Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт ҡиссаһы
12 Апрель 2021, 12:40

"Шоңҡар”ҙың ғаиләһе ишәйҙе!

Йөрәктәрегеҙҙәге ҡайнар хистәр hеҙгә йылы яҙҙарҙа юлдаш, hалҡын ҡыштарҙа йылытыусы усаҡ булhын.

Хеҙмәттәшебеҙ, Хәйбулла шоңҡары Айнур Миҙхәт улы Аҡылов ғүмеренең бәхетле миҙгелен кисерә. Егетебеҙ Йылайыр һылыуы, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Илгизә Илнур ҡыҙы Йәрмөхәмәтова менән никахлашты. Йәш ғаиләне законлы никахтары айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Йөрәктәрегеҙҙәге ҡайнар хистәр hеҙгә йылы яҙҙарҙа юлдаш, hалҡын ҡыштарҙа йылытыусы усаҡ булhын. Тормош баҫҡыстарын үткәндә бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, тойғоларығыҙҙың ҡайнарлығын hүрелдермәй, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ менән гөрләшеп, ныҡлы сәләмәтлектә, шатлыҡ-ҡыуаныста, саф мөхәббәттә, аҡ бәхеттәргә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙhын.
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә барығыҙ.
Ир-ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын,
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн!
Читайте нас: