Йәки сит планета вәкилдәренең беҙҙең арала йәшәүе лә ихтимал
Сит планеталарҙа тормош бармы? Ҡайһы берәүҙәр күргән осоусы “тәрилкә”ләр ысынбарлыҡта нимә? Кешелек цивилизацияһы ниңә тап һуңғы быуаттарҙа ҙур тиҙлек менән үҫешә башланы? Бында сит планета ҡунаҡтарының ҡатнашлығы тойолмаймы? Эйе, арабыҙҙа бик күптәр ваҡыты-ваҡыты менән был турала уйланалыр һәм үҙ-үҙенә шундай һорауҙарҙы бирәлер, моғайын. Ысынлап та, хатта бөтә донъяға билдәле ғалимдар ҙа был турала баш вата бит.
“Тәрилкә” йылға өҫтөнән осоп үтте…
Осоусы “тәрилкә”не күреүе тураһында миңә өләсәйем дә бәйән иткәйне. Юҡ, һис кенә лә ейәнен уйҙырма менән алдаштырғандыр тип уйламайым. Үткән быуаттың 80-се йылдарында Бөрйән районының Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдары араһында була был ваҡиға. Өләсәйем туғандарынан һуң ғына ҡайтырға сыға. Ағиҙел аша һалынған аҫылма күперҙе үтеп барғанда йылға осонан нимәнеңдер осоп килгәнен шәйләй. Ул күперҙе сығып бөтөүгә теге билдәһеҙ осҡос үтә лә яҡыная. Шул ваҡытта уның тәрилкә рәүешендә булыуын аңғара. “Ғәйәт дәү тәрилкә кеүек ине, үҙенән зәңгәрһыу нурҙар ағыла. Ниндәйҙер сәйер тауыш сыға – гүйә, тау башынан арбаны тәгәрәтеп төшөрөп ебәргәндәр”, – тип хәтерләй ине ул. Өләсәйемдең күңелендә шик тыуа һәм яҡындағы тау итәгенә йәшенергә була. Үҙе тегене күҙәтеүен дауам итә. “Тәрилкә” ниңәлер тап йылға өҫтөнән генә осоп үтә. Ниндәйҙер ваҡыттан һуң ҡапыл әйләнә лә кире күккә күтәрелеп юҡҡа сыға. Ә өләсәйем боҫҡан урынынан сығырға ҡурҡып байтаҡ ҡына ултыра әле. Иң сәйере, ауылда был тәрилкәне унан башҡа шәйләгән кеше булмай.
Эйе, бындай хәлдәр йыш ҡына теге йәки был тарафтан ишетелеп тора. Әлбиттә, бер беҙҙә генә түгел. Мәҫәлән, донъяның башҡа төбәктәрендә лә серле осҡостарҙы күреүселәр байтаҡ.
Мәҫәлән, 1961 йылда ирле-ҡатынлы Барни һәм Бетти Хиллдар АҠШ-тағы Портсмут ҡалаһына ҡайтып барғанда күк йөҙөндә ниндәйҙер серле ут күрә. Бер аҙҙан улар был ут шарының уларҙы эҙәрлекләгәнен төшөнә – автомобилдәренән яҡынса утыҙ метр бейеклектә арттарынан ҡалмай оса ла оса теге. Ир менән ҡатын унан ҡасып ҡотолорға теләй, әммә килеп сыҡмай. Бер аҙҙан улар серле сигналдар ишетә һәм башы менән муйын тирәһендә көслө ауыртыныу һиҙә. Артабан ни булғанын һәм нисек йорттарына ҡайтып еткәндәрен береһе лә хәтерләмәй. Шуның менән был хәлде оноторҙар ҙа ине, әммә Беттиҙы яман төштәр эҙәрлекләй башлай. Ирен ниндәйҙер сәйер заттар язалағанын күреп уяныр була. Шуға ла бер аҙҙан билдәле психиатрға мөрәжәғәт итергә ниәт итәләр. Хәтерҙәре юйылған ваҡытта ни булғанын асыҡлау өсөн доктор был икәүгә гипноз сеансы үткәрә. Транста булғанда Барни менән Бетти бәләкәй генә кәүҙәле, ҙур башлы заттарҙың үҙҙәрен сит планета карабына алып китеүе һәм төрлө тикшеренеүҙәргә дусар итеүе тураһында һөйләп бирә. Телепатия ярҙамында сит планета кешеләре Бетти менән бәйләнешкә ингән булғанлығы ла асыҡлана. Хатта сит планета ҡунаҡтары уға “тәрилкә”ләренең йыһандың ниндәй өлөштәрендә осҡанлығын да күрһәтә. Нисек кенә сәйер булмаһын, гипнозда саҡта ҡатын шул картаны иҫләй һәм ҡағыҙға төшөрә. Әлбиттә, уның был һүрәттәренә берәү ҙә ышанмай. Әммә бер аҙҙан астроном Марджери Фиш шул һүрәттәрҙе тикшереп, был билдәһеҙ заттарҙың Дзета 1 һәм Дзета 2 йондоҙҙар системаһынан килгән булырға тейешлеген асыҡлай. Ә йыһандың тап шул өлөшөндә планеталар булғанлығы фәнни йәһәттән раҫланған булған. Тимәк, гипноз тәьҫирендә Бетти йыһандың астрономдарға билдәле өлөшөн һүрәткә төшөргән! Был хәл һаман да иң серле ваҡиғаларҙың береһе булып ҡала. Баҡһаң, гипнозда саҡта кеше бер нисек тә алдаша алмай икән...
25 йылдан Ергә ҡайтырһың!
Яңыраҡ Nature Communications баҫмаһы биттәрендә ғалимдар иҫ киткес асышҡа юлығыуы тураһында һөйләгән – баҡһаң, беҙҙең планетаның эсендә ҙур күләмдә шыйыҡ кислород һаҡлана икән. Лазер ярҙамында тикшереүҙән асыҡланыуынса, уның күләме атмосфералағынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк булыуы ихтимал. Әммә был яңылыҡ шунда уҡ үткән быуатта булған сәйер ваҡиғаны күптәрҙең хәтеренә төшөргән.
1978 йылда Австралияның тәжрибәле пилоты Фредерик Валентичтың самолеты Басс боғаҙында эҙһеҙ юғала. Осоу мәлендә ул ергә үҙен ниндәйҙер билдәһеҙ объект эҙәрлекләүе тураһында хәбәр итә. Аҙаҡ самолет та, пилот та һыуға батҡандай юҡҡа сыға. Уларҙы таба алмайҙар. Ә 1982 йылда Советтар Союзы менән Ҡытай сигендә подполковник И. В. Казанцев етәкселегендәге хәрбиҙәр отряды Сарычев исемле берәүҙе ҡулға ала. Уның ҡулында тауҙа табылған ниндәйҙер серле капсула була. Эсендә иһә… пилот Фредерик Валентич яҙған хат ята. Ул үҙенең сит планета заттары тарафынан ҡулға алыныуы һәм Ер шары менән Юпитерҙың юлдашы Каллисто араһында хәрәкәт итеүсе дәү карапта пилот булыуы тураһында хәбәр итә. Уныңса, сит планета заттарының бында осоуының төп сәбәбе – Ер ҡуйынында һаҡланған ғәйәт ҙур шыйыҡ кислород һаҡламын үҙҙәренә ташыуы икән. Йәнәһе, был хатта сит планета вәкилдәренең пилотты 25 йылдан һуң ҡабат ергә шундай уҡ йәш ҡиәфәттә ҡайтарырға вәғәҙәләүҙәре тураһында ла әйтелә. Совет ғалимдары был капсуланы һәм хатты тикшергәндән һуң уларҙың Ерҙә булмаған материалдарҙан эшләнеүен асыҡлаған тигән хәбәр ҙә йөрөй.
Әлбиттә, был хәлдең ысын булыуына бик күптәр ышанмаған. Бөгөн дә уны уйҙырма тип ҡабул итеүселәр бихисап. Шуныһы ғына – ысынлап та, 1982 йылда подполковник И.В. Казанцев отрядының билдәһеҙ футляр менән берәүҙе ҡулға алыуы тураһында рәсми документтар бар. Әммә уларҙа юғалған пилот тураһында ғына бер нәмә лә әйтелмәй. Әйткәндәй, Фредерик Валентичтың самолеты радарҙан юғалыр алдынан ғына Рой Манифолд тигән берәү диңгеҙҙә ҡояш байығанын фотоаппаратҡа төшөрөргә сыға. Фотоларға дым менән уратып алынған ниндәйҙер осоусы объект эләккәнлеге лә асыҡлана. Бик күп экспертизалар был фотоларҙың яһалма түгеллеген раҫлай. Шуға ла күптәр Фредерик Валентичтың серле юғалыуының сәбәбен фотолағы тап ошо “тәрилкә” менән бәйләй ҙә инде. Әйткәндәй, сит планета вәкилдәре ҡайтарырға вәғәҙәләһә лә, башҡаса Фредерик Валентичты берәү ҙә осратмай. Бәлки, ҡайтарғандарҙыр ҙа, кем белә инде. Бөгөн планетабыҙҙың төрлө мөйөшөндә үткәнен бөтөнләй хәтерләмәгән бихисап кеше табылып тора бит. Был ғәжәп хәл дөрөҫ булһа, пилотты ла хәтерен юйғас ҡына Ерҙә ҡалдырғандарҙыр.
Тимәк, йыһанда кешелектән башҡа ла тормош бармы? Был һорауға рәсми фән һаман да яуап бирмәгән, әлбиттә. Шуныһы – күп саҡта беҙ йыһандан үҙебеҙгә оҡшаған заттарҙы эҙләйбеҙ. Уларҙың кеше аҡылы төшөнә алмаған ҡиәфәттә булыуы башыбыҙға йыш ҡына инеп тә сыҡмай. Әммә беҙ тормош юҡ тигән алыҫ планеталар ундайҙарға көн итеү өсөн бик тә уңайлы мөхит булыуы бик ихтимал бит әле.
Кешелектең һуңғы быуаттарҙағы техник үҫеше лә тәрән уйҙарға һала. Ни өсөн быға тиклем меңдәрсә йылдар өлгәшә алмағаныбыҙҙы, йыһан күҙлегенән ҡарағанда секунд ҡына булған ике быуат эсендә өлгәшеп ҡуйҙыҡ? Бөгөнгө быуын кәрәҙле телефондан тыш тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай, әммә бынан 50 йыл ғына элек уны фантастика булараҡ ҡабул иткәндәр бит. Әллә техник үҫешебеҙ сит планета вәкилдәренең кешелеккә йоғонтоһо һөҙөмтәһеме? Бәлки, улар беҙҙең арала күптән йәшәйҙер һәм көндәлек тормошобоҙға тәьҫир итәлер, кем белә? Рәсми фән был турала бер ниндәй ҙә аңлатыу бирмәгәс, беҙгә үҙ яҙмышыбыҙға күнергә һәм тирә-яҡты тағы ла иғтибарлыраҡ күҙәтергә генә тура килә инде.
Әйткәндәй, бәлки, барыбыҙ ҙа яратҡан “Шоңҡар” журналын уҡыусылар араһында ла шундай серле “тәрилкә”ләргә юлығыусы, бәлки, сит планета вәкилдәрен осратыусылар ҙа барҙыр? Ундайҙар булһа, һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!