Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
8 Апрель 2012, 20:17

Һәр беребеҙҙә мөғжизә йәшәй

Сәйер кешеләр… Ғәжәп кешеләр… Үҙебеҙҙең арабыҙҙа ла ҡылыҡтары менән аптыратҡан, башҡа һыймаҫлыҡ һәләттәре менән таң ҡалдырғандар әҙме ни?!

Алтмышты уҙған Нгок исемле вьетнам кешеһе утыҙ йылдан ашыу йоҡоһоҙлоҡтан яфалана. Яфалана тиеүем бик үк дөрөҫ түгел, сөнки керпек тә ҡаҡмайынса һин дә мин йәшәй бирә, уға төндө уҙғарыуы ғына ҡыйын. Аптырағастыр инде, өс ай эсендә, балыҡ үрсетеү ниәте менән, төндәрен ике быуа ҡаҙып ташлай. Табиптарға күренеү бер һөҙөмтә лә бирмәй: мистер Нгокта йоҡламаҫлыҡ бер сәбәп тә тапмайҙар.
Ә бына Йокои тигән кеше һуғыш бөткәндән һуң да егерме һигеҙ йыл йәшеренеп ята. Ул 1941 йылда япон армияһына алынған була. Ҡырҡ дүртен­се йылда, американдар Гуам утрауын утҡа тотҡанда, бер кем тапмаҫлыҡ итеп йәшенә. Листов­каларҙан һуғыш тамам­ланғанын белһә лә, “оя”һынан сығырға ашыҡмай. 1972 йылда уның джунгли­ҙағы ер аҫты мәмерйәһендәге торла­ғына яңылыш ҡына барып сығалар.

Һинд штатындағы бер фермер иһә бөтә ғүмерен бюрократ системаһына ҡаршы көрәшеүгә арнай. Беҙҙең телдә “тере үлектәр” тип аталған “Мритак сангх” ойошмаһын төҙөй, сөнки үҙе документтар буйынса күптән инде гүр эйәһе була. Быны 1976 йылда кредит алырға уйлағанда асыҡлай. “Беҙ үлеләргә аҡса бирмәйбеҙ”, — тип яуаплайҙар уға.

Хәл иһә былай була: дауаханала ятҡанда кемдер, ул үлде, тигән хәбәр тарата. Шунан файҙаланып, ағай-энеһенең береһе йәһәт кенә уның үлеме тураһында ҡағыҙ яҙҙыртып ала. Документтар буйынса “үле” туғанының ере хәҙер уныҡы һанала. Дөрөҫлөк даулап көрәшә башлағас, бындай ҡорбандарҙың йөҙәрләп булыуы асыҡлана.

Мишель Лотитоның (1950 йылғы) туғыҙ йәшендә сәйер һәләте асыла: ул, ата-әсәһенең ҡотон алып, телеви­зорҙы ашай! Ун алты йәшенән металл, резина, быяла кеүек нәмәләр ашап, аҙнаһына әллә нисә тапҡыр сығыш яһай башлай, уның өсөн аҡса ла ала... Уларҙы сәйнәп тормай, һыу менән ҡуша ғына йота. Шуныһы ҡыҙыҡ: хатта ағыуланыу ҡурҡынысы булған әйберҙәр ашаһа ла, егеттең организмына бер ниндәй ҙә зыян килмәй.

Сәйер кешеләр… Ғәжәп кешеләр… Үҙебеҙҙең арабыҙҙа ла ҡылыҡтары менән аптыратҡан, башҡа һыймаҫлыҡ һәләттәре менән таң ҡалдырғандар әҙме ни?! Спорт өлкәһендә, сәнғәттә, фәндә, ғөмүмән, тормошта. Миңә, мәҫәлән, элегерәк иремдең ағаһының берәй эш менән шөғөлләнгәндә йүгереп йөрөүе ҡыҙыҡ булып тойола торғайны. Бер уҡытыусы әхирәтемдең “эшем ныҡ оҡшай, бүтән ерҙә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым” тип бирелеп эшләүе әле һаман һоҡландыра ла, аптырата ла. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда уҡытыусы булам тип йәбешеп ятҡан патриоттар булыуы ғәжәп бит!

Йәнә ҡырҡҡа инеп барған бер ирҙең эшләргә яратмауы ла сәйер. Туғандары әллә нисә тапҡыр эшкә урынлаштырып ҡараны (бер эшендә хатта бүлмә лә алды), әммә ул ауылындағы һыуыҡ өйөн (йыуып-таҙартыуҙары файҙа бирмәне), аслы-туҡлы тормошон ҡәҙерлерәк табып, “берәҙәк” булып йәшәүҙе өҫтөнөрәк күрҙе.

Минең ҡыҙым иһә башланғыс кластарҙа аҙна көндәрен әйтә белеүе менән иҫебеҙҙе китәреп алды. Мәҫәлән, бер ваҡыт, тыуған көнөм быйыл ниндәй көнгә тура килә икән, тип календарҙы ҡулыма алам. Гөлиә шул саҡ уйлап та тормай: “Шәмбегә…” — ти. Ҡарайым: ысынлап та шулай! Ҡыҙыҡ күреп тикшереп ҡарағаныбыҙ булды: төрлө йылдың төрлө көнөн әйтәбеҙ, ә ул ниндәй аҙнала икәнен дөп-дөрөҫ әйтеп бирә! Тағы машинала йә автобуста китеп барғанда (ул ваҡытта балалар баҡсаһына ғына йөрөй ине әле) ҡапыл ғына “Мин был ерҙә булдым! Хәҙер боролһаҡ, шул-шул була”, – тип һүрәтләп бирә ине. Боролоуға мотлаҡ Гөлиә әйткән нәмәне күрәбеҙ… Йәл, уның күрәҙәлеге шул мәлдәрҙә тамам да булды. Бәлки, ваҡытында әһәмиәт бирергә, был һәләтен үҫтерергә кәрәк булғандыр…

Йә булмаһа, Флүрә исемле әхирәтем йыш ҡына аптыратып ҡуя. Уға ысынлап тороп үпкәләгән саҡтарым да булды минең. Бына-бына фатир алырға торабыҙ. Мин ҡыуанып-ҡыуанып ошо шатлығымды әхирәтем менән бүлешмәк булам. Ә ул һөйләп тә бөтмәҫтән бүлдерҙе лә: “Ул фатирыңда күрмәйем мин һине”, — тимәһенме! Хәл ителеп бөткән, ышанманым. Ә ул: “Һин үҙ йортоңда торасаҡһың”, — тип үҙенекен тыҡый. Үпкәләнем, шунда ла һүҙенән кире ҡайтманы. Ул ваҡытта үҙ йортом тураһындағы уй башыма ла инеп сыҡмай ине. Шул көндәрҙә, фатирҙы әлегә бирә алмайбыҙ, тигән хәбәр алдым… Күп тә үтмәне, байтаҡ йәш ғаиләне ҡыйыҡлы иткән “Үҙ йортом” программаһы ҡалҡып сыҡты. Уны-быны уйлап, аңлап өлгөргәнсе, шул программа буйынса йорт алып, уны һалып бөтөп, күсенеп йәшәп ята инек инде. Шунда әхирәтемдең һүҙҙәре ҡылт итеп иҫемә килеп төштө: ул хаҡлы булып сыҡты!

Ә бер көн: “Ултырғысың әйләнеп ултырған, эшеңде алыштырырһың, ахыры”, — тип хафаға һалды. Ул турала уйланғаным юҡ ине әле. Әлбиттә, ниндәй эш икән, тип ҡыҙыҡһындым. “Бәләкәй генә бүлмәлә шулай уҡ ҡағыҙҙарға күмелеп ултыраһың, йөҙөң бик ҡәнәғәт, нур төшөп тора, ҡайғырма”, — тине. Ике-өс аҙнанан Мәскәүгә командировкаға барырға тура килде. Ултырған бүлмәм ысынлап та бәләкәй генә, ҡағыҙҙарға күмелеп ултырам, ә тәҙрәнән, ағас япраҡтары араһынан юл табып, ҡояш нурҙары һуҙылғайны… Мөғжизә түгелме ни?!

Һанай китһәң, һәр беребеҙҙә табырға була йә сәйер, йә аптыратырлыҡ, йә һоҡландырырлыҡ һыҙатты. Уларҙың барыһы ла йәшәп ятҡан донъябыҙҙы ҡыҙығыраҡ, серлерәк, матурыраҡ яһай. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ, матур сифат­тарыбыҙҙы үҫтерә, баһалай беләйек.



Читайте нас: