Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
7 Декабрь 2018, 19:53

Ялҡынһыҙ янған әҙәмдәр тураһында

Томск ҡалаһында өс йыл эсендә генә бындай биш осраҡ теркәлгән. Меженин ҡошсолоҡ фабрикаһының электригы Александр газ ҡаҙандары бинаһына төнгө дежурға тип килә. Телефондан шылтыратып, йә күршеләге складҡа инеп, ундағы егеттәр менән гәп һатып, дежурлыҡ сәғәттәренең тиҙерәк үтеүен көтә. Шулай сираттағы сығыуында күрше корпуста төнгө сменала эшләүсе дежур ҡыҙҙарҙың тамаҡ ярып ҡысҡырғандарын ишетеп ҡала. Тауыш склад яғынан килә һәм ир шунда ташлана. Склад бинаһының ишеге янында ул бер нисә метр бейеклеккә ашҡан ғәжәп ялҡын күрә. Тәбиғи ялҡын булһа бер хәл, әммә Александр күргәне – аҙашы Александрҙың кәүҙәһенән сыға. Юҡ, өҫтөнә бензин һипкән йә кейемгә ут ҡапҡандағы кеүек түгел, ә икенсе төрлө, әйтерһең дә уның кәүҙәһе тулыһынса яғыулыҡ матдәһенән генә тора. Ҡыҫҡаһы, янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, әлеге егеттең кәүҙәһенән көйөп янған бәләкәй бер киҫәк кенә тороп ҡалған була.



Фәнни-популяр баҫмалар араһында иң танылған “Дискавер” журналы йыш ҡына ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән шаҡ ҡатырып тора. Бынан күпмелер йыл элек ул кешеләрҙең тик торғандан янып китеү осраҡтары хаҡында бәйән иткәйне. Матбуғат биттәрендәге был хәбәрҙәргә ҡарағанда, кешеләр, тик торған урындан, шырпы көкөртө кеүек ҡабынып китә икән. Ышанаһыңмы-юҡмы, улар үҙҙәре яналар, ә кейемдәре, әйберҙәре ни өсөндөр бөп-бөтөн ҡала.

Томск ҡалаһында өс йыл эсендә генә бындай биш осраҡ теркәлгән. Меженин ҡошсолоҡ фабрикаһының электригы Александр газ ҡаҙандары бинаһына төнгө дежурға тип килә. Телефондан шылтыратып, йә күршеләге складҡа инеп, ундағы егеттәр менән гәп һатып, дежурлыҡ сәғәттәренең тиҙерәк үтеүен көтә. Шулай сираттағы сығыуында күрше корпуста төнгө сменала эшләүсе дежур ҡыҙҙарҙың тамаҡ ярып ҡысҡырғандарын ишетеп ҡала. Тауыш склад яғынан килә һәм ир шунда ташлана. Склад бинаһының ишеге янында ул бер нисә метр бейеклеккә ашҡан ғәжәп ялҡын күрә. Тәбиғи ялҡын булһа бер хәл, әммә Александр күргәне – аҙашы Александрҙың кәүҙәһенән сыға. Юҡ, өҫтөнә бензин һипкән йә кейемгә ут ҡапҡандағы кеүек түгел, ә икенсе төрлө, әйтерһең дә уның кәүҙәһе тулыһынса яғыулыҡ матдәһенән генә тора. Ҡыҫҡаһы, янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, әлеге егеттең кәүҙәһенән көйөп янған бәләкәй бер киҫәк кенә тороп ҡалған була.

Унан алдағы йылда шул уҡ Томскиҙа тағы бер хәл тарихҡа теркәлә. Урамда ағас эскәмйәлә араҡы эсеп ултырған бер ирҙе буштан-буш ут ялмап ала. Фажиғә урынына килеп еткән ашығыс ярҙам менән милиция хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ баш ватҡандан һуң, протоколдарына былай тип теркәй: “…мәрхүмдең организмында алкоголь миҡдары күп булған һәм ул ниндәйҙер “сит сығанаҡ” ярҙамында тоҡанып киткән…” Ләкин яҡын-тирәлә бер ниндәй ҙә бензин йә керосин һауытын тапмайҙар. Шаһиттарҙың күрһәтмәләренә ҡарағанда, әлеге кеше эскәмйәлә ятҡан килеш янған, ә эскәмйәгә бер ни ҙә булмаған.

Бишкекта йәшәүсе Валентина Асеева төн уртаһында балалар бүлмәһенән ишетелгән ят тауышҡа уянып китә. Аптырағас, ирен дә уята. Бүлмәнең ишеген асыуы була, көслө ут күрә һәм йөрәк тирәһендә ауыртыу һиҙеп, һуштан яҙа. Ире уны күтәреп йоҡо бүлмәһенә индереп һала. Ике сәғәттән карауатта ятҡан ҡатындың бөтөн кәүҙәһен тик торғандан ут ялмай. Иптәше утты һүндереп өлгөрә лә ул, тик янғындың һөҙөмтәһе барыһын да хайран ҡалдыра: тәненең һул яғы күберсек менән ҡапланған, сәс тамырҙарына тиклем көйөп бөткән, ә ҡаштары һәм керпектәренә бер ни булмаған. Өҫтөнә кейгән йоҡо күлдәге лә, түшәк тә бөп-бөтөн. Тәҙрә ҡорғаны яныуын янған, ә йоҡо бүлмәһенең стенаһында нимә менәндер юрамал яндырған кеүек, ҙур ғына тап ҡалған. Валентинаны тикшергән табиптар ҙа, янғын һүндереүселәр ҙә был ғәжәп хәлгә аңлатма таба алмайҙар.

Украинаның Херсон өлкәһендәге Скадово ауылында ла сәйер хәл була. Унда аңлайышһыҙ шарттарҙа ҡарауылсы үлә. Иртә менән ҡара көйгән кәүҙәһен табалар бахырҙың. Алдағы осраҡтағы кеүек, бында ла яныусының кейеменә бер ни ҙә булмай. Ҡартты сисендереп яндырғандар ҙа, аҙаҡтан кире кейендергәндәр, тип тә уйлаусылар була. Ләкин һуңғараҡ уның шул кейемдәре менән ялҡынға ялманып, ҡысҡыра-ҡысҡыра янғанын күргән кешеләр табыла. Уның күршеһе иһә, былай ҙа ғәжәп хәлде тәрәнәйтеп, ҡарттың тәне йәштән үк ҡыҙарып, күберсеп тороуы хаҡында бәйән итә.

Тиктомалдан янып, тоҡанып китеү тәбиғәттә бик һирәк осрай торған хәл һәм уға әлегәсә теүәл генә аңлатма таба алмайҙар. 1600 йылдан башлап, донъяла был ише 200-ләп осраҡ теркәлгән. Урта быуаттарҙа был күренеште еңел аңлатҡандар. Ут ялмаған кешене “Аллаһтың асыуын” килтереүсе тип кенә атағандар. Бер яҡтан, нигеҙһеҙ ҙә түгел: ҡорбандар тәбиғи булмаған ут тәьҫире менән яна ла бөтә. Шуныһы ғәжәп: ялҡын кешене крематорийға ҡарағанда ла тиҙерәк көлгә әйләндерә, ә кейеме бөп-бөтөн ҡала.

1725 йылда Францияла ҡунаҡхана хужаһы Жан Миллены ҡатынын үлтергәне өсөн (уның көлөн аш-һыу бүлмәһенән табып алалар) үлем язаһына хөкөм итәләр. Бәхете булған, күрәһең, Жандың. Эште алып барыусы сержант ғәжәп сәйерлектәрҙе күҙҙән ысҡындырмай: ҡорбандың кәүҙәһе тулыһынса янып бөтә, уның аҫтындағы иҙән бер аҙ көйә, ә эргә-тирәләге ҡалған әйберҙәр бер ниндәй зыян күрмәй. Һөҙөмтәлә, ир нахаҡҡа язаланыуҙан ҡотола.

1763 йылғы документтан: “Графиня дэ Бандиның ҡара янған ҡот осҡос мәйете иҙән уртаһында ята. Тирә-яҡтағы бер әйбер ҙә зыян күрмәгән. Керосин тултырылған лампа ла әкрен генә яҡтыртып ултыра, шәмдәр ҙә баҙлап яныуын дауам итә. Әммә графиня янғанда бер тауыш та сығармаған, ярҙамға ла саҡырмаған”.

1905 йылда Бөйөк Британияның Хемпшир графлығында бәләкәй генә ауылда әбей менән бабай янып үлә. Уларҙың кәүҙәләре шул хәтлем ныҡ яна, хатта тикшереүселәр көл араһындағы һөйәктәрҙең кешенеке булыуын көс-хәл менән билдәләй. Ҡарттарҙан ҡалған ике кәүҙә, кешеләрҙең ҡотон алып, икеһе ике креслола ултырған була. Әммә өй хужалары янһа ла, йыһаздар, иҙәндәге түшәм һәм ултырған урындары бер ниндәй зыян күрмәй.


1907 йылда Һиндостанда урам буйлап барған бер ҡатынға ут ҡаба һәм ул шунда уҡ янып бөтә. Кейеменә бер ни булмай.

1919 йылдың 7 апрелендә инглиз газеталары яҙыусы Джонсондың үлеме хаҡында хәбәр итә. Уны үҙенең өйөндә табалар, мәрхүмдең ярты кәүҙәһе тулыһынса янып бөткән була. Кейемендә лә, бүлмәлә лә уттың эҙе лә юҡ.

1938 йылда Карпентеровтар ғаиләһе йылғала елкәнле кәмәлә йөҙөргә сыға. Ҡапыл әсә ире һәм балаларының күҙ алдында бер нисә секунд эсендә көлгә әйләнә. Кәмәгә лә, ҡатын эргәһендәгеләргә лә бер ни булмай.

Һарытау һәм Волгоград өлкәләре сигендә 90-сы йылдар уртаһында ике көтөүсе һарыҡ көтә. Береһе ял итергә тип ташҡа ултыра, икенсеһе һарыҡтар яғына табан китә. Тегеһе әйләнеп килгәндә иптәшенең янған кәүҙәһе һәм бөтөн килеш өҫтөндәге кейемдәре генә ҡалған була.

Бындай осраҡтарҙың исемлеген артабан да дауам итергә мөмкин, әлбиттә. Оҡшаш хәлдәр бөгөн дә булып тора, ләкин уларҙың сәбәбен генә аныҡ әйтеп биреүсе юҡ. Рәсәйҙең танылған профессоры Г. Петракович тән туҡымалары менән үҙенсәлекле тәжрибәләр үткәргән. Уның фекеренсә, күҙәнәк энергетикаһы нигеҙендә атом реакциялары ята, ә күҙәнәктең үҙе – атом реакторы. Был нимәне аңлата, тиһегеҙме? Беҙҙең организмыбыҙ үҙенә кәрәкле химик элементтарҙы үҙ башына төҙөргә һәләтле тигәнде аңлата. Әммә был механизм барышында яңылышлыҡ килеп сыҡһа, ҡулда тота алмаҫлыҡ атом реакцияһы башлана. Әгәр ул сылбыр реакцияһына әйләнһә, тән күҙәнәктәрен һәм һөйәктәрҙе көлгә әйләндерерлек ҡот осҡос көслө энергия бүлеп сығара. Ә ни өсөн кейемдәр бөтөн ҡала һуң? Уныһына инде бер кем дә яуап таба алмай.

“Тамуҡ ялҡыны”нан нисек һаҡланырға тиһегеҙме? Бер нисек тә. Сәбәбе билдәһеҙ күренешкә нисек ҡаршы көрәшәһең инде. Берҙән-бер йыуаныс: ут ялмап алыу хәүефе мине урап үтер тип ышанырға, Аллаһ Тәғәлә, туғандарың, дуҫтарың алдында намыҫың таҙалығы тураһында нығыраҡ уйланырға ғына ҡала.


Г. ӘМИНЕВА әҙерләне.
Читайте нас: