлекле сағылышы булып хәтерҙә ҡалды ошо күренеш…
Әммә төрлө яуаплы вазифалар атҡарған, баш режиссер, театр директоры булып эшләгән сағында атайым әсәйемә айырым мөнәсәбәт күрһәтмәне. Уға ҡарата хатта ҡатыраҡ та бәрелгән кеүек тойола ине миңә. Ғәҙел һәм ғәрсел, маҡтауға ла һаран булды шул.
Рәғиҙә апай иһә хәтирәләрендә Арыҫлан ағай хаҡында былай ти: “Йәшлек үҙе матурлыҡ бит. Ә ул айырыуса – һомғол буйлы, мыҡты кәүҙәле, һоҡланғыс. Ирҙәрҙең матурлыҡ аллаһына тиң ине. Аҙаҡтан, Ленинградта Петергоф фонтандарын ҡарап йөрөгәндә, арыҫлан ауыҙын ҡайырып торған Самсон статуяһын уға оҡшатып: “Ҡара әле, Мөбәрәк (ул Арыҫлан ағайҙы шулай тип йөрөтә. – Авт.), был бит хас һин!” – тиеүемә, матур тештәрен йылтыратып шарҡылдап көлгәйне…”

Һәр замандың үҙ Яголары
Үкенескә күрә, һәр замандың үҙ Яголары, үҙ Сальериҙары. Һөйөүҙәре ни тиклем көслө булмаһын, Арыҫлан Мөбәрәков менән Рәғиҙә Янбулатованың араһын кеше һүҙе боҙа. Аҙаҡҡа табан юлдары айырыла. Әммә улар ғүмерҙәренең ахырынаса бер-береһен юҡһынып, бер-береһенә тартылып йәшәй. Шулай ҙа мәғәнәһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо тарҡалған ғаиләне берләштереүгә, ҡасандыр көслө ялҡын булып янып, хәҙер инде ҡуҙға ҡалған мөхәббәт тойғоһон ҡотҡарыуға мөмкинлек бирмәй. Уларҙың һөйөүенә сорналып, шул ҡояш эсендә йылынып үҫкән Гөлли менән Салауат ата-әсәһенең айырылышыуын ауыр кисерә. Үҙҙәре лә ғазаплана. Актер менән актрисаға әрнеү-һағыштарҙы йотоп, башҡалар алдында һыр бирмәйенсә ары йәшәргә, ижад итергә тура килә. Бергә эшләйҙәр, әммә хәҙер инде элекке мөнәсәбәттәр юҡ. Әйтерһең дә, улар һис ҡасан да бер-береһе өсөн йән атмаған, мөхәббәт тулы күҙҙәрен тултырып, “Рәғиҙә”, “Мөбәрәк” тип өндәшмәгән. Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман да төҫ ташламаған һылыуҙарҙан-һылыу Рәғиҙә Янбулатова, йырсы-актриса булараҡ, оҙаҡ йылдар йәш героиняларҙы һынландырған. Арыҫлан ағай иһә олпатлана төшөп, үҙ йәшенә, йөҙ-ҡиәфәтенә тап килгән матур-матур образдарҙы кәүҙәләндергән.
“Бер мәлде атайым “Зәңгәр шәл”де сәхнәгә сығарҙы. Айырылышҡан саҡтары ине. Ул спектаклдә, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йырлағанға күрәлер инде, әсәйемә Мәйсәрә роле бирелде. Ә беҙ, яңы ГИТИС-ты тамамлап ҡайтҡан ҡыҙҙар, күмәк сәхнәлә ҡатнашабыҙ. Шунда бер эпизод бар ине. Атаһы ҡыҙын (әсәйемде) сыбыртҡы менән туҡмай. Ә Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы (Гөлли Арыҫлан ҡыҙы атаһын ҙурлап, уның хаҡта һөйләгәндә йыш ҡына шулай ти. – Авт.), режиссер булараҡ, был күренеште ситтән күҙәтеп ултыра. Ниңәлер бала сағым иҫкә төштө, уларҙың сәхнәлә мөхәббәт уйнаған мәлдәре күҙ алдына баҫты ла, түҙә алмайынса быуылып иларға тотондом. Һуңынан атайым яныма килеп, ҡаты итеп: “Етәр, илама! Кеше көлдөрөп ни!” – тип әйтеп китте. Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, тағы ла ҡыйыныраҡ булды. Уларҙың бер-береһен юҡһынып, өҙгөләнеүҙәрен күреп, мәле тура килгән һайын, бергәләшегеҙ, ти торғайным, әсәйем, ҡатын кеше булараҡ, үҙе башлап аҙым яһарға баҙнат итмәгәндер, атайым әлеге лә баяғы ғорурлығын еңә алманы: “Юҡ!” – тине. Шулай итеп, сәхнәлә яралған мөхәббәт сәхнәлә селпәрәмә килде…” – тип хәтерләне Гөлли Арыҫлан ҡыҙы.

Улар әсе ғәйббәттең ҡорбаны була
Айырылышыуҙары хаҡында Рәғиҙә Янбулатова “Тамаша” журналына биргән һуңғы әңгәмәһендә былай ти: “Мөбәрәк менән ҡайҙа барһаҡ та, ҡайҙа булһаҡ та икебеҙҙе лә бик яраталар, һоҡланалар ине. Күптәр беҙгә тик бәхет кенә теләне. Шул уҡ ваҡытта бәхетебеҙгә эстәре көтөрләп, тормошобоҙҙо емерергә теләүселәр ҙә булды. Беҙҙе ялған ғәйбәттәргә бутанылар, ысҡынып ҡотола алмаҫлыҡ йәтмә-ептәргә уранылар, бер-беребеҙгә шик тыуҙырырлыҡ ялалар яғып, мөхәббәтебеҙҙе нәфрәткә әйләндерергә тырыштылар… Был хәлдәргә, йөрәгем һыҡрап, рәнйеп, күҙ йәшем түгеүҙән башҡа, көрәшергә көсөм юҡ ине. Ошо хәлемдә һаман уйнаным. Әсе яҙмышлы геройҙарымды үҙ яҙмышыма тиңләй инем. Мөбәрәкте, үҙе ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, театрҙың йә директоры, йә художество етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр… Кадрҙар булмағандыр инде. Шул арҡала башҡайыма ҡәһәрҙәр әҙ яуманы, ғәйепһеҙ ғәйепле булып әҙ үртәлмәнем. Роль бирмәһәләр – мин ғәйепле, йәнәһе, минең әмерем буйынса эшләнгән; теге йәки был артисткаға күлдәк тегелмәй икән – мин ғәйепле, хатта яман ел иҫеп китһә лә – мин ғәйепле… Миңә роль бирәләр икән – ирем арҡаһында; халыҡ уйнауымды ярата, гәзиттәрҙә мине маҡтап яҙалар икән – ирем арҡаһында. Был хәлдәргә түҙә алмай, әллә театрҙан китергәме, тигән уй ҙа килгеләне. Ләкин сәхнәгә мөхәббәтем көслө ине шул… Эйе, ул замандарҙа Мөбәрәк менән илай-илай бер-беребеҙҙән алыҫлаштыҡ. Дошмандар тантана итте. Беҙ әсе ғәйбәттең ҡорбандары булдыҡ.
Мөбәрәктең алтмыш йәшлек юбилейында уны ҡотлап, ошо шиғырымды уҡып үҙенә тапшырҙым:
Тормош тулҡындары, бәлки, яңылыш
Осраштырған беҙҙе, кем белә.
Тик йәшлегем үтте һинең менән,
Йәшлеккәйем алтын көнгөнәм.
Үкенмәйем ғүмер үткәненә
Сағыштырып иҫкән ел менән.
Үтте ғүмерем тәүге мөхәббәтем –
Урал бөркөтөләй ир менән…
…Уның үлем хәбәрен ауыр кисерҙем, ишеткәс тә, аяҡ аҫтымдағы иҙән емерелгәндәй булды. Ҙур гәлсәр ваза селпәрәмә килеп, ярсыҡтары тирә-яҡҡа таралып киткәндәй хис иттем… Һәр бер киҫәгендә беҙҙең тормошобоҙ, йәшлегебеҙ, мөхәббәтебеҙ ялтырай һымаҡ… Вафатының тәүге йылдарында төшөмә йыш инде – янған йөрәгемә дауа ла, яра ла булып…
Төштәремә инәһең йыш
Йылмайып йә моңһоулы.
Ҡарашың әсе һағыш һәм
Һағыныуҙар менән тулы.
Имеш, тимен, йәш сағыбыҙ,
Йөрәктә һөйөү бары.
Дошмандарҙың арабыҙға
Әле инмәгән сағы.
Шатморат, Ҡарлуғас булып
Уйнайбыҙ сәхнәләрҙә.
Сәхнә бер саҡ әүерелә
Киң ялан-сәхрәләргә.
Беҙ барабыҙ етәкләшеп,
Күмелеп сәскәләргә.
Беҙгә һоҡланып туя алмай,
Ҡараған кешеләр ҙә.
Мөмкин булғандыр ул мәлдә
Наҙлы сәскәләрҙе – беҙгә,
Йәки беҙҙе нурға сумған
Сәскәләргә тиңләргә.
Төштәремә инәһең йыш,
Эйәһең баштарыңды.
Күҙҙәремә ҡарайһың да
Әйтәһең: ташланыңмы?
Мин түгел, һин ташлап киттең
Мәңге ҡайтмаҫ ерҙәргә.
Яраланың күңелемде,
Һалдың ғазап, сирҙәргә.
Һағынһам да, һарғайһам да,
Һин юҡ инде донъяла.
Төштәремә инеп, мине
Уттарға һалма ғына…”
1977 йылдың 7 мартында Арыҫлан Мөбәрәков Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында Әхмәтшах ролен тыуҙыра. Үкенескә күрә, бөйөк актер ижад иткән һуңғы образ был. Ул ҡапыл ҡаты ауырып китә һәм шул уҡ йылдың 5 майында иртәнге сәғәт биштә дауаханала яҡты донъя менән хушлаша. Уға ни бары 68 генә йәш була. Ә Рәғиҙә апайға оҙон ғүмер кисерергә яҙа. Тәүҙәрәк сәхнәлә ижад иткән ролдәре актрисаны һағыштарынан аралаһа, 60 йәше тулып, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң яралы күңелен шиғриәт һәм моң дауалай.

Дездемона ҡулъяулығы
Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” тигән кибатының “Моң” тип исемләнгән бүлегендә Рәғиҙә Янбулатова хаҡында бик матур һүҙҙәр бар. Яҙыусы өлкән ҡәләмдәше менән йыш аралашыуы, Ейәнсурала йәшәгән сағында актрисаның уларҙа бер ай самаһы артыш менән дауаланыуы хаҡында яҙа:
“Өйөбөҙ Эйек ярында ине. Ишек алдында — алма ағасы. Ҡоштар ҡунып һайрай. Рәғиҙә апайға алма төбөндә урын рәтләнек. Туҡтауһыҙ өҙөлөп төшөп торған алмалар ҡамасауламаһын өсөн, баш осона сатыр ҡорҙоҡ. Рәғиҙә апай үрелеп кенә алма өҙөп ала ла бәләкәй генә ҡырғысы менән ҡырып ашай. Эргәһендә генә түтәлдәр. Алмаға кишер ҙә, сөгөлдөр ҙә ҡушып ебәрә. Аяҡтарына артыш бешекләп бирәм. Нисә минут ултырырға кәрәклеген әйтәм. Минуттарҙы ятҡа бикләгән әҫәрҙәре менән иҫәпләй торғайны. Татьянаның Онегинға яҙған хаты, Дездемонаның монологы, Ҡарлуғастың йыры һәм башҡа әҫәрҙәрҙең нисә минутҡа һуҙылғанын белә һәм яттан һөйләп ултыра торғайны. Етмеш ете йәштә иҫ китмәле хәтер!
Бер саҡ кистән мунса индек, иртәгеһен уны тағы алма төбөнә алып сыҡтыҡ. Өйҙә ҡыҙҙарымдың береһе пианинола ниндәйҙер көй уйнап ебәрҙе. Мин артыш бешекләргә мунсаға индем дә, ҡараһам, эскәмйәлә Рәғиҙә апайҙың ҡулъяулығы ята. Уны алдым да, үҙенә бирәйем тип, ул ултырған яҡҡа ыңғайлаһам, күрәм — Рәғиҙә апайҙың күҙҙәрендә йәш. Ни эшләргә белмәй аптырап киттем. Янына барырға баҙнат итмәнем, ул күҙ йәштәрен тыя алмай, түгелеп илай. Пианинонан һаман музыка ағыла.
Мин ҡабаттан мунсаға инеп киттем дә, бер ни күрмәгән кешеләй:
— Рәғиҙә апай! Дездемонаның ҡулъяулығы мунсала ҡалған бит! Яго алмаған икән, — тип ҡысҡырҙым. Рәғиҙә апай көтөлмәгән бындай шаяртыуға күҙ йәштәре аралаш көлә башланы:
— Шулай булғанмы ни? Яго алмағанмы ни? Мунсала ҡалғанмы Дездемонаның ҡулъяулығы? — тип ҡайта-ҡайта ҡабатлап көлә.
Мин янына килдем.
— Ҡош тауыштарына ҡушылып пианинонан музыка яңғырағайны, Мөбәрәк менән бергә үткән бәхетле минуттарым, балаларымдың «әсәй ҙә әсәй» тип янымда уралышып йөрөүҙәре күҙ алдыма килде лә күңелдәрем нескәреп китте. Һинең бик бәхетле сағың, Мәрйәм, балаларыңдың «әсәй ҙә әсәй» тип яныңда ғына йөрөгән ваҡыты. Әсәйең дә эргәңдә, — тине. — Барыһы ла булды минең дә. Дан-шөһрәткә күмелгән, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмә сәскәләргә сумып ултырған ҡыуаныслы саҡтарым да... Һөйөлдөм дә, һөйҙөм дә. Көнләштем дә, көнләштерҙем дә. Тормош бит. Инде һикһән йәшкә етеп киләм, ҡайһы бер һығымталар ҙа яһай аламдыр. Ҡайғының иң ауыры, иң ғазаплыһы — яңғыҙлыҡ. Әммә уны ла үткәреп була. Моң бар. Ҡолаҡтары ишеткәндәрҙе моң ҡотҡара. Иң әсе ҡайғы — бала ҡайғыһы. Иң ҙур бәхет — балаларҙың йылы мөнәсәбәте менән һаулыҡ. Шунан айырмаһын Хоҙай, — тине ул.
Ә ҡулъяулыҡ бик матур ине. Матурлығынан тыш, шуныһы ғәжәп булды: баҡһаң, ул ысынлап та сәхнәлә Дездемона ҡулъяулығы булып хеҙмәт иткән икән. Уны Рәғиҙә апай Арыҫлан ағайҙың ҡомартҡыһы тип һәр саҡ кеҫәһендә йөрөткән…”
Рәғиҙә Янбулатова 1997 йылдың көҙөндә мәрхүмә булып ҡала. Актрисаны Арыҫлан ағай менән бер зыяратта ерләйҙәр. Шулай тура килә: уларҙың ҡәберҙәре йәнәшә урынлашҡан, әммә араларынан кеше һуҡмағы үтә…
Читайте нас: