Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
18 Ғинуар 2019, 14:21

Был ҡалалар тиҙҙән булмаясаҡ...

Цивилизацияның үҙәге булып торған ҙур-ҙур ҡалаларҙың быға тиклем дә юҡҡа сығып, тарихта ғына тороп ҡалыу осраҡтары билдәле. Бының сәбәптәре төрлө: оҙайлы ҡаты һуғыштар, тәбиғәттәге катастрофалар (тәбиғәттең аҙ ғына ваҡыт эсендә лә бар ер шарын юҡҡа сығарырға һәләтле икәнлеген яңыраҡ ҡына Япония миҫалында күҙәтергә тура килде инде), иҡтисади хәлдең үҙгәреүе. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге алға киткән заманда ла юғалыу ҡурҡынысы янаған билдәле ҡалалар бар әле.

Цивилизацияның үҙәге булып торған ҙур-ҙур ҡалаларҙың быға тиклем дә юҡҡа сығып, тарихта ғына тороп ҡалыу осраҡтары билдәле. Бының сәбәптәре төрлө: оҙайлы ҡаты һуғыштар, тәбиғәттәге катастрофалар (тәбиғәттең аҙ ғына ваҡыт эсендә лә бар ер шарын юҡҡа сығарырға һәләтле икәнлеген яңыраҡ ҡына Япония миҫалында күҙәтергә тура килде инде), иҡтисади хәлдең үҙгәреүе. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге алға киткән заманда ла юғалыу ҡурҡынысы янаған билдәле ҡалалар бар әле.

Миллиондан артыҡ кеше йәшәгән сал тарихлы һәм ярайһы ғына ҙур Неаполь - Италиялағы Кампания провинцияһының баш ҡалаһы. Матур бер көндә уның ҡапыл ғына юҡҡа сығыуы ихтимал. Был Неаполдең Везувий вулканы итәгендә урынлашыуына бәйле. Ә ул биш иң ҡурҡыныс вулкан исемлеге араһында. Яҡынса 100 йылға бер тапҡыр Везувий “уяна” һәм, һөҙөмтәлә, лава юлындағы бар нәмәне юҡҡа сығара. Һуңғы көслө вулкан 1944 йылда булған. Ул ваҡытта иҫ киткес күп халыҡ, өйҙәр ҡаза күргән. Шуға күрә берәй мәл лава тулыһынса Неаполде юҡҡа сығармаҫ, тип һис кем ышаныс менән әйтә алмай.
Мексиканың баш ҡалаһы Мехиконың халҡы яҡынса 9 миллион, ә бөтә алгомерацияның халҡы 19 миллиондан ашып китә. Шуның арҡаһында эсәр һыуҙы бик күп ҡулланалар, ә был ҡаланың әкренләп ултырыуына килтерә. Эксперттар билдәләүенсә, һуңғы 100 йыл эсендә ул 9 метрға ер аҫтына төшкән. Мексика төбәктәрендәге иҡтисади мөшкөллөк арҡаһында баш ҡала туҡтауһыҙ үҫә. Кешеләр эш һәм яҡшы тормош артынан Мехикоға ағыла. Был эсәр һыуҙы ҡулланыуҙың тағы ла артыуына һәм, әлбиттә, ҡаланың юҡҡа сыға барыуына килтерә.
Туристарҙың яратҡан урыны – Венецияның да әкренләп һүнә барыуы бер кемгә лә сер түгел. Һаҙлыҡлы утрауҙарҙа урынлашҡан был ҡала йылдан-йыл һыу эсенә китә бара. Һуңғы 100 йыл эсендә генә 24 сантиметрға һыуға һеңгән. Өйҙәрҙең нигеҙҙәре серей, шунлыҡтан тарихи биналар юҡҡа сыға. Әлеге мәлдә Венеция янында диңгеҙ “яуынан” һаҡларлыҡ платиналар төҙөйҙәр. Әммә улар ярҙам итерме? Быны адан күҙалларға һәм Италия инженер һәм архитекторҙарының талантына ышанырға ғына ҡала.
Чикаго – халыҡ иҫәбе буйынса АҠШ-та өсөнсө урында тора, илдең сәнәғәт һәм кәйеф-сафа үҙәге. Әммә был ҡаланың киләсәге хәүеф аҫтында. Йәйгеһен унда бик ныҡ эҫе, ҡоро һауа, ә көҙгөһөн мул ямғырҙар башлана. Улар үҙ сиратында йыш ҡына урамдарға, өйҙәргә, тимер юлдарына зыян килтерә. Бындай тәбиғәт күренештәре ҡала тормошонда эҙһеҙ үтмәй: инфраструктура боҙола, иҡтисад яфа күрә, туристарҙың килеүе һирәгәйә һәм унда йәшәүселәр яҡшыраҡ райондарға күсеү яйын күрә.
Таиландтың баш ҡалаһы Бангкок диңгеҙ кимәленән 2 метр бейеклектә генә урынлашҡан. Шул арҡала муссондар миҙгеле ваҡытында күп урамдар һыу аҫтында ҡала. Ә ҡала һаман өҫкә ҡарай үҫеүен дауам итә. Бейек-бейек йорттар төҙөлә, тимәк, халҡы ла арта, был грунт һыуҙарынан алынған эсәр һыуҙың күпләп талап ителеүен аңлата. Быларҙың барыһы ла Бангкоктың йыл һайын биш сантиметрға ултырыуына булышлыҡ итә. Етәкселек ҡаланы ҡотҡарыу планы өҫтөндә уйланмаһа, уның да берәй заман юҡҡа сығыуы бар.
Әлеге теҙмәлә Америка ҡалаларынан бер Чикаго ғына түгел. Детройт та юғалыу ҡурҡынысы аҫтында. Әйләнә-тирә яҡтағы үҙгәрештәр, тәбиғәт катаклизмалары сәбәпсе түгел быға, уның әкренләп юғалыу юлына быҫыуы халыҡтың күпләп күсеп китеүендә. Ҡасандыр Детройт АҠШ-тың иң ҙур һәм иң бай ҡалаларының береһе булған һәм илдә генә түгел, бөтөн донъя буйынса автомобиль сәнәғәте үҙәге һаналған. 1950 йылдан башлап ҡала халҡының яртыһы кәмегән. АҠШ автомобиль сәнәғәтендә оҙаҡҡа һуҙылған иҡтисади көрсөк эшһеҙлеккә килтергән һәм халыҡ башҡа ҡалаларҙан эш эҙләргә мәжбүр булған. Шуға күрә Детройтты йыш ҡына “үле ҡала” тип атайҙар.

Г. Ғәйзуллина әҙерләне.