Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
19 Ноябрь 2018, 21:42

Ҡояшты кем һүндергән?

Ҡапыл бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сума. Эҫе тейеү тәьҫире лә, башҡа төрлө сир билдәһе лә түгел был, сөнки Мирей Жене үҙ аңында була, ниндәй хәлдә икәнлеген бик яҡшы хәтерләй. Аптырамаҫлыҡ та түгел: тирә-яҡ, ер аҫтында ҡалған кеүек, дөм ҡараңғылыҡҡа бата.

1957 йылдың июлендә француз газеталары Арля ҡалаһында йәшәүсе 54 йәшлек Мирей Жене исемле ҡатын менән булған хәл тураһында яҙып сыға. Күптәр тәжрибәле шәфҡәт туташы, өҫтәүенә, кешелекле, тыныс, тыйнаҡ холоҡло Мирейҙы йыш ҡына өйөндә ауырыу туғанын ҡарашырға йә балаһы менән ултырып торорға саҡырыр булған. 1957 йылдың 16 июлендә Жене, ғәҙәттәгесә, Катильон фамилиялы кешеләрҙең өйөнә яңы тыуған сабыйҙарын ҡарашырға килә. Баланы коляскаға һалып, паркка китә. Ҡояшлы, йылы, матур көн була. Ҡала халҡының күпселеге был ваҡытта йылғала һыу инә, пляжда ҡыҙынып ял итә. Сабый тыныс ҡына йоҡлағас, ҡатын ағас күләгәһендә торған эскәмйәгә ял итергә ултыра.


Ҡапыл бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сума. Эҫе тейеү тәьҫире лә, башҡа төрлө сир билдәһе лә түгел был, сөнки Мирей Жене үҙ аңында була, ниндәй хәлдә икәнлеген бик яҡшы хәтерләй. Аптырамаҫлыҡ та түгел: тирә-яҡ, ер аҫтында ҡалған кеүек, дөм ҡараңғылыҡҡа бата.


Шул ваҡыт коляскала йоҡлап ятҡан малай ҙа уянып, аҡырып иларға тотона. Ҡатын баланы ҡапшап эҙләп таба ла, тынысландырырға теләп, күкрәгенә ҡыҫа. Ҡараңғылыҡ дауам итә, әле генә геүләп торған машиналар тауышы ла, сәскәләр, ағастар бөрккән хуш еҫтәр ҙә, ҡоштар һайрауы ла юҡҡа сыға. Жене, сабыйҙы ҡосҡан килеш, ҡурҡышынан бер урында ҡатып ҡала.


Женеға был сәйер хәл ни бары 15 минут тирәһе дауам иткән кеүек тойола. Күп тә үтмәй, ҡараңғылыҡ донъяны нисек баҫып алған – шулай юҡҡа сыға, тирә-яҡҡа яҡтылыҡ һибелә. Көн инде кискә ауышып барған була. Һалҡын ел иҫә башлай, бульварҙа йылы итеп кейенгән бер нисә кешенең йөрөгәне күренеп ҡала.


Бына ғәжәп, ҡатын менән сабый өс көн элек юғалған һанала икән! Ахырҙа баланың ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Парктың һәр сантиметрын тикшереп сыҡҡан, әммә бер ни ҙә тапмаған. Билдәле, Женены иректә ҡалдырмайҙар: урындағы жандармерияла һорау алып йонсоталар: йәнәһе, өс көн буйы баланы ҡайҙа алып йөрөнөң дә, нимә ҡылырға теләнең (ысынлап та, бәлки сабыйҙы урларға ниәт ҡылғандыр…). Ләкин, ысынында нимә булғанын үҙе яҡшылап аңламаған ҡатын теге сәйер ҡараңғылыҡтан башҡа бер ни ҙә һөйләй алмай.


Мирей Жене менән булған осраҡ әле булһа XX быуаттың иң сәйер, серле ваҡиғаһы һанала, уға бер кемдең дә фәнни яҡтан асыҡлыҡ индергәне булмаған.


***


1904 йылдың 2 апрелендә Лондондың Уимблдон районындағы метро станцияһын көпә-көндөҙ, күләгә лә күренмәҫлек ҡараңғылыҡ баҫып ала. Пассажирҙарҙың, метрополитен хеҙмәткәрҙәренең бындай


күренештән ҡоттары алына. Бер нисә көн үткәс, был сәйер ваҡиғаның серенә төшөнөр өсөн метрополитен янында фәнни тикшеренеүҙәр ойошторола. Белгестәр тышҡы яҡтан яҡтылыҡ индереүсе бөтә тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе ҡаплай, эстәге бөтә уттарҙы һүндерә. Нисек кенә тырышһалар ҙа, теге көндәге кеүек ҡараңғылыҡты булдыра алмайҙар. Тәжрибәлә ҡатнашыусылар был яһалма ҡараңғылыҡта бер-береһенең шәүләһен, яҡынлашып килгән поезды ла күрәләр. Ә 2 апрелдә иһә, тирә-яҡты ысын мәғәнәһендәге дөм ҡараңғылыҡ солғап ала. Ҡыҫҡаһы, был сәйер осраҡты бөгөн дә аңлатырлыҡ кеше юҡ.


Был ваҡиғанан һуң ете йыл самаһы ваҡыт үтеп китә, халыҡ та ул турала онота башлаған була. 1911 йылдың 7 мартында АҠШтың Кентукки штатындағы 50 мең кеше йәшәгән Люисвилл ҡалаһын шундай уҡ, аңлатыуы ауыр булған ҡараңғылыҡ баҫа. Ул бер сәғәт тирәһе дауам итә. Шаһиттар ҙа әҙ булмай: улар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, ҡараңғылыҡ ҡамап алған ваҡытта ни тиклем көслө ҡурҡыу кисереүҙәре тураһында һөйләп бирә.


Ҡапыл барлыҡҡа килгән ҡараңғылыҡ тураһында һорауҙар әле булһа һауала эленеп ҡала. Берәүҙәр был күренеште шайтандарҙың шашыуы менән аңлатып маташһа, икенселәр, киреһенсә, кешеләргә Аллаһтан ебәрелгән иҫкәртеү тип фаразлай.


Г. ӘМИНЕВА әҙерләне
Читайте нас: