Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
28 Май 2019, 19:11

Стена аша үткән кеше


Гарри Гудиниҙың был донъянан китеүенә 100 йыллап ваҡыт үткән. Шулай ҙа уны әле һаман ер йөҙөндәге иң бөйөк иллюзионистарҙың береһе булараҡ хәтерләйҙәр. Был легенда-кеше өсөн әллә ниндәй ҡатмарлы, ныҡ бығауҙар ҙа кәртә була алмаған, хатта… ул стена аша ла үтә алған! Шуға күрә күптәр уны фокусник ҡына тип түгел, ә ниндәйҙер тәбиғи булмаған һәләткә эйә кеше тип ҡабул итә…

Гудиниҙың ысын исеме – Эрих Вайс. Ул 1874 йылда күп балалы венгер раввины (йәһүдтәрҙә юғары дәрәжәле рухани) ғаиләһендә тыуған. Эрих тыуғандан һуң, АҠШ-ҡа күсенәләр һәм Эпплтонда, Висконсин штатында йәшәй башлайҙар. 1888 йылда улар Нью-Йоркка күсенә.

Ата-әсәһе бик үк етеш йәшәмәгәнлектән, Эрихҡа үҫмер сағынан уҡ гәзит һатып, аҡса эшләй башларға тура килә. Аҙаҡ “Г. Ритчерз Санз” фабрикаһына галстук бесеүсе булып эшкә урынлаша. Ошонда Джек Хейман тигән кеше менән таныша һәм ул Гудиниҙы кәрт ярҙамында төрлө фокустар ҡылырға өйрәтә. Бер ваҡыт Эрих Манхэттенда таушалып бөткән “Илсе, яҙыусы һәм фокусник Робер-Гудиндың үҙе яҙған иҫтәлектәре” тигән китап һатып ала. Китапта яҙылғандар уны таң ҡалдыра һәм уның да фокусник булғыһы килә.

Әммә Вайс тәүҙә йүгереү, йөҙөү менән шөғөлләнә, хатта стриптиз менән дә мауығып ала. Шулай ҙа, бер көн килеп, фокустар менән аҡса эшләргә ҡарар ҡыла. Улар Джек Хейман менән арзантеатрҙарҙа һәм һыра барҙарында сығыш яһай башлай. Кәрт, яулыҡтар ярҙамында иң ябай трюктар күрһәтәләр. Бүтән төрлө әйберҙәр алырға хәлдәренән килмәй әлегә. Эрих псевдонимын кумиры Робер-Гудин һәм ул ваҡыттағы билдәле факир Гарри Келли хөрмәтенә һайлай. Шулай Гарри Гудини булып китә.

Ҡул бығауҙары һәм табуттар

Профессиональ карьераһын Гудини киң таралған трюктанҡул бығауҙарынан ысҡыныуҙан башлай. Уның сере ҡул таҫыллығынан тораГудиниҙа бөтә булған ҡул бығауҙары моделдәренең асҡыстары булған. Ул уңышҡа өлгәшә һәм тиҙҙән танылған цирк һәм балаган хужалары уның менән ҡыҙыҡһына башлай.

1900 йылда Англияға килгәндән һуң Гарри билдәлелеккә өлгәшә. Ул үҙе башҡарған трюктарҙы һәр ваҡыт камиллаштырыу һәм ҡатмарлаштырыу өҫтөндә эшләй. Бер ваҡыт, Дрездендә гастролдәрҙә йөрөгәндә, үҙен тулыһынса сылбырҙар, бығауҙар менән урап, йылғаға һикерә. Һыуҙан сыҡҡанда быларҙың береһе лә булмай. Ярға килеп сыҡҡас, полиция уға газон өҫтөнән(!) үткән өсөн штраф һала. 1903 йылда Рәсәйгә килә. Бында ул Себергә сәйәси ҡорбандарҙы алып китә торған поездың ҡорос менән тултырылған вагонынан ҡотолорға тейеш була.

1904 йылда Гудини сейфтарҙы асыу менән шөғөлләнеп ҡарай. Береһен ул эстә булған килеш асып сыға. Бының өсөн эксперимент алдынан ҡул биреп күрешкәндә танышы уға махсус асҡыс бирә. Әммә уның бөтә трюктарының да серен былай еңел генә аңлатып булмай. Мәҫәлән, бер ваҡыт ул ныҡлап ябылған һәм ҡаҙаҡтар ҡағып сығылған табут эсенән сығыуға өлгәшә. Бының өсөн уға тубыҡланып ятырға һәм, булған көсөн ҡулланып, табуттың төбөн бүтән өлөштәренән айырырға тура килә. Сыҡҡас инде табут өҫтөнә менеп һикерә һәм бушаған ҡаҙаҡтарҙы урынына ултырта. Күрәһең, бындай фокустарҙы күрһәтеү өсөн сослоҡ, таһыллыҡ ҡына етмәй, ғәҙәти булмаған физик мөмкинлектәр ҙә талап ителгән.

Бөйөк иллюзионист бигерәк тә төрмә камераларынан “ҡасыу” менән дан ҡаҙанған. Бында ул шул уҡ махсус асҡыстарын ҡулланған. Уларҙы ассистенттары зданиела билдәле бер урынға алдан йәшереп ҡуйған. Ҡайһы берҙә инструменттарҙы коридор иҙәненә һелтәгәндәр һәм Гарри уларҙы, эксперимент шарттары буйынса, аяҡ табанына йәбештерелгән балауыҙ ярҙамында алырға тейеш булған. Гарри бөтөн ерҙән һыуҙан ҡоро сығырға өйрәнә ете ҡат йоҙаҡ аҫтынан, һыу тултырылған һөт феләгенән, ергә күмелгән табуттан… Сере бер – махсус ҡулайламалар. Ә һыуҙа Гудини 3 минут тын алмайынса тора алған.

1913 йылда Нюрнбергтағы премьераһында ул беренсе тапҡыр һыу менән язалау камераһында башҡарған данлыҡлы номерын күрһәтә. Ҡатмарлы эске төҙөлөшлө һауыт эсендә фокусник тамашасылар алдында баш түбән аҫылынып тора. Шаршауҙы 3 минутҡа ябалар, асылғанда инде Гудини будка эсенән сығып килә, өҫтөнән һыу аға. Был трюктың сере әле булһа ла билдәле түгел.

1914 йылдан Гудини күптәрҙе үҙенең магик көсөнә ышанырға мәжбүр итә: ул стена аша үтә башлай. Ысынында иһә,ул сәхнә аҫтындағы келәм менән ҡапланған люкты файҙаланып, стена аҫтынан ғына сыға.

Гудини 1926 йылдың 31 октябрендә киләһе турне ваҡытында эренле аппендициттан үлә. Уны үҙе фокустар өсөн ҡулланған бронза табутта ерләйҙәр.

Гарри ҡатыны Беатрис Гудиниға йәне күккә ашҡас рухы аша ике һүҙҙән торған хәбәр ебәрергә вәғәҙә иткән була. Беатрис, үлгән ире менән бәйләнешкә инеп, ошо хәбәрҙе белә алған медиумға 10 мең доллар вәғәҙә итә. Үкенескә ҡаршы, бер генә медиум да быға өлгәшә алмай. Шулай ҙа, 1929 йыл башында бер газетала ниндәйҙер Артур Форд тигән кешенең транс ваҡытында Гарри Гудиниҙың хәбәрен ҡабул итеүе хаҡында баҫылып сыға. “Ышан” тигән һүҙ була ул. Әммә артынса уҡ бының мистика ғына икәнлеген белдереп, икенсе мәҡәлә донъя күрә.

Гарри Гудини XX быуат башында иң ҡыҙыҡлы һәм серле фигураларҙың береһе була. Бөйөк фокусниктың исеме кешелек ҡөҙрәтенең бер символы булып тора хатта.

Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА.

Читайте нас: