Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
18 Июнь 2019, 22:18

Кеше йәне күпме тарта?

Йәндең уртаса ауырлығы 22 грамм булыуы асыҡлана. Үлгән мәлдә кешенең тәне нәҡ ошо саҡлымға еңеләйеүен, 22 грамм юғалтыуын йәндең тәнде ҡалдырыуы тип аңлата табип.

Мөғжизәле донъя

Әҙәм балаһы элек-электән йән төшөнсәһе хаҡында баш ватҡан: бармы ул, әгәр булһа, ҡайҙа урынлашҡан, ауырлығы ни сама? Был мәсьәлә әленән-әле тикшеренеүсе ғалимдарҙы ла төрлө эҙләнеүҙәргә этәрә. Ошо йәһәттән эш алып барыусы тәүге ғалим тип Дункан Мак-Дугалды билдәләргә мөмкин. Үҙенең тикшеренеүҙәрен Мак-Дугалл 1907 йылда “Америка медицинаһы” журналында баҫтырып сығара. 1906 йылда кешенең йәне булыу-булмауын асыҡларға теләгән ғалим уның күпме тартыуын белергә тигән маҡсат ҡуя. Йән тәнде ташлап киткәс, тән ауырлығы кәмергә тейеш тигән фекергә таянған ғалим, үлгәндән һуң һәм үлгәнгә тиклемге ауырлыҡты сағыштырып, йәндең күпме тартыуын билдәләргә була. Бының өсөн Дункан Мак-Дугалл дауахана палатаһына үлсәүле махсус карауат ҡуйҙыра. Һәм унда үлем алды хәлендә булған ауырыуҙар һалына. Күпселек эксперименттар күрһәтеүенсә, уның тикшеренеүҙәренә ярашлы, йәндең уртаса ауырлығы 22 грамм булыуы асыҡлана. Үлгән мәлдә кешенең тәне нәҡ ошо саҡлымға еңеләйеүен, 22 грамм юғалтыуын йәндең тәнде ҡалдырыуы тип аңлата табип.

Әлбиттә, быға барыһы ла ышанмай. Күҙгә күренмәгән, тотоп ҡарап булмаған йәндең ауырлығы була аламы һуң? Тикшеренеүселәр был мәсьәләне бер ни тиклем ваҡытҡа ситкә ҡуйып тора. Ә инде үткән быуаттың уртаһында Литва фәндәр академияһының тәбиғи фәндәр докторы Эугенюс Кугис был темаға әйләнеп ҡайта. Сираттағы тикшереү алымы ла унан алдағы ғалимдыҡынан әллә ни айырылмай. Әммә хәҙер инде техника камилыраҡ була. Һәм был юлы тикшеренеүҙәр үлгәндән һуң кешенең тәне 3 грамдан 7 грамға тиклем кәмеүен билдәләй. Тимәк, йәнең ауырлығы ла ошо самалыр тигән фекергә килә ғалим.

Йән ҡайҙа урынлашҡан?

Ошо һорау менән немец психологтары 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға мөрәжәғәт итә. Иң өлкәндәре – “бөтә ерҙә лә”, уларҙан кесерәктәре “башта” тип яуаплаған, ә иң бәләкәйҙәре йөрәк тәңгәленә төртөп күрһәткән. Тикшеренеүселәр иң һуңғы яуапҡа нығыраҡ әһәмиәт биргән.

Американың Детройта ҡалаһынан табип-психолог Пол Пирселл башҡа кешенең йөрәге күсереп ултыртылған йөҙәрләгән пациент менән аралашҡан. Уның “Йөрәк коды” тип исемләнгән китабында әйтелеүенсә, йөрәктең күҙәнәктәренә беҙ кисергән тойғолар, уйҙар, ғәҙәттәр һалынған. Һәм, йөрәкте күсереп ултыртыу һөҙөмтәһендә. яңы хужа элекке хужаһының сифаттарын ала. Әйтәйек, 40 йәшлек ир 19 йәшлек ҡыҙҙың донорлыҡ йөрәгенә эйә була. Операциянан һуң быға саҡлы яй ҡуҙғалған кеше үтә лә әүҙемгә әүерелә, уның тормош менән ҡыҙыҡһыныуы арта. Нью Йоркта йәшәүсе Сильвия Клейр 50 йәшендә йөрәген алмаштырып ултыртыу буйынса операция уҙғарғас, тауыҡ бото ашағыһы, һыра эскеһе килеүенә ғәжәпләнгән. Баҡтиһәң, уға һыра һәм тауыҡ бото яратҡан автоһәләкәттә үлгән 18 йәшлек егеттең йөрәген күсереп ултыртҡандар икән.

Ә инде клиник үлемде өйрәнеү йәндең физик тәндән тыш йәшәй алыуын күрһәтә. Быны мәрткә киткән кешеләрҙең һүҙҙәре дәлилләй. Улар йыш осраҡта абсолют тыныслыҡ кисереүҙәре хаҡында бәйән итә һәм күбеһе йәненең бик оҙаҡ ниндәйҙер башҡа донъяла сәйәхәт итеүен белдерә. Ә реаль ваҡытта минуттар йәки секундтар ғына үтеүе лә ихтимал була.

Ҡайһы бер ғалимдар матди донъя бөтөнләй юҡ, уның аң менән идара ителгән виртуаль образы ғына бар тигән фекерҙә. Йәки матди донъя бар, әммә ул күреү, һиҙеү, тойоу ағзаларыбыҙ сағылдыра алған кимәлдә генә күҙ алдыбыҙға баҫа, тиҙәр. Өҫтәмә тойоу, һиҙеү ағзаларыбыҙ булһа, бөтөнләй башҡа нәмәләр күрер инек.

Физиктарҙың күбеһе ғаләмдәрҙең сикһеҙ булыуы тураһындағы фекер яҡлы. Параллель донъялар хаҡында тәүгеләрҙән булып 1895 йылда фантаст-яҙыусы Герберт Уэллс үҙенең “Диуарҙағы ишек” хикәйәһендә бәйән итә. 62 йыл үткәс уның идеяһын үҙенең докторлыҡ дисертацияһында Принстон университетын тамамлаусы Хью Эверетт үҫтерә. Уның фекеренсә, йыһан үҙе һымаҡ әллә нисәмә өлөшсәләргә бүленә. Һәм был хәл һис туҡтамай дауам итә. Ошо донъяларҙың береһендә әлеге мәҡәләне уҡыуыбыҙ, икенсеһендә диванда ятып телевизор ҡарауыбыҙ ихтимал. Уларҙың туҡтауһыҙ артыуына ҡылған эштәребеҙ булышлыҡ итә, тип аңлата Эверетт. Ниндәй ҙә булһа һайлау эшләүебеҙ була, шунда уҡ бер йыһандан икенсеһе барлыҡҡа килә. Һәм төрлө яҙмыш варианттары менән. Әйтәйек, ул йыһандарҙың береһендә кемдер ҡайҙалыр самолет менән осмаған, ә поезд менән юлланған һәм иҫән ҡалған.

Үлем тормоштоң абсолют тамамланыуы түгел

Төньяҡ Каролина университеты профессоры Роберт Ланца “биоцентризм” теорияһына ярашлы, үлем беҙҙең аң тыуҙырған иллюзия ғына. тип белдергән. Ул үлгәндән һуң йән параллель донъяға күсә тигән фекерҙә. Тикшеренеүсе кеше ғүмере башҡа планеталарҙа яңынан сәскә атыр өсөн әйләнеп ҡайтҡан күп йыллыҡ үҫентегә тиң, ти. Ланца “үлем – тормоштоң абсолют тамамланыуы түгел, ә йәндең параллель донъяға күсеүе” тип иҫәпләй. Тимәк, үлемде инҡар итә.

Шулай булғас, физик үлем кеше шәхесенең юҡҡа сығыуы түгел тип аңларға була. Тән үлгәндән һуң үлемһеҙ йән алдында иҫ киткес тормош горизонттары барлыҡҡа килә ала, тимәк. Йәндең йыһандар ҡатламның яңы баҫҡысына, юғарыраҡ кимәленә күтәрелеүе, йәки киреһенсә түбән төшөүе лә бик мөмкин. Һәм бында, Һис шикһеҙ, дин менән дә уртаҡлыҡтар бар.

Йәндең үлемһеҙлегенә ышанырғамы-юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе һайлай. Әммә йәндең бөтөнлөгө һәм таҙалығы хаҡында уйланыу, һис шикһеҙ, кәрәктер. Ерҙәге тормоштоң, ысынлап та, ниндәйҙер оло юлға сығыу алдынан үткәрелгән һынау ғына булыуы ла ихтимал бит...

Йәсминә Сафина әҙерләне.

Читайте нас: