Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
4 Декабрь 2018, 17:57

Ышанмаҫлыҡ… Әммә ышан үҙеңә!

“Кеше-уникумдар” Америка йәмәғәт ассоциацияһы иң ғәжәп донъя супермендарының рейтингыһын төҙөгән. Кеше-феномендарҙың мөмкинлектәре ябай халыҡты ғына түгел, ғалимдарҙы ла шаҡ ҡатыра.

“Кеше-уникумдар” Америка йәмәғәт ассоциацияһы иң ғәжәп донъя супермендарының рейтингыһын төҙөгән. Кеше-феномендарҙың мөмкинлектәре ябай халыҡты ғына түгел, ғалимдарҙы ла шаҡ ҡатыра.


Кеше-цифр

Даниэль Таммет

Даниэль 1979 йылдың 31 ғинуарында Бөйөк Британияла тыуа. Ул бала сағынан ҡатмарлы арифметик иҫәптәрҙе пейзаж рәүешендә күреүгә һәләте булыуын “иҫбатлай” башлай. Уның аңында 10 000-гә тиклем һәр һан үҙенә генә тәғәйен уникаль формаға, төҫкә һәм текстураға эйә. Мәҫәлән, 1 – асыҡ аҡ төҫ, ә 89 – күктән яуған ҡар бөртөгө. Таммет – Пи һаны буйынса Европа рекордсмены: 3-тән аҙаҡҡы өтөрҙән һуң ул хәтерҙән 22514 һан әйтеп бирә. Быларҙан тыш, Таммет Европаның 10 телендә һәм эсперантола аңлаша ала.


Үҫмер-эхолокатор

Бен Андервуд

Бен – Калифорния штатының Сакраменто ҡалаһынан. Ул өс йәшендә “селтәрле шекәрә рагы” арҡаһында күреү һәләтен юғалта. Шулай ҙа был уға тулы тормош менән йәшәргә кәртә булмай. Бен күҙҙәре урынына телен эшкә ҡуша! Телен шартлатыуҙан барлыҡҡа килгән етеҙ, ҡыҫҡа тауыштар - яҡында булған объектарҙы сағылдыра. Йәғни, ярғанат кеүек үҫмерҙә шаңдауҙы “тотоп алыу” һәләте тыуа.


Кеше-резина

Даниэль Смит

Смит – биш тапҡыр Гиннесс рекордсмены. Ул иң һығылмалы һәм билдәле акробат һанала. Даниэль дүрт йәшендә тәнен “йомарлай” башлай һәм 18-ҙе тулғас циркка эшкә төшә. Егеткә теннис ракеткаһы менән унитаз ултырғысы ярығы аша үтеү, сумаҙанға инеп ятыу бер ни тормай. Табиптар бындай һығылмалылыҡ Даниэлгә тыумыштан бирелгән, ә ул уны мөмкин тиклемгәсә үҫтергән тип бара.


Месье “бөтәһен ашар”

Майкл Лотито

1950 йылғы француз М. Лотито үҙенең иҫ китмәле мөмкинлектәрен 9 йәшендә аса. Телевизорҙы ашап ата-әсәһен шаҡ ҡатыра ул. 16 йәшенән алып тимер, быяла, резина ашап, аҡсаға тамашасының күңелен күрә. Ғәҙәттә объектты деталдәргә һүтәләр, өлөштәргә киҫәләр һәм Лотито уларҙы һыу менән йотоп ебәрә. Майкл хатта “Сессна-150” самолетын ашап бөтә. Ул уны көнөнә берәр килограмлап ике йыл дауамында ашай. Табиптарҙың әйтеүенсә, Лотито әле булһа иҫән, сөнки уның ашҡаҙан стеналары ябай кешенекенән ике тапҡырға ҡалыныраҡ һәм, әлбиттә, уға ағыулы матдәләрҙең көсө етмәй.


Теш короле

Радхакришнан Велю

Р. Велю тештәре ярҙамында ғына транспорт төрҙәрен һөйрәү менән мауыға. 2007 йылдың 30 авгусында, Малайзияның бойондороҡһоҙлоғоноң 50 йыллығында, ул тештәре менән 297 тонна ауырлығындағы 6 вагондан торған поезды 2,8 метрға һөйрәп бара.

Велюның көсөнөң һәм тештәренең ныҡлығы сере, үҙе әйтеүенсә, даими медитацияла, көн һайын 25 километр йүгереүҙә, 250 килограмлыҡ штангы күтәреүҙә һәм яңаҡтарына тәғәйен күнегеүҙәр яһауҙа.


Кеше-магнит

Лив Тоу Лин

Ә бына Малайзиянан 70 йәшлек ир тәненә тимер сынйырҙы йәбештереп автомобилдәрҙе урынынан ҡуҙғалта. Был “талант” уның 3 улына һәм 2 ейәненә лә бирелгән. Ҡарт әлеге үҙенсәлек уларға быуындан быуынға күсә килә, ти.

Ғалимдар иһә был феноменды бер нисек тә аңлата алмай. Лив Тоу Лин тирәләй бер ниндәй ҙә магнит яланы юҡ, тиреһе лә башҡаларҙыҡы кеүек.


Йоҡламаҫ кеше

Тай Ингок

1973 йылдан алып, биҙгәк тотҡандан һуң, 64 йәшлек вьетнам йоҡоноң нимә икәнен дә белмәй. “Йоҡоһоҙлоҡтоң һаулыҡҡа тәьҫире нисектер, әммә үҙемде һап-һау тоям һәм башҡаларҙан һис кенә лә ҡалышмай донъя көтә алам”, – ти ул. Быны дәлилләп, өйөнән бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан баҫыуға көн һайын иңдәрендә 50-шәр килограмм ашлама тултырылған тоҡтар ташыуын һөйләй. 64 йәшлек фермер өс ай йоҡоһоҙ килеш балыҡ үрсетеү өсөн ике ҙур быуа ҡаҙый. Табиптар медицина тикшеренеүе үткәргәндән һуң, бауырындағы бер ни тиклем етешһеҙлектәрҙән тыш, был сәйер кешелә башҡа ауырыу тапмай.


Ыҙалар короле

Тим Кридланд

Тим – ауыртыу тоймаған кеше. Ул мәктәптә уҡығанында уҡ ҡулдарына энә ҡаҙап, бер ниндәй ауыртыуһыҙ һәр эҫегә һәм һыуыҡҡа түҙеп класташтарын хайран итә. Бөгөн Кридланд сәхнәлә шпага йотоп, муйын, бит һәм ҡулдарын быраулап тамашасыны һуштан яҙҙыра. Епте йотоп, һуңынан инде уны скальпель һәм хирургик ҡыҫҡыстар ярҙамында ҡарынынан сығарыуын да һәр кем ҡарай алмай. Фәнни тикшеренеүҙәр был кешенең түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыуҙарҙы тоймау серен уның башҡаларға ҡарағанда ауыртыу сигенең күпкә юғары булыуы менән аңлата.


Хайуандар арбаусы

Кевин Ричардсон

32 йәшлек К. Ричардсон Көньяҡ Африка ҡурсаулығында ҡырағай хайуандарҙың үҙ-үҙен тотоу үҙенсәлектәре буйынса белгес булып эшләй. Ул арыҫландар менән ҡосаҡлашып төн үткәрә ала. Хайуандар биологты үҙҙәренеке итеп ҡабул итә. Хатта һыртландар уға балаларын ҡулға алырға бирә. “Хайуандар арбаусы” тигән исем тағылған Ричардсон үҙ эшендә бары тик интуицияға таяна: “Ниндәйҙер хәүеф һиҙгәндә, мин хайуандарға яҡын бармайым. Шулай уҡ, таяҡ йә сыбыртҡы ла ҡулланмайым. Минең эшемдә иң мөһиме - түҙемлек”.


Аҡайған күҙле кеше

Клаудио Пинто

Бразилияның Белу-Оризонти ҡалаһында йәшәүсе 48 йәшлек Клаудио Пинто күҙҙәрен 4 сантиметрға, йәғни күҙ орбитаһының 95 %-ты, ҡәҙәр аҡайта ала. Уникум әллә нисәмә медицина тикшеренеүҙәрен үтә. Һөҙөмтәлә, табиптар уның үҙенсәлеген “күҙ алмаларының быуыны сығыуы”нда күрә. Әммә шул уҡ ваҡытта күҙҙәре менән бындай фокустар башҡара алған берәүҙе лә быға тиклем осратҡандары булмауын раҫлай. “Хоҙай тарафынан бирелгән һәләт ярҙамында еңел генә аҡса эшләйем һәм бының менән үҙемде бәхетле һанайым”, - ти Клаудио үҙенең уникаллегенә ҡыуанып.


Бындай шәхестәр беҙгә үҙебеҙ хаҡындағы фекерҙәребеҙҙең төптән дөрөҫ түгеллеген аңларға ярҙам итә. Һәр ҡайһыбыҙҙа ғәҙәти булмаған мөмкинлектәр йәшеренгән. Үҙ көсөбөҙгә ышанмағанға күрә генә беҙ уларҙы тормошҡа ашыра алмайбыҙ.

И. БУЛАТОВ әҙерләне.

Читайте нас: