Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
22 Ғинуар 2019, 19:06

Мөғжизәгә… урын ҡалдыр

Һеҙҙең мөғжизәгә тарығанығыҙ бармы? Хәйер, “тарыу” һүҙе тап килмәйҙер был осраҡта. Мөғжизә - ул бәхетлеләр өлөшө…

Беҙ, хәҙерге заман кешеләре, мөғжизәгә ышанмайбыҙ. Был ысынбарлыҡҡа ла, беҙҙең йәшәйеш ҡануниәтенә лә, логикаға ла тап килмәй. Хыялый кешеләрҙән көләбеҙ, хатта ситләшәбеҙ. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки бөгөнгө көн күҙгеленән ҡарағанда улар үтә бер ҡатлы һәм ғәмһеҙ… Ә беҙҙең заман менән бер ҡатар атлаған, көслө, рациональ фекерләй белгән, логикаға ярашлы аҙымдар яһаған шәхес булғыбыҙ килә. Тик нимә һуң ул логика? “Логика - ул уңышһыҙ кешеләрҙең йән әрнеткес ауазы”, тигән билдәле яҙыусы Эрих Мария Ремарк.


Һеҙҙең мөғжизәгә тарығанығыҙ бармы? Хәйер, “тарыу” һүҙе тап килмәйҙер был осраҡта. Мөғжизә - ул бәхетлеләр өлөшө…

Әлфинә, 28 йәш:

– Стәрлетамаҡта уҡып йөрөйөм. Студент саҡ. Күңелле, мауыҡтырғыс һәм… аҡсаһыҙ. Нимәләр генә булып бөтмәне беҙҙең менән. Ә бер ваҡиға күңелемә мәңгегә уйылып ҡалды. Октябрь байрамдары етеп килә. Барыһы ла “сумка өҫтөндә” ултыра: кемдер ҡайһы бер парҙарға бармай, кемдер һуңғы аҡсаһына күстәнәс-маҙар ала… Ә миңә… етмәй. Юлға аҡса етмәй. Кемдән генә һораманым, кемгә генә инеп, йөҙ һыуымды түкмәнем - юҡ. Инәлгәс, күршелә генә йәшәгән егеттәр, былай ҙа таҡыр кеҫәләрен ҡырып-һепереп, миңә бер ус аҡса һондо. Ҡағыҙын да, тинлектәрен дә. Һанап ҡараһам, илле һум етмәй. “Ғынамы?”- тиеүселәргә шуны әйтә алам: аҡса һоранғанда, ун һум да табыуы ҡыйын. Ысынтылап әйтәм.

Аптырап, бүлмәләге иҫке генә карауатыма барып яттым. Башҡалар, буш эсәк ише һәлберәп ҡалған сумкаларын артмаҡлап, вокзалға сапты. Ә мин, йәшле күҙҙәремде тәҙрәгә төбәп, ҡатып ҡалдым. Машиналар геүелдәшеп ҡайҙалыр ашыға, кешеләр ташҡыны мыжғый. Ятаҡ алды буп-буш. Хәйер, уның эсендә лә бешеренгән-төшөрөнгән, йыуған-йышҡан, көлгән-әрләшкән тауыштар ишетелмәй. Эсем бошоуҙан түҙә алмай тышҡа сығып киттем. Һаман да иҫемдә - һыуыҡ, ямғыр һибәләй, кешеләр ҡулсатырҙары аҫтына йәшеренә, ә мин йоҡа ғына курткамда урам гиҙәм. Шулай ҙа тәнем түгел, йәнем өшөй ине. Үҙемде ошо донъяла япа-яңғыҙ кеше итеп тойҙом. Эстән генә атай-әсәйемде әрләйем. Ниңә улар миңә, башҡаларҙың ата-әсәһе кеүек, ай һайын йомарлап аҡса ебәреп тормай? Мин бит бүтәндәрҙән бер ҙә кәм түгел. Хатта яҡшыраҡ та уҡыйым, шикелле. Үҙ-үҙемде йәлләүҙән күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәне. Бахыр мин, бахыр… Ҡапыл һары япраҡтар менән бергә уйнаҡлап осоп барған ҡағыҙ киҫәге иғтибарымды йәлеп итте. Бәй, был бит… аҡса. Дөрөҫөрәге, ҡағыҙ аҡса купюраһы! Йүгереү, һикереү буйынса бер ҡасан да шәптәр рәтендә булманым. Ә был юлы минән теләһә ниндәй спринтер көнләшеүҙән ятып үлер ине. Ике йөҙ метр араны һә тигәнсе йүгереп үтеп, ике метрҙай бейеклеккә болғанып осоп йөрөгән аҡса киҫәген маймыл ише һикереп кенә алдым да, ятаҡҡа йомолдом. Усымда йомарланып бөткән иллелек ята ине. Унан инде ҡараңғылығы шаҡтай ҡуйылана башлаған бүлмәмә инеп, бер көрөшкә һыуҙы һемерҙем дә, сумкамды эләктереп, вокзалға йүгерҙем.

Ана шул ваҡиғаға әллә нисәмә йылдар үтте, ә һаман да барыһы ла бөгөнгөләй иҫемдә: ямғыр, күҙ йәштәре, япраҡ буранына эләгеп, ялпылдап осоп барған аҡса киҫәге…

Сәйҙә, 54 йәш:

– Был мөғжизәүи хәл бынан ун йыл самаһы элек булды. Балаларым менән сит ҡалаға күсенергә мәжбүр булдыҡ: ирем ныҡ эсә, беҙҙе йәберләй ине. Түҙҙем-түҙҙем дә, оло улыма ун йәш тулғас, йәшәгән йортомдо, эшемде ташлап киттек тә барҙыҡ. Улдарым минең менән ер сигенә лә юлланырға әҙер - аталары шул тиклем ҡоттарын алып бөткәйне. Оло улымдың былай ҙа йөрәге сирле ине. Өйҙә тауыш-маҙар сыҡһа, тыны ҡыҫыла ла ҡуя. Кескәйемдең дә һаулығы ҡаҡшағайны.

Кеше фатирына барып урынлаштыҡ. Тығыҙ ғына бүлмәлә өсәү торабыҙ. Эшкә урынлаштым. Балаларымдың яйлап йөҙҙәре асыла барҙы, ҡураныс ҡына кәүҙәләренә ит ҡунды. Тыныс йәшәү уларға ыңғай тәьҫир итә ине, әлбиттә.

Апрель аҙағы икәнлеге әле лә хәтеремдә. Көндәр апаруҡ йылыға тартҡан саҡ. Кешеләр футболка-күлдәктә йөрөй. Бер заман бергә эшләгән ҡатын беҙгә осһоҙға ғына ике тоҡ картуф һатырға вәғәҙә итте. Ҡыуанып киттем. Тик нисек барып алырға? Беҙ ҡаланың бер осонда, теге ҡатын икенсе осонда йәшәй. Балаларым, үҫкәндәрем минең, тип һөйһәм дә, бәләкәйҙәр. Мин дә ир түгел, ҡатын-ҡыҙ затынанмын бит әле. Кескәй улым биҙрәләп ташыйыҡ, тигән була. Оло улым был тәҡдимгә ҡаршы төшә - тегендә-бында йөрөгәнсе ваҡыт та, транспортҡа аҡса ла күп тәләф ителәсәк. Ни бәләкәй генә тәгәрмәсле арба юҡ. Кинйәмдең санаһы ғына бар. Арба һорар инек, бер кемде лә белмәйбеҙ.

Кис етте. Етмәһә, теге ҡатын картуфты шул көндө үк килеп алыуыбыҙҙы һорағайны. Ыуаланып йөрөй инем, кесе улымдың ҡапыл әсе итеп ҡысҡырып ебәреүенән айнып киттем. Улым, диванға менеп баҫҡан да, бармағын тәҙрәгә табан тоҫҡаған. Ҡарап ебәрһәм… ойоҫҡотоп тороп ҡар яуа. Апрель аҙағында, тамам йәй була яҙҙы, тигәс! Улдарым йүгереп йөрөп кейенә башланы. Бәләкәсем санаһын һөйрәп алған булды. Сәғәт ярым эсендә, теге ҡатынға барып, ике тоҡ картуфты тейәп, көс-хәл менән өйөбөҙгә килеп ауҙыҡ. Өлкән улым алдырға картуф тултырҙы ла кухняға табан йүгерҙе. Бер аҙҙан һыу сөптөрләгән тауыш ишетелде - бешерергә ултыртып йөрөй икән дә баһа улыҡайым. Тәҙрәгә яңылыш ҡына ҡарап ебәрһәм, шаҡ ҡаттым да ҡуйҙым: әле генә бурап яуған ап-аҡ ҡарҙан гөрләүектәр хасил булған. Ошонан һуң мин, ике бала әсәһе, сабый ише, мөғжизәгә ҡабаттан ышандым.

Әлфиә, 34 йәш:

– Минең өсөн кризис ғали йәнәптәре ысын мәғәнәһендә мөғжизә булды. Быға тиклем фарфор һауыт-һаба һатыу магазиндары селтәренең баш администраторы инем. Эш күп, көнө-төнө офистамын. Кисен ҡыҙым йоҡларға ятырға йөрөгәндә генә ҡайтып инәм, балам, бармағын ауыҙына тыҡҡан килеш, өҫкө кейемемде сисер-сисмәҫтән кухняға табан сабыуымды, тиҙ арала берәй нәмә әтмәләп бешергән булыуымды күҙәтә, ирем, асыуланыуын инде нисәнсе ҡат белдерергә теләгәндәй, креслоһында уҡып ултырған гәзите менән тулыһынса кәртәләнеп ала… Һуңынан барыһы ла яҙылмаған, ләкин инде ҡанунлашып бөткән сценарий буйынса бара ла ҡуя - мин иремде ашарға саҡырам, ул килмәй, мин тауыш ҡуптарам, ул кейенеп сығып китә һала ла төнөн генә ҡайтып керә. Етмәһә, балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙымдың психикаһы уғата боҙолоп китте - бер туҡтауһыҙ еңмешләнә, илай, әрләшә, башҡалар менән һуғыша. Уны йоҡларға һалғансы тамам хәлдән таям. Кер йыуырға ла, иртәнге көнгә ашарға бешерергә лә, күптән инде саң-туҙан ҡаплаған фатирҙы таҙартып алырға ла көс тә, теләк тә ҡалмай. Ирем карауаттың -бер, мин икенсе осонда аунап йоҡлап китәбеҙ. Ҡайҙа инде бер-береңә йылы һүҙ ҡушыу, яратыу, иркәләшеү. Иртән тороу менән ашыҡ-бошоҡ сәй ҡайнатҡан булам, мыжыҡ баламды уятам, иремдең өндәшмәй генә ҡоро сәй һемереп эшкә китеүен күҙ ҡырыйым менән генә оҙатып ҡалам…

Ниңә улай йәшәнең һуң, тиһегеҙме? Иремдең эшенән алған килеме минекенән күпкә түбәнерәк ине. Аҡсаһы әҙ, ваҡыты күп. Минең бөтөнләй ваҡытым юҡ, уның ҡарауы эш хаҡына зарланмайым - ошо магазинда эшләй башлағаны бирле үҙемә машина һатып алдым, ғаиләмде өр-яңынан кейендерҙем, мохтажлығыбыҙ бөттө.

Ирем минән түбәнерәк социаль хәлдә булыуын ауыр кисерҙе. Элек минең менән көлөп-йылмайып, шаярып һөйләшеп туймаған кеше йомоҡҡа әүерелде, серҙәре, кисерештәре менән бүлешмәҫ булып китте. Ә үҙе матди статусын үҙгәртеүгә бер көс тә һалманы, килемлерәк яңы эш урыны эҙләмәне.

Ҡапыл кризис барлыҡҡа килде. Кешеләрҙең һатып алыу мөмкинлеге түбәнәйгәс, тәүҙә штатты, һуңынан магазиндарыбыҙҙы ҡыҫҡарттылар. Артабан мине лә администратор вазифаһынан ябай һатыусыға төшөрҙөләр. Тәүҙә ҡыйын ине - мин, ысынлап та, күп эшләргә яратам.

Элеккегә ҡарағанда байтаҡҡа иртәрәк ҡайта башланым. Шунда ғына әсәй, хужабикә, ҡатын булараҡ ниндәй түбәнлеккә төшкәнемде аңланым. Фатирға инерлек түгел, ҡото юҡ. Балама һуңғы тапҡыр әкиәт һөйләгән, иремә иркәләп һүҙ ҡушҡан мәлемде иҫләмәйем. Ә ҡасан бәлеш бешерҙем, ҡунаҡ саҡырҙым, былай ғына, бер ҡайҙа ла ҡабаланмайынса, тәҙрәгә ҡарап торҙом? Хәтерләмәйемсе…

Ошонан һуң минең тормошом яйлап ҡына ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Ысын мөғжизәгә тиң ине был. Ғаиләм менән тәбиғәт ҡосағында бер нисә тапҡыр ял иттек, балам да күпкә тыңлаусан, хатта тынысыраҡ хәҙер. Ә ирем… Уның миңә - ҡасандыр аҡылдан яҙып ғашиҡ булған, уға кейәүгә сығырға риза булған, ҡыҙының әсәһе булған йән эйәһенә - ышанысы арта төштө. Тормош әкиәт түгел, шуға күрә иремдән әллә ниндәй хистәр ташҡынын, һөйөү һүҙҙәрен талап итергә хаҡым юҡ. Етмәһә, ул түгел, ә мин үҙем йылдар дауамында арабыҙға соҡор ҡаҙа килдем. Барыһы ла яйлап үҙгәрер, мин үҙемдең ғаиләмде бәхетле итә алырмын, тигән өмөттәмен.

Аҙаҡҡы һүҙ урынына…

Билдәле яҙыусынан: “Ҡасан һеҙ һуңғы тапҡыр мөғжизәгә тап булдығыҙ?” - тип һорағандар. “Бөгөн иртән, уяныу менән, ошо яҡты донъяны ҡабаттан күргәс”, - тип яуап биргән әҙип. Тормошобоҙҙа мөғжизәгә урын ҡалдырыу, уны күрә белеү һәм уға ышаныу беҙҙән генә тора, дуҫтар…

Ләйлә Сабитова әҙерләне.

Читайте нас: