Үҙебеҙҙең урамдың Түбән осонан ғына Мортаза ағайыма кәләш йәрәшкән көндәр ине. Киске сәй ваҡытында атайым әйтә һалды:
– Былай булғас, боронғонан килгән юрау раҫҡа сыға бит. Ҡаш араһы яҡын кеше, имештер, кәләште яҡын ерҙән төшөрөр. Ана, Мортазаға ҡарағыҙ әле, ҡашы ҡашҡа тоташҡансы. — Шунан ул башын миңә табан борҙо. — Ә Мостафаның уң ҡашы — мәғриптә, һулы — мәшриҡтә. Хәләлен уға хаҡ тәғәлә бик алыҫтан тәғәйенләмәгәйе бит әле.
– Маңлайына яҙылғаны булыр, — тип һүҙ ҡуша Оло инәйем.
Минең әле уным да тулмаған. Тиҙ ышаныусанмын. Ҡапыл хафаға төштөм. Ул алыҫ ауылды нисек барып табырмын да, сит ерҙәге ят ҡыҙҙы ҡалай итеп танырмын? Былай ҙа мин сит ауылға йөрөргә әүәҫ түгелмен. Сәрәнгә Ғәйниямал апайымдарға барып бер-ике кис ҡунғас та, төйәгемде һағынып, эсем боша башлай. Үҙем әле тағы бер хәл, кәләште йәһәт кенә алырмын да ҡайтырмын. Ә төшөргән кәләшем ерҫәп сиргә һабышһа, ни ҡылырмын? Кеше түгел, алыҫтан килтерелгән йылҡы малы ерҫәй, хатта үлә лә. Бына бер көтөлмәгән хәсрәт... Етмәһә, маңлайҙағы яҙыу... Бығаса көҙгөгә ҡарамаған әҙәм түгелмен, ҡарағанмын. Тик бер ҙә генә яҙыу-һыҙыу шәйләмәнем. Хәҙер сығып, аҡ йорттағы элмәле ҙур көҙгөнән ҡарар инем дә, унда ҡараңғы. Иртәнгә тиклем саҡ түҙҙем. Күҙем де тырнап асҡас та аҡ йортҡа ынтылдым. Тутыға төшкән көҙгөнөң иң асыҡ бер еренә төбәлдем. Яҙыу түгел, бер хәреф тә юҡ маңлайымда. Булғандыр ҙа төн сыҡҡансы юйылғандыр, күрәһең. Оло инәйем бушты һөйләмәҫ. Яҙыуҙың юйылыуы һәйбәт. Юғиһә, әллә аңлашыла ул, әллә аңлашылмай. Ҡаш тигән нәмәм ысынлап та ирмәк икән: ике күҙем өҫтөндә бәләкәс кенә ике босҡаҡ йәбешеп тора. Шулар һиңә кәләш һайлаһын инде.
...Теге саҡ маңлайыма яҙылғандар бер төн эсендә юҡ булғайны. Баҡһаң, һәммәһе лә һыҙылып уҡ бөтмәгән икән. Мин һөйләйәсәк хәлдәрҙә Алланыңмы, иблес теңме мотлаҡ шауҡымы бар. Бүтәнсәрәк әйткәндә, яҙмыштың ҡатнашы ярылып ята.
Ул йылды яҙ бик йылы, имен килде. 1938 йылдың яҙы ине был. Гоголь урамының осонан алып (унда беҙҙең дөйөм ятағыбыҙ) Сталин менән Аксаков мөйөшөнә тиклем тротуарҙар бүтән ерҙәргә ҡара ған да бер аҙнаға элегерәк кибеп, таҙарып бөттө.
Яҙ еткәс, өҫ-баш та бөтөн булғас, дәрт тә ойоп ятмай икән. Күңел ҡайҙалыр ашҡына, талпына. Нәҡ ошондай иләҫ-миләҫ мәлдә һабаҡташ дуҫым Вафин Закир әйтеп һалмаҫмы:
– Нисауа ғына егет күренәһең бит һин хәҙер. Шәрип ауылында тап һиңә тәғәйен тыуған бер ҡыҙ бар. Уҡытыусы. Киттекме шуны күҙләргә? — Исемен дә теленән ысҡындырҙы.
Закир тәүәккәл, сос кеше. Пединститутҡа килгәнсе ул Кушнаренко районының Шәрип ауылында мәктәп директоры булып эшләгән. Ҡатынын, балаларын шунда ҡалдырып, уҡырға ниәтләгән. Ул етмеш төрлө һәнәрҙең оҫтаһы, ете төрлө хәйләнең хужаһы ине. Һуғыш осоронда ул хатта генерал Шайморатовтың ашнаҡсыһы булған. Әле тылда дивизия ойошторолған саҡта уҡ старшина, һалдаттарҙы теҙеп, һораған икән:
– Кем аш-һыу рәте белә, шул дүрт аҙым алға сыҡһын!
Иң беренсе булып атылып Вафин сыҡҡан. Дүрт аҙым урынына биште яһаған. Һуғыштан ул имен-аман ҡайтты. Ҡартлығында күҙҙән яҙҙы. Больницала саҡтарында хәлен барып белгеләнем. Һуңынан айырылыштыҡ. Ҡырҙа йәшәне ул.
...Вафин ҡыҙ тураһында әйткәс, бер төрлө юғалыбыраҡ ҡалдым. Бығаса ҡыҙ-ҡырҡын миңә күҙ атып бармай ине. Шулай ҙа эсемдән ниндәйҙер тетрәү уҙҙы: «Киттек!» — тинем.
Май аҙаҡтары ине. Шәмбе көндө төш алдынан Затон яғына ыңғайланыҡ. Бәхеткә ҡаршы, Ағиҙелгә еткәс үк таҡта-тоҡта тейәгән йөк машинаһына тап булдыҡ. Шофер бер һүҙһеҙ ултыртты. Ул саҡта юлдар ҙа машина ла, йәйәүле лә һирәк була торғайны. Шуға күрә ҡул күтәргән әҙәм эргәһенән выжлатып уҙыу юҡ ине. «Мин алмаһам, бүтән алыр әле», — тигән уй шоферҙың башына ла инмәй. Шуны ла әйтәйем, ул алыҫ «ҡараңғы» замандарҙа хөкүмәт машинаһына ултыртҡан өсөн аҡса һорау ғына түгел, шоферға аҡса тәҡдим итеү ҙә оят эш ине.
Төш ауғанда беҙ Шәриптә инек инде. Нәжибә беҙҙең ҡайтыуҙы самалабыраҡ торған, ахырыһы, ашһыу менән көткән. Әммә тамаҡҡа ризыҡ үтмәй. Ике күҙем тәҙрәлә. «Теге» ошо уҡ ихаталағы кескәй йортта йәшәй икән. Бая Закир ымлап күрһәтте. Телдән дә әйтте: «Өс ҡыҙ унда...» — тине.
– Ҡыҙҙар нимә эшләй? — тине Вафин, кесе йортҡа ишара яһап.
– Былбылыбыҙ осто, ҡарлуғастар ҡалды, — тине Нәжибә, кинәйәләп.
Был кинәйә минең йөрәгемә килтереп һуҡты. Аңлап та етмәнем, ләкин ул яҙмыштың мәкерле хөкөмө һымаҡ тойолдо.
– Нисек инде «осто»? — Был һүҙҙәр минең телемдән ысҡынды.
– Кисә каникул башланды бит. Бөгөн ылау тура килде лә Өфөгә туғандарына китеп барҙы...
— Нәжибә таныш исемде әйтте. Мин бөтөнләй быжып төштөм, буғай. Закир, минең хәлде һиҙеп, тынысландырырға ашыҡты:
– Ҡалғандарының береһе оторо сибәр. Күрһәң, хайран ҡалырһың...
Зирәк ҡатын икән Нәжибә, шунда уҡ һүҙ айышын аңланы.
– Мәғфүрә төҫкә-башҡа һис тә ҡайтыш түгел, буйға хатта ҡалҡыуыраҡ, һылыуыраҡ та...
Мин эсемдән уйлап ултырам: «Булмағай тағы. Миңә ҡалһа пар ҡанатлы фәрештә булһын. Миңә тәғәйен тыумағас... Былар бит ирле-ҡатынлы мине, алдатып, оторға уйлайҙар. Ныҡ торорға кәрәк. Бирешергә ярамай. Үҙеңдекен күрмәҫ әүәл үк ятҡа күҙ һалыу хыянат түгелме ни?» Ихлас әйтәм, ошондайыраҡ уйҙарға төштөм. Анау көндө Закирҙың: «Шәрип ауылында һиңә тәғәйенләнгән бер ҡыҙ», — тигән һүҙҙәрен ҡыҙыҡһынып ҡына түгел, инанып ҡабул иткәйнем.
Шулай ҙа сиселеп үк китмәйем. Йәнәһе, беҙ, ҡыҙ тип, иҫе киткәндәрҙән түгел. Харап икән, таныш та булмаған ниндәйҙер бер «былбыл» Өфөлә һайрап йөрөй, имеш. Йөрөһөн... Ә эсемдә уға үпкәм бар. Гүйә, ул мине, белә тороп, ташлап киткән. Аямаған. – Һандуғасын да һайратырбыҙ, ҡарлуғасын да тирбәтербеҙ әле, — тигән булдым ғәмһеҙ генә. Ошо минуттан алып үҙемде вайымһыҙ, хатта уйынсаҡ тоторға тырыштым. Теге «былбыл»ға үс итеп. Сыҙамаған ике көнгә...
Тамаҡ туйҙырғас, Закир менән икәү кесе йортҡа килдек. Ҡыҙҙар өйҙә ине. Исемдәрҙе әйтеп, ҡул бирештек. Сөм ҡара сәсле, ҡуйы ҡара ҡашлы, түңәрәк йөҙлө, тәненә һылашып торған аҡ күлдәкле Мәғфүрәне мин, исемен әйтмәһә лә, таныр инем. Ҙур ҡара күҙҙәре уның сабыр, уйсан, ә тулы ирендәре ҡыйыу, тынғыһыҙ күренде. Буйға, ысынлап та, зифа икән. Мәғфүрәне илаһи сибәр тип булмай. Әммә ул күрер күҙгә ныҡ яғымлы ине. Икенсеһе Саимә исемле икән. Тегеһе — уҡытыусы, быныһы — фельдшер.
Төкөрөгөн сәсә-сәсә мине шәп шағирға сығарып маҡтаны ла Закир китеп барҙы. Шиғыр яраталар икән ҡыҙҙар. Шиғырҙар уҡыныҡ. Киске һалҡын төшә башлағас, ҡырға сыҡтыҡ. Йәм-йәшел сирәм буйлап Һайыҫҡан ауылына табан ыңғайланыҡ. Саимә, ниндәйҙер йомошон хәтерләп, ярты юлдан кире боролдо. Икәү ҡалдыҡ. Нимә һөйләшкәнбеҙҙер, иҫләмәйем. Табылғандыр инде шунда. Үҙеңдеке булмаған йәр менән бүлешер серҙе ҡайҙан алаһың инде. Мәғфүрәнең тауышы йомшаҡ, яғымлы. Уны тыңлау танһыҡ. Тик шуныһы аяныс: миңә тәғәйенләнмәгән. Йөрөй торғас, эңер төштө. Оҙон томра көндөң кисе далаға мең төрлө хуш еҫ бөркөнө. Ошо еҫтәр күңелде елкетә. Мәғфүрәнең аҡ күлдәк еңенә ҡапыл ярғанат килеп һуғылды. Ҡыҙ «ой!» тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм, янтайып, миңә һыйынды. Шунда уҡ ситкә тайшанды. Һүҙ өҙөлөп торҙо. Ярғанаттың аҫтыртын хәйләһен мин тиҙ төшөндөм. Мине ҡотортоу бит уның ниәте. Мин бирешмәҫкә ҡарар иттем. Яҙғанын эҙләргә кәрәк...
Ифрат үҙ һүҙле инем мин егет сағымда. «Былбылдың» ҡала адресын алып, иртәгеһен үк Өфөгә киттем. Вафин йәш бисәһе эргәһендә тороп ҡалды.
Хыял тауҙарынан төшөп, үҙебеҙҙең ятаҡҡа ҡайтып ингәс, ундағы фәҡир тормошобоҙҙо күреп, ҡапыл күңел һүрелде, дәрт баҫылды. Адрестар тотоп, ҡыҙ юллап йөрөргә мин кем әле ул тиклем? Уға, барып, нимә әйтәйем? «Һин минең маңлайымда яҙылғанһың, шул яҙыу буйынса килдем», — тиемме? Шулай тиһәң, шыр тилегә һанаясаҡ бит ул мине. Теге адресты, уҡып та тормай, йыртҡылап елгә осорҙом.
Был яҙҙа мөхәббәт шулай минән эҙ яҙҙырҙы. Төштөң бит иң татлыһы ла, иң ҡурҡынысы ла тиҙ онотола. Мин дә былай аяҡ үрә һаташып йөрөүемдән тиҙ айныным. Йәй көнө тормошомда күҙгә күренерлек үҙгәрештәр булды. Минең дуҫым Вәли Нафиҡов институтты бөтөргәс тә «Пионер» журналының редакторы итеп тәғәйенләнде. Шунда уҡ ул мине ярты әжергә үҙ янына эшкә алды. Институтта экзамендарым бөткәс тә хеҙмәткә керештем. Әле яҙ башында уҡ беҙҙең шиғырҙарҙы Яҙыусылар союзында тикшереп, баҫып сығарырға тәҡдим иттеләр. Икебеҙҙең ҡулъяҙмаларҙы бер китапҡа туплауҙы ҡулай күрҙеләр. Беҙ — ике дуҫ, шатланып риза булдыҡ. Йәйебеҙ шул йыйынтыҡты әҙерләүгә китте. Икебеҙ бергә «Отряд ҡуҙғалды» тигән поэма ла яҙа башланыҡ. Бөтөрөп булманы. Әммә исемен, йәтеш һанап, китап ҡа ҡуштыҡ. Аҡ ҡатырға тышлы уртаҡ шатлығыбыҙ октябрь аҙаҡтарында килеп тә сыҡты.
Китап та сығарғас, хеҙмәт хаҡы ла ала башлағас, ҡотайып киттек. Студенттың иң ҙур хыялы ул — ятаҡтан күсеп, фатирҙа тороу. Кисәге студент Вәли менән бөгөнгө студент мин тиҙ арала фатир табып алдыҡ. Достоевский урамындағы 47-се һанлы йортта ине ул. Икенсе ҡатҡа тар ғына текә баҫҡыс илтә. Өҫкө соланда асылмалы тәҙрә бар. Килгән кеше ҡыңғырау сымын аҫтан тарта, ишек асыусы түбәнгә төшөп тормай, тәҙрәнән башын тығып ҡарай ҙа, келәнән өҫкә һуҙылған епте тарта. Келә үҙе асыла. Инеүсе үҙе артынан келәне элеп инә. Ишеккә ят кеше ҡағылһа: «Һеҙгә кем кәрәк ине?» — тип һорайҙар. Бер танышыбыҙҙың кәңәше буйынса беҙ Вәли менән икәү тәү тапҡыр килеп әлеге ҡыңғырау сымын тарттыҡ, күп тә үтмәне, ап-аҡ сәсле, йәп-йәш йөҙлө, асыҡ сырайлы бер ханым өҫкө тәҙрәнән башын һоноп: «Һеҙгә кем кәрәк ине?» — тине. Был — беҙҙең буласаҡ хужабикәбеҙ Һәҙиә апай ине.
Бүлмәбеҙ иркен генә. Уртала ҙур өҫтәл тора. Түр мөйөштә этажерка. Икебеҙгә ике карауат. Беҙ көн итә башлағас, был йортта Бикбай ҙа, Агиш та, Хәй ҙә, Ниғмәти ҙә, Әмири ҙә, Кирәй ҙә байтаҡ булды. Ихлас күңелле Һәҙиә апай, юҡты бар итеп, барҙы күп итеп, табын әҙерләне. Ул саҡта ҡунаҡ ҡабул итеү өсөн күп нәмә кәрәкмәй ине: таҡта сәй, яҡты сырай. Ҡалғаны булһа, тағы ла яҡшыраҡ, булмаһа, ояты юҡ. Сөнки ҡунаҡ һыйы күңелдең үҙендә ине.
Һуғыштан һуң был бүлмәлә Ғабдулла Әхмәтшин, унан ҡала ҡустыһы Ғабдулла менән Хәким Ғиләжев йәшәне. Хәҙер ул йорттоң урынында ҙур һоро таш бина һерәйеп тора.
Ҡара көҙҙә Вәли Нафиҡов армияға китте. Фатирҙа бер үҙем тороп ҡалдым. Редакцияға ла сабам, дәрескә лә йөрөйөм, шиғыр яҙырға ла әмәлен табам. Ғүмер эсендә тәү тапҡыр яңғыҙым бер бүлмәлә йәшәйем. Ғәләмәт икән был. Әйтерһең, тәүлеккә сәғәттәр өҫтәлде. Бөтәһенә лә өлгөрәм.
Утыҙ беренсе декабрь көндө эштән иртәрәк киттем. Институтҡа барманым. Төштән һуң уҡый инек. Трамвайҙан төшкәс, әйләнеп-әйләнеп яуған күбәләк ҡарға һоҡланып, хозурланып, яй ҡайттым. Ҡапҡанан ингәс тә көҙөн япраҡ ҡоя алмай ҡалған сейә тирәһендә талпынышып уйнаған ҡар бөртөктәренән айырыла алмай торҙом. Әйтерһең, утҡа тартылған күбәләктәр әйләнә.
Башты күтәрмәй генә ҡыңғырауҙың сымын тарттым. Өҫтә ишек асылып ябылды, әммә келә шунда уҡ тартылманы.
— Һеҙгә кем кәрәк ине? — тине таныш булмаған сағыу тауыш. Уның моңо мине ҡапыл арбап алды. Терләп башымды юғары сөйҙөм. Асыҡ тәҙрә эргәһен дә ҡарағусҡыл йөҙ балҡыны. Балҡыны ла кинәт һүрелде. Мин үҙемде тыныс тоторға тырыштым. Ярым шаярып, ярым ҡаушап әйтә һалдым:
– Һеҙ кәрәк, төшөгөҙ бында, — тинем. Келә һаман асылмай.
– Һыҙғыра беләһегеҙме, һыҙғырығыҙ, һыҙғырһағыҙ, төшәм. — Матур ыҡсым танауын йыйыра биреп, ул көлөп ҡуйҙы.
Мин ғүмере һыҙғырырға өйрәнә алманым.
– Һыҙғырыуын һыҙғырмам. Кәүҙәгеҙҙе күрһәм, тыным менән тартып алам. Бына шулай... — Мин, ирендәремде ослайтып, һауа һурып ҡуйҙым.
Келә келт итеп ҡалды. Шунда уҡ өҫтәге ишек асылып ябылды. Мин баҫҡыстан юрамал оҙаҡ мендем. Ниңә шулай иткәнмендер, быныһын әле лә аңламайым. Йөрәгем бит ашҡына ине...
Кисә ауылдан килгән атайым менән ҡустым Ильяс мейес эргәһендә тоҡҡа нәмәләр тултырып тора. Мин улар янында туҡталдым. Ишек асҡан ҡыҙ эскә, урта бүлмәгә, инеп киткән.
Минең атайым ирмәк кеше ул — кинәйәле һүҙҙе, ишаралы эште ярата. Ифрат һынамышлы зат. Тоғон тултырып бөткәс, ҡыҙҙы саҡырҙы. Ул сыҡты. Буһынын шәйләргә зиһенем етмәне. Сөнки күҙҙәренә әсир төштөм.
– Һыйың-сәйең бик тәмле булды, ҡәрендәш, — тине атайым, — бынау тоҡто бәйләп кенә бирсе. — Ҡыҙға сүстән ишелгән тоҡ бауы һуҙҙы, үҙе тоҡтоң ауыҙын бөрөп тотто.
Ҡыҙыҡай тартынып, ҡарышып торманы. Ул нескә генә бармаҡтары менән шундай таҫыллы хәрәкәттәр яһап, бауҙы салып бәйләп тә ҡуйҙы.
– Афарин, һылыу ҡыҙ, ҡулың эшкә килешеп тора икән. Миңә һинең ҡапсыҡ ауыҙы бәйләүең хәжәт түгел. Эшкә нисек тотоноуыңды күргем килгәйне.
Атайым эште ҡупыртмағайы тип шөрләп ҡуйҙым. Юғиһә уның еткән улдары өсөн кәләш тамғалай торған ғәҙәте бар. Был юлы эш кинәйәнән уҙманы.
Атайым менән ҡустым, көн кисләй тип, китеп барҙы. Һәҙиә апай өйҙә юҡ. Икәү генә тороп ҡалдыҡ. Шунда ғына ҡыҙ ҡулын һуҙҙы.
– Танышайыҡ әле. Минең исемем Рауза. Мин уның кескәй ҡулын усыма алдым.
– Нисек инде ул «Шәриптән»? — Ул ҡулын тартып алды.
– Һеҙ Шәриптән! Һеҙ ишек асҡанда уҡ күңелем һеҙҙе таныны. – Эйе, былтыр мин унда уҡыттым. Быйыл Талбазыламын. Һәҙиә апай һөйләгәйнеме?
– Ул һөйләмәне... Үҙем... — Мин һүҙемде абына-һөрөнә башланым. — Былай булды. Уҙған йәйҙе Вафин Закир мине Шәрипкә алып китте. Һине күрергә тип барҙым. Һин Өфөгә китеп барғайның. Мин ифрат бойоҡтом... Күрмәһәм дә үҙеңә ғашиҡ булып киттем. Дөрөҫ эшләгәнмен икән.
Хужабикә ҡайтҡансы мин бөтәһен дә һөйләп өлгөрҙөм. Оло инәйем юраған маңлайҙағы яҙыу тураһында ла, ҡаш араларымдың алыҫлығы тураһында ла, Мәғфүрә менән Саимә тураһында ла әйттем. Тик әрһеҙ ярғанатты иҫкә алыуҙы кәрәк тапманым.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә беҙ үҙебеҙҙе тәү күрешкән кешеләр итеп түгел, оҙаҡ айырылышҡандан һуң табышҡан кешеләр һымаҡ һиҙә башланыҡ. Беҙ бөгөнгө осрашыуға артыҡ ғәжәпләнмәнек тә шикелле. Ә бына Шәриптә аймылыш булыуыбыҙға тороп-тороп иҫебеҙ китте.
Мин байтаҡ йылдар үткәс кенә аңланым: Шәриптә аймылышмаһаҡ, йәғни Шәрип ваҡиғаһы бөтөнләй булмаһа, Өфөлә осрашыуҙың мәғәнәһе төптө икенсе булыр ине, дөрөҫөрәге, уның мәғәнәһе, бәлки, «иҫәнме-һаумы»нан уҙмаҫ ине. Килер ҙә китер ине ҡыҙ. Йәш-елкенсәктең юл ыңғайында тап булышып, һүҙ ҡушышып, ҡул болғашып китеүе ғәжәп хәл түгел. Етмәһә, Раузаның күҙе төшөбөрәк йөрөгән егете лә булған. Уныһын һуңынан белдем. «Мәғфүрә егет ҡарамаҫлыҡ ҡыҙ түгел. Хатта һөйкөмлө. Ләкин минеке түгел. Маңлайыма яҙылмаған. Мин бит уны юллап килмәнем ауылға. Шуға күрә күңелем ятманы», — тигән һүҙҙәрем Раузаға ныҡ тәьҫир итте булыр. Ул бер талай моңһоу уйға сумып торҙо. Яй ғына башын ҡалҡытып, минең маңлайыма күҙ һалды. Саҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы. Бәлки, маңлайымдан да һыйпар әле, тип өмөт иттем, һыйпаманы. Шулай ҙа, уҡып, нимәлер таныны, төшөндө шикелле.
Рауза асыҡ тәбиғәтле икән. Ҡыланыуҙың ни икәнен дә белмәй. Шул ваҡытта артыҡ сиселеп тә бармай. Серле.
Был кистә лә, һуңыраҡ та беҙ ғишыҡ һүҙе һөйләшмәнек. Ләкин ике яҙмыштың уртаҡ китабы яҙыла башлауын самалап һиҙендек.
Йәш саҡта ул минең маңлайымдағы яҙыу тураһында бер тапҡыр ҙа хәтерләтмәне. Онотҡандыр, тигәйнем. Юҡ, онотмаған, Күптән түгел көҙгө йонсоу бер көндә кескәй генә өйҙә усаҡ ҡаршыһында ултырғанда ул, маңлайымдан һыйпаны ла, былай тине:
– Бындағы яҙыуҙарға ваҡ-төйәк төҙәтмәләр индерелеүен индерелгәндер инде... Ярай, асылын юғалтмаған, төп нөсхәһе юйылмаған. Шуға күнергә тура килә.
– Ҡаршы елдә күп йөрөлдө шул. Ел киҫеүе лә ихтимал... — тип фәлсәфә һаттым мин.
— Һин беләһең, елгә ҡаршы барыу түгел, ел ыңғайына йөрөү яҙмыштарҙан яҙҙыра. Аҡланма. Ҙур үпкәләрем юҡ һиңә...
...Нәҡ илле ике йыл әүәл беҙ бына ошолай табыштыҡ. Мөғжизә түгелме ни был?