Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
18 Июль 2019, 18:59

Ғәҙәти кешеләрҙә ғәҙәти булмаған һәләттәр нисек барлыҡҡа килә?

Ғәҙәти кешеләрҙә ғәҙәти булмаған һәләттәр нисек барлыҡҡа килә? Заман технологияларының үҫешеүенә ҡарамаҫтан, тарихта асылмаған серҙәр етәһе. Күрер күҙгә ғәҙәти тойолған кешеләрҙә ҡапыл ғына ниндәйҙер көс-ҡеүәт барлыҡҡа килеүен дә улар иҫәбенә индерергә мөмкин. Бындай феномендарҙы аңлатып булмағас, тикшеренеүселәр кешеләге ундай үҙгәрештәр сит планета аҡылы йоғонтоһонда тыуыуы ихтимал тигән фекергә килә. #Шоңҡаржурналы

Мөғжизәле донъя

Заман технологияларының үҫешеүенә ҡарамаҫтан, тарихта асылмаған серҙәр етәһе. Күрер күҙгә ғәҙәти тойолған кешеләрҙә ҡапыл ғына ниндәйҙер көс-ҡеүәт барлыҡҡа килеүен дә улар иҫәбенә индерергә мөмкин. Бындай феномендарҙы аңлатып булмағас, тикшеренеүселәр кешеләге ундай үҙгәрештәр сит планета аҡылы йоғонтоһонда тыуыуы ихтимал тигән фекергә килә.

Жанна д’ Арк өсөн дә ошондай мистик көс тәьҫире хас булған тиеүселәр ҙә бар икән. Тарихи олимпҡа күтәрелгәнсе ул крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан ябай ғына ҡыҙ була бит. Шулай итеп, Франция һәм Англия араһында йөҙ йылға һуҙылған ҡораллы алыштар бара. Көндәрҙән бер көндө Жанна Орлеанды дошман ҡамауынан ҡотҡарырға һәм Валуа династияһынан Карл VII Франция короле булһын өсөн барыһын да эшләргә тейеш тигән серле бойороҡ ала. Ҡыҙ бала уның хәленән килмәҫтәй эште башҡарырға, инглиздәрҙе француз еренән тулыһынса ҡыуырға тейеш була. Шуға ла ул етеҙ рәүештә профессиональ ғәскәр туплап, уларҙы ошо маҡсатҡа дәртләндереүгә өлгәшә. Һуғышсыларын шул тиклем илһамландыра, уның һалдаттары һан буйынса үҙҙәренән бик күп тапҡырға артығыраҡ булған осраҡта ла, ҡурҡыу белмәй дошманға ташланып, еңеүҙәр яулай. Потэ янындағы алышта Жанна д’ Арктың мең ярымлыҡ ғәскәре биш мең хәрбиҙән торған дошман армияһын пыран-заран килтерә. Шуныһы ғәжәп, француздар был алышта барлығы – 10, инглиздәр 2500 кешене юғалта. Баяғы “серле тауыш” Жаннаны ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Әленән-әле алда нимә буласағы хаҡында хәбәр итеп тора. Уларҙың ғәскәре барлыҡ француз ҡалаларын да дошмандан азат итә. Шулай ҙа баяғы “серле тауыш” Жаннаға тиҙҙән уның әсиргә алынасағы хаҡында белдерә. Ул быны яуҙаштарынан йәшермәй. Һәм артабанғы ваҡиғалар был күрәҙәнең дөрөҫ булғанлығын дәлилләй. Ҡыҙҙы, уның ғәскәрен Компьен янында ҡамаған бургундтар әсиргә төшөрә. Төрмәлә ул ауырып китә. Һауығыуы мөмкин түгел, тип таба табиптар. Әммә әлеге лә баяғы “серле тауыш” яҙамға килеп, уның тиҙ арала һауығасағын хәбәр итә.
Жаннаны хөкөм иткән инквизиция трибуналы ҡыҙҙың юғарынан килгән “серле тауыш”тар ишетеүенә ышанмай, уны яман көстәр менән бәйләнешкә инеүсе сихырсы тип иғлан итәләр һәм Жаннаны утта яндырып үлтерергә тигән хөкөм сығаралар. Әммә был рәсми версия ғына булған икән. Ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙҙы язалау менән бәйле серле ваҡиғалар күп. Уны ут янына капюшонлы оҙон ҡара плащь кейгән килеш алып киләләр. Йөҙө күренмәй. Һигеҙ йөҙләгән һалдат яза барған урынды уратып ала. Кешеләрҙе яҡын килтермәйҙәр. Бынан тыш әлегә саҡлы Жанна д’ Аркты язалау хаҡында акт табылмаған. Уны язалау ҡарарын ҡабул иткән барлыҡ судьяларҙың үлеүе лә ҡыҙыҡлы факт.
...Көтмәгәндә ысын Жанна д’ Аркты Мец урамында күреп ҡалалар. Уны яҡшы белгән кешеләр ҡыҙҙы таный. Ул йәшерен ишек аша төрмәнән ҡасҡан тигән хәбәр тарала.
Үҙенең серле ҡотолоуынан һуң ул кейәүгә сыға һәм ике ир бала тәбиәләй. Ә XX быуатта Папа, Руан трибуналы ҡарарына ҡаршы килеп, Жаннаны изге тип иғлан итә.
Джордж Вашингтон шулай уҡ дуҫы Э.Шерманға 1777 йылдың декабрендә Филадельфия өсөн көрәш мәлендә инглиздәрҙән еңелгәндән һуң булған серле осраҡ хаҡында һөйләй. Япа-яңғыҙы ҡалып ғәскәрен был һәләкәттән ҡотолдороу юлын табыу хаҡында баш ватҡанда, ҡапыл бүлмәне сәйер яҡтылыҡ биләй ҙә уның алдына матур ҡатын килеп баҫа. Ул ҡулын көнсығышҡа һуҙа һәм Д. Вашингтон алдында төрлө күренештәр пәйҙә була. Фәрештәнең океандан ҡулы менән һыу һоҫоп алып Азия менән Европаға һирпеүен күрә ул. Дәүләтенең нығыныуын шатланып күҙәтә. Ә бына һуңғы күренеш Америка һәм Европа, Африка, Азия дәүләттәре араһындағы ҡан ҡойоштар була.
Әммә мистикаға бәйле берҙән-бер хәл түгел был. Президенттың көндәлектәрендә серле осоу объекттары һәм йәшел аяҡлы сәйер нәмәләрҙең уға инглиз ғәскәренең ниәттәре хаҡында еткереп тороуы һәм кәңәштәр биреүе хаҡында мәғлүмәт табырға мөмкин икән.
Наполеон Бонапарттың да сит планета цивилизацияһы йоғонтоһона дусар ителеүе ихтимал тигән фекерҙәр йәшәй. Баҡтиһәң, 1990 йылда Лефебр фамилиялы профессор Наполеон мейеһенә индерелгән металдан яһалған пластинка рәүешендәге имплантат тапҡан. Тикшеренеүселәр ошо бәләкәй генә прибор ярҙамында хәбәрҙәр Наполеондың туранан-тура мейеһенә ебәрелгән, тигән фекерҙә. Имплантаттың урынлаштырылыу ваҡыты яҡынса 1794 йылға тура килә. Нәҡ ошо осорҙа ул бер нисә көнгә юғалып тора.
Был хәлгә саҡлы Наполеон оҫта һуғышсы ла, һәләтле ойоштороусы ла булмаған, тип билдәләй тарихсылар. Ә сит планета аҡылы уның мейеһе менән идара итә башлағас, тиҙ арала уңышлы хәрби карьераға өлгәшеүе күҙәтелә. 1976 йылда Бонапарт ярым яланғас һәм ярым ас ғәскәр менән идаралыҡ итә, шуға ҡарамаҫтан, улар бер-бер артлы еңеүҙәр яулай. Ул триумфаль рәүештә Италия буйлап үтә. Яуҙаштарына юғары көстәр мине маҡсатҡа этәрә, әммә һеҙһеҙ мин бер нәмәгә лә өлгәшә алмаясаҡсын, ти.
Ошо мистик көстәр ярҙамында ул үҙен ҡурҡыу белмәҫ итеп тоя, алыш мәлендә тәүге рәттәрҙә була. Әммә бер дошман пуляһы ла уны йәрәхәтләй алмай. Аустерлиц янында еңеүгә шул тиклем ныҡ ышана, хатта алыш башланғанға тиклем тыныс ҡына йоҡлай. Ғәскәре Ваграм янында ҡаты алышҡанда ул ерҙә үҙенә ятырға урын әҙерләргә бойора һәм татлы йоҡоға тала. Уянғас, әүҙем рәүештә алыш менән командалыҡ итеүгә тотона. Арсен янындағы алышта ла мистик осраҡ булған. Һалдаттар сафы алдында ғына быҫҡып ятҡан ядро шартлаған. Барыһы ла ҡоттары осоп ҡатып ҡалған. Баҡтиһәң, Наполеон атын нәҡ ядроның өҫтөндә туҡтарға мәжбүр иткән. Боеприпас шартлап атының ҡорһағын ярған, ә ғәскәр башлығына бер нәмә лә булмаған. Ул икенсе атҡа күсеп ултырған.
1800 йылда уға һөжүм ойошторолғанда хәрби етәксе каретаһы шартлау яңғырар мәлдән алда ғына хәүефле урындан үтеп китергә өлгөргән. Үҙен император тип иғлан иткәндән һуң Наполеон тиҙ арала империяһына бер нисә Европа дәүләтен ҡушҡан. Әммә 1810 йылда Наполеон бик ныҡ үҙгәрә: дәшһәтлелеге, ҡурҡыу белмәҫлеге юҡҡа сығып, ул ғәҙәти кешегә әйләнә. Был фактты бер нәмә менән генә аңлатырға була – сит планета аҡылының ярҙамы туҡтай.
Ҡыҙыҡ, бындай ғәжәп хәлдәр күҙәтелмәһә, кешелек тарихы нисегерәк үҫешер ине? Сит планета вәкилдәре, ысынлап та, кешегә ярҙам итергә теләгәнме, әллә уларҙың маҡсаты башҡа булдымы икән?
Читайте нас: