Океанды Ер шарындағы тереклектең бишеге тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Сөнки кешелек донъяһы, яр буйына бәрелеп, шунда ятып ҡалған диңгеҙ күперегенән барлыҡҡа килгән, тигән фекер йәшәй. Шуға күрә әҙәм балаһының тормошон һыуһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Төрлө ил ғалимдары йылдар буйына һуҙылған тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә һыуҙың ғәжәп үҙенсәлектәрен тапҡан. Был асыштар әле булһа дауам итә һәм кешелекте тағы ла нығыраҡ уйландыра, ғәжәпләндерә.
Мәҫәлән, ғәҙәти ҡарға иғтибар итәйек. Американың Калифорния штатында урынлашҡан Физика институты профессоры Кеннет Либрехт ҡар бөртөктәрен микроскоп ярҙамында фотоға төшөрөп алған. Фотоһүрәттәрҙәге ҡар бөртөктәренең тәбиғәт-әсә тарафынан зауыҡ менән ялтыратылған, шымартылған һәм бер-береһенән айырылып торған формала, төҫтәрҙә булыуы уны шаҡ ҡатырған.
Кеннеттың был фәнни тикшеренеүе шуның менән дә иғтибарға лайыҡ: ҡар бөртөгөн “эре планда” фотоға төшөрөү уйлағанса еңел эш түгел. Сөнки бик йоҡа, тиҙ генә иреп барыусы ҡар йондоҙсоҡтарының ғүмере бик ҡыҫҡа. Улар микроскоп күҙҙәре аҫтында ике минут самаһы ғына “йәшәй ала”. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғалимдар уны фотоға төшөрөргә лә, башҡа төр тикшеренеүҙәрҙә ҡулланыуға ла өлгәшә.
Япон фәйләсүфе, бихисап китап авторы, табип Масару Эмото һыу кристалдарын өйрәнеүҙә тағы ла ҙурыраҡ уңышҡа ирешкән. Беренсенән, ҡар бөртөгөн үҙ ҡулың менән “яһап” фотоға төшөрөү ысулын уйлап тапҡан. Химиктар ҡуллана торған Петри тәрилкәһенә бер тамсы ғына һыу тамыҙып, уны 25 градус һыуыҡта ике сәғәт тотҡандан һуң, 5 градуслыҡ “йылыға” сығарып микроскоп аҫтына һалалар. Бында иң мөһиме – һыуҙың таҙа, хлорһыҙ һәм зыянлы химик матдәләрһеҙ булыуы. Юғиһә, кристалдар барлыҡҡа килмәйәсәк. Икенсенән, таҙа һыу үҙ эсенә әйтелгән һүҙҙәрҙе, доғаларҙы һәм янында уйнаған музыканы һеңдерә икән. Масару Эмото фекеренсә, һыуҙың был үҙенсәлеге уның вибрацияларға һиҙгер булыуы менән аңлатыла. Шулай уҡ, ғалим белдереүенсә, был тәжрибәне техник мөмкинлектәре булған һәр кем үҙе эшләп ҡарай ала.
Һыуға йәмһеҙ һүҙҙәр әйтеп, уларҙы ҡағыҙға ла яҙып шуның менән һауытты төрөп ҡарағыҙ. Йәки, киреһенсә, һыуға йәмле һүҙҙәр әйтеп, шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡағыҙға сыймаҡлап һыулы стаканды төрөгөҙ. Беренсе һауыттағы шыйыҡсаның кристалдары (әгәр кристаллашһа, әлбиттә) ҡыйыш-мыйыш, дөрөҫ булмаған форма алыр. Ә икенсеһенеке иһә, алты мөйөшлө, йәғни дөрөҫ формала булыр. Тәжрибә ваҡытында һыуға ниндәй телдә өндәшеү мөһим түгел: инглизсәме, башҡортсамы йә руссамы – барыбер. Ул һүҙҙең асылын, мәғәнәһен тоя. Бигерәк тә, һыуҙың доға уҡығанда барлыҡҡа килгән дерелдәүҙәргә һиҙгер булыуы асыҡланған. Әгәр бер үк шишмә йә ҡоҙоҡтан алынған һыу менән тәжрибә үткәрһәң, доға уҡығансы тултырылғаны менән һуңыраҡ һоҫолғаны араһындағы айырманы тойорһоғоҙ, ти япон ғалимы.
Һыуҙың һиҙгерлеген диоксин ярҙамында үткәрелгән тәжрибә тағы ла яҡшыраҡ күрһәтә. Диоксин – ул зыянлы, йылға-күлдәргә, һыу һаҡлағыстарына зарарлы матдәләр сығанаҡтарынан ямғыр, ел булышлығы менән килеп эләгә. Уның менән зарарланған һыу туңмай, унда кристалдар ҙа барлыҡҡа килмәй. Фильтрҙар менән таҙартҡан осраҡта ғына формаһы буйынса тейешенсә камил булмаған кристалдар килеп сығыуы мөмкин.
Киләсәктә лә ғалимдарҙың һыуға иғтибары ҙур булмаҡсы. Ҡар бөртөктәре менән уҙғарылған тикшеренеүҙәр быуаттар дауамында әкиәттәрҙә бәйән ителгән тере һәм үле һыуҙың барлығын дәлилләй. Уны яҡшы йәки яуыз һүҙҙәр ярҙамында теләһә кем барлыҡҡа килтерә ала. Намаҙ алдынан йыуыныу (тәһәрәт алыу) йолаһы ла тиктән түгел, доға уҡый-уҡый йыуынғанда кешене яуызлыҡтан ҡурсалаусы механизм эшкә килә.
Йомғаҡ һүҙ урынына, бер генә һығымта – һыу таҙа булырға тейеш. Кеше уның тәбиғи сафлығына һәм көсөнә ҡаршы тормаһын ине. Йылғаларҙы кирегә табан борорға тырышып, быуалар менән юлдарын ҡамамайыҡ. Тормоштан күренеүенсә, Тәбиғәт Әсәбеҙгә ҡарата уйланылмай башҡарылған ҡылыҡтар арҡаһында йыш ҡына ҡурҡыныс ғәрәсәттәргә тарыйбыҙ. Һыу, уға ҡарата эшләнгән насарлыҡты үҙебеҙгә кире ҡайтарыу көсөнә эйә. Һыу изгелекте лә, яуызлыҡты ла онотмай, ул – тере.