Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
25 Февраль 2019, 16:11

Теге донъя эштәренә ҡыҫылма

- Нимә килдең? Кит минең янымдан! – тип ҡысҡырып ебәрә.Үлер алдынан һуңғы минуттары ейәнен уйланырға мәжбүр итә. Үлеләр донъяһына китергә күп ҡалмағас, тауыш-тыны ла сыҡмаған өләсәһе тиҙ генә тороп ултыра ла, ҡурҡыныс күҙҙәрен бер яҡҡа төбәп, кемделер ҡыуғандай ҡулдарын болғай.

Кешенең йәнен алыусы әжәлде беҙ кинолар, һүрәттәр аша ҡулына салғы тотҡан һөлдә итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Япон тикшереүселәре быны инҡар иткәндәй, уның төрлө ҡиәфәттә булыуын асыҡлаған.

Бәләкәйҙән йәтим ҡалған биолог Кането Мияги өләсәһенең тәрбиәһе аҫтында үҫә. Өләсәй кеше баланы һис рәнйетмәй, матур итеп ҡарап үҫтерә. Йылдар үтә, 82 йәшенә барып та етә. Ҡарт көнөндә йығылып, башын йәрәхәтләй һәм Мияги көнө-төнө уның янынан китмәй. Бер нисә көндән егеттең яратҡан өләсәһе – Кацуко-сан донъя ҡуя. Үлер алдынан һуңғы минуттары ейәнен уйланырға мәжбүр итә. Үлеләр донъяһына китергә күп ҡалмағас, тауыш-тыны ла сыҡмаған өләсәһе тиҙ генә тороп ултыра ла, ҡурҡыныс күҙҙәрен бер яҡҡа төбәп, кемделер ҡыуғандай ҡулдарын болғай. Ҡыуған арала:

- Нимә килдең? Кит минең янымдан! – тип ҡысҡырып ебәрә.

Өләсәһенең шулай үлер алдынан кемделер күреүе Миягиға тыныслыҡ бирмәй, ул йылдар буйы был турала уйланып йөрөй һәм һөҙөмтәлә “үлем менән килеүсе”нең кемлеген асыҡлау эшенә сума. Экстрасенсорика даирәһендә шөғөлләнеүселәр менән бәйләнешкә инә, электроника етештереүселәрҙән компьютеры, датчиктары, камераһы ла булған махсус прибор яһата.

Тикшереү объекты үҙен оҙаҡ көттөрмәй: күрше өйҙә яңғыҙ, ауырыу ҡарт Набуки Синдо үлем сигендә ята. Мияги ҡарттан яҙма рәүештә рөхсәт ала ла, эшкә тотона. Датчиктарҙы бабайҙың башына таға ла, үҙе компьютер алдына ултыра.

Ҡарт үлем менән көрәшә башлағас, Кането Мияги датчиктарҙы аппаратураға тоташтырып ебәрә һәм мониторҙа күҙгә аңлашылмаған шәүләләр барлыҡҡа килә. Синдо һуңғы һулышын яһағанда, мониторҙағы ҡараңғы шәүләнән кеше кәүҙәһенә оҡшаған нимәлер күтәрелә лә, бабай ятҡан карауатҡа яҡынлаша башлай. Ни ғәжәп, әле генә аңлашылмаған һын гүзәл, һомғол буйлы ҡатын-ҡыҙға әүерелә. Ул бүлмәлә күренмәһә лә, ҡарт уны күрә һәм уға ҡыуана, сөнки был ваҡытта бабайҙың ирендәренә бер нисә секундҡа йылмайыу ҡуна. Ҡатын Набукиҙың янына килә, үҙе менән саҡырғандай, ҡулынан етәкләй. Шул ваҡытта ҡарт яҡты донъянан китеп тә бара.

Кането Мияги был асышын аномаль күренештәрҙе өйрәнеү үҙәгенә күрһәтә. Профессор Риноко уны иғтибар менән тыңлай ҙа, был ише тикшереүҙәр менән мауыҡмаҫҡа, әленән үк туҡтарға ҡуша.

- Бик ҡурҡыныс эш менән булышаһың. Мин сит-ят көстәрҙе тикшереү, өйрәнеү менән күптән шөғөлләнәм һәм шуға күрә уларҙың теге донъя серҙәренә башҡа берәүҙең ҡыҫылыуҙарын түҙә алмағандарын бик яҡшы беләм, - ти.

Егет кенә профессорҙың әйткәндәренә ҡолаҡ һалмай. Күпмелер ваҡыт үтеү менән ул Хоккайдо утрауындағы хәйерселәр дауаханаһының баш табибы менән килешеү төҙөй. Килешеү буйынса баш табип берәйһе үлергә ятһа, Миягиға шылтыратып хәбәр бирергә тейеш була. Өс айҙан һуң бер түгел, ике клиенттың “әҙер” ятыуы билдәле була. Тәүгеһе - 70 йәштәр тирәһендәге ҡарсыҡ булып сыға. Һуңғы һулышын алғанда мониторҙа көләс йөҙлө кескәй ҡыҙ күренеп ҡала. Ул мәйеттең кәүҙәһенән ҡалҡып сыҡҡан болот кеүек, ҡараңғылыҡта таралып юғала.

Рак менән яфаланыусы 65 йәшлек кеше үлгәндә мониторҙа ир-ат һыны сағылып ҡала. Ул иһә тикшереүсегә, йәғни Миягиға иғтибар итә. Шул тиклем ҡурҡыныс итеп ҡарай, хатта егет аңын юғалта яҙа.

Икенсе көнө Кането Мияги ғаиләһен машинаға тейәй ҙә, зоопаркка китә. Ҡапыл ҡаршыһына тормозы эшләмәгән ҙур йөк машинаһы килеп сыға: тере ҡалыусы булмай. Ҡыҫҡаһы, профессор Риноконың әйткәндәре ысынға аша.

Г. ӘМИНЕВА әҙерләне.

Читайте нас: