Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
29 Ғинуар 2019, 12:19

Африкала Нил туңған

Беҙҙең планетала аномаль һыуыҡ ҡыштар термометр менән метеохеҙмәттәр барлыҡҡа килгәнгә ҡәҙәр үк күҙәтелә килгән. Бынан бер нисә быуат йыл элек Ҡара диңгеҙҙең тулҡындары ҡатып ҡала. Ҡот осҡос һыуыҡтар Африкағаса барып етә, Нил йылғаһы боҙ менән ҡаплана.

Беҙҙең планетала аномаль һыуыҡ ҡыштар термометр менән метеохеҙмәттәр барлыҡҡа килгәнгә ҡәҙәр үк күҙәтелә килгән. Йылъяҙмасылар әйтеүе буйынса, 401, 801, 1010-1011 йылдарҙа Ҡара диңгеҙҙең тулҡындары ҡатып ҡала. Ҡот осҡос һыуыҡтар Африкағаса барып етә, Нил йылғаһы боҙ менән ҡаплана. 1322 йылда ҡалын боҙ менән Балтика диңгеҙе ябыла.1316 йылда боҙ ҡуҙғалып барлыҡ Париж күперҙәрен емереп үтә. 1326 йылда Урта диңгеҙ тулыһынса туңа. 1365 йылда Рейн йылғаһы өс ай буйы боҙ аҫтынан аға. 1408 йылда Швецарияның бөтә күлдәре туңып ҡала. 1420 йылда Парижда ҡаты һыуыҡтан кешеләр үлә: бүреләр ерләнмәгән мәйеттәр менән туҡланыр өсөн ҡала урамдарына тула. 1468 йылда Бургундияла подвалдағы винолар туңа. Францияла туң виноны өлөштәргә бүлеп килолап һаталар. 1709 йылғы сатлама һыуыҡтарҙа француз кавалерияһының бер эскадроны Франция ярҙары буйында боҙ ҡамауына эләккән голланд флотын штурм менән ала.

Ә хәҙер яҡындағы көндәргә ҡайтайыҡ. 2005 йылдың аҙаҡтарында Үҙәк һәм Көнбайыш Европа илдәренең күбеһе көслө ҡар яуымы хакимлығында була. Нидерланд, Германия илдәре, ғәҙәти булмаған һыуыҡтан электр сымдары өҙөлөү сәбәпле, тулыһынса тиерлек утһыҙ, бәйләнешһеҙ ҡала. Парижда боҙ менән ҡапланған Эйфел башняһы туристар өсөн бер нисә сәғәткә ябыла. Бөйөк Британия юлдарында биш йөҙҙән ашыу автомобиль ҡар әсирлегенә эләгә. Халыҡты азат итер өсөн юл хеҙмәте һәм ремонт бригадалары, ҡотҡарыусылар, хәрбиҙәр, хатта янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Үтә алмаҫлыҡ итеп ҡар һырыған ерҙәрҙә ҡалғандар вертолеттар ярҙамында аҙыҡ-түлек, одеялдар менән тәъмин ителә.

Ҡыш булғас һалҡындарһыҙ мөмкин дә түгел инде. Рәсәй халҡының әллә ни иҫе китмәһә лә, ваҡыты-ваҡыты менән булып торған сатлама һыуыҡтарҙың зыяны ҙур әлбиттә. Тарихта Уралдағы иң һыуыҡ ҡыш 1968-69 йылдар. Ҡар ҡатламы 40-90 см булыуға ҡарамаҫтан Башҡортостанда ер өҫтө 210-250 см тәрәнлеккә хәтлем туңа.

Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә иң-иң һыуыҡ ҡыштар булып 1902, 1968-1969 һәм 1912 йылдар иҫәпләнә. Ә инде 1995, 1943 һәм 2002 йылдарҙа килгән ҡыштар үҙенең йылылығы менән айырылып тора. 2008-2009-ҙағы ҡыш иһә үҙенең аҙаналар буйы торған ҡаты һыуыҡтары менән бимазалап алды ла инде. Шулай итеп, Рәсәй Гидрометеоүҙәге директоры Роман Вильфандтың 2009-2010 йылдар ҡышының былтырғыға ҡарағанда һыуығыраҡ булыуы хаҡында иҫкәртеүе хаҡ булып сыҡты. Ә быйылғы ҡыш нисек, дуҫтар?
Читайте нас: