Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
7 Август 2019, 18:54

Һәр беребеҙҙә мөғжизә йәшәй

#Шоңҡаржурналы Мишель Лотито (1950 йылғы) тигән кешенең туғыҙ йәшендә сәйер һәләте асыла: ул, ата-әсәһенең ҡотон алып, телевизорҙы ашай! Ун алты йәшенән металл, резина, быяла кеүек нәмәләр ашап, аҙнаһына әллә нисәшәр сығыш яһай башлай, уның өсөн аҡса ла ала... Уларҙы сәйнәп тормай, һыу менән ҡуша ғына йота. Шуныһы ҡыҙыҡ: хатта ағыуланыу ҡурҡынысы булған әйберҙәр ашаһа ла, егеттең организмына бер ни ҙә булмай.

Алтмышты уҙған Нгок исемле Вьетнам кешеһе утыҙ йылдан ашыу йоҡоһоҙлоҡтан яфалана. Яфалана, тиеүем бик үк дөрөҫ түгел, сөнки керпек тә ҡаҡмайынса һин дә мин йәшәй бирә, уға төндө уҙғарыуы ғына ҡыйын. Аптырағастыр инде, өс ай эсендә, балыҡ үрсетеү ниәте менән, төндәрен ике быуа ҡаҙып ташлай. Табиптарға күренеү бер һөҙөмтә лә бирмәй: Мистер Нгок та йоҡламаҫлыҡ бер сәбәп тә тапмайҙар.
Һинд штатындағы бер фермер иһә бөтә ғүмерен бюрократтар системаһы менән көрәшеүгә арнай. Беҙҙең телдә “тере үлектәр” тип аталған мритаксангх ойошмаһын төҙөй, сөнки үҙе, документтар буйынса, күптән инде гүр эйәһе була. Быны етмеш алтынсы йылда кредит алырға уйлағанда асыҡлай. “Беҙ үлеләргә аҡса бирмәйбеҙ”, тип яуаплайҙар уға. Хәл иһә былай була: дауаханала ятҡанында кемдер, ул үлде, тигән хәбәр тарата. Шунан фай ҙаланып, ағай-энеләренең береһе йәһәт кенә уның үлеүе тураһында ҡағыҙ яҙҙыртып ала. Документтар буйынса “үле” туғанының ере хәҙер уныҡы һана ла. Дөрөҫлөк даулап көрәшә башлағас, бындай ҡорбандарҙың йөҙәрләп булыуы асыҡлана.
Ә бына Йоко тигән кеше һуғыш бөткәндән һуң да егерме һигеҙ йыл йәшеренеп ята. Ул ҡырҡ беренсе йылда япон армияһына алынған була. Ҡырҡ дүртенсе йылда американдар Гуам утрауын утҡа тотҡанда бер кем дә тапмаҫлыҡ итеп йәшенә. Листовкаларҙан һуғыш тамамланғанын белһә лә, “оя”һынан сығыр ға ашыҡмай. Етмеш икенсе йыл да уның джунглиҙағы ер аҫты мәмерйәһендәге торлағына яңылыш ҡына барып сығалар.
Мишель Лотито (1950 йылғы) тигән кешенең туғыҙ йәшендә сәйер һәләте асыла: ул, ата-әсәһенең ҡотон алып, телевизорҙы ашай! Ун алты йәшенән металл, резина, быяла кеүек нәмәләр ашап, аҙнаһына әллә нисәшәр сығыш яһай башлай, уның өсөн аҡса ла ала... Уларҙы сәйнәп тормай, һыу менән ҡуша ғына йота. Шуныһы ҡыҙыҡ: хатта ағыуланыу ҡурҡынысы булған әйберҙәр ашаһа ла, егеттең организмына бер ни ҙә булмай.
Сәйер кешеләр… Ғәжәп кешеләр… Үҙебеҙҙең арабыҙҙа ла ҡылыҡтары менән аптыратҡан, башҡа һыймаҫлыҡ һәләттәре менән таң ҡалдырғандар әҙме ни? Спорт өлкәһендә, сәнғәттә, фәндә, ғөмүмән тормошта. Миңә, мәҫәлән, элегерәк иремдең ағаһының эш эшләгәндә йүгереп йөрөүе ҡыҙыҡ була торғайны. Бер уҡытыусы әхирәтем дең “эшем ныҡ оҡшай, бүтән ерҙә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым” тип бирелеп эшләүе әле һаман һоҡландыра ла, аптырата ла. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалам тип йығылып ятҡан патриоттар булыуы ғәжәп бит! Йәнә ҡырҡҡа инеп барған бер ирҙең эшләргә яратмауы ла сәйер. Туғандары әллә нисә тапҡыр эшкә урынлаштырып ҡараны (бер эшендә хатта бүлмә лә биргәйнеләр), әммә ул ауылындағы һыуыҡ өйөн (йыуып-таҙар тып биреүҙәре файҙаһыҙ булды), аслы-туҡ лы тормошон ҡәҙерлерәк күреп, “бомж” булып йәшәүҙе һайланы.
Минең ҡыҙым иһә башланғыс кластарҙа аҙна көндәрен әйтә белеүе менән иҫебеҙҙе китәреп алды. Мәҫәлән, бер ваҡыт, тыуған көнөм быйыл ниндәй көнгә тура килә икән, тип календарҙы ҡулыма алам. Гөлиә шул саҡ уйлап та тормай: “Шәмбегә…” ти. Ҡарайым: ысынлап та шулай! Ҡыҙыҡ күреп тикшергәнебеҙ ҙә булды: төрлө йылдың төрлө көнөн әйтәбеҙ, ә ул ниндәй аҙнала икәнен дөп-дөрөҫ яуаплай! Тағы машинала йә автобуста китеп барғанда (ул ваҡытта балалар баҡсаһына ғына йөрөй ине әле) ҡапыл ғына “Мин был ерҙә йөрөнөм! Хәҙер боролһаҡ, шул-шул була”, – тип һүрәтләп бирә ине. Йәл, уның күрәҙәлеге шул мәлдәрҙә тамамланып ҡуй ҙы. Бәлки, ваҡытында әһәмиәт биреү, был һәләтен үҫтереү талап ителгәндәр.
Йә булмаһа яҡын бер әхирәтем йыш ҡына аптыратып ҡуя. Уға ысынлап та үпкәләгән саҡтарым да булды. Бына-бына фатир алырға торабыҙ. Мин ҡыуанып-ҡыуанып ошо шатлығым ды әхирәтем менән бүлешмәк булам. Ә ул һөйләп тә бөтмәҫтән бүлдерҙе лә: “Ул фатирыңда күрмәйем мин һине” тимәһенме! Хәл ителеп бөткән, ышанманым. Ә ул: “Һин үҙ йортоңда торасаҡһың”, – тип үҙенекен тыҡый. Үпкәләнем, шунда ла һүҙенән кире ҡайтманы. Ул ваҡытта үҙ йортом тураһындағы уй башыма ла инеп сыҡмай ине. Шул көндәрҙә, фатирҙы әлегә бирә алмайбыҙ, тигән хәбәр алдым… Күп тә үтмәне, байтаҡ йәш ғаиләләрҙе ҡыйыҡлы иткән “Үҙ йортом” программаһы ҡалҡып сыҡты. Уны-быны уйлап, аңлап өлгөргәнсе, шул программа буйынса йорт алып, уны эшләп бөтөп, күсенеп, йәшәп ята инек инде. Шунда әхирәтемдең һүҙҙәре ҡылт итеп иҫемә килеп төштө: ә бит ул хаҡлы булып сыҡты!
Ә бер көн “Ултырғысың әйләнеп ултыр ған, эшеңде алыштырырһың, ахырыһы”, тип хафаға һалды. Сөнки ул турала уйланғаным юҡ ине әле. Әлбиттә, ниндәй эш икән, тип ҡыҙыҡһындым. “Бәләкәй генә бүлмәлә шулай уҡ ҡағыҙҙарға күмелеп ултыраһың, йөҙөң бик ҡәнәғәт, нур төшөп тора, ҡайғырма”, – тине. Ике-өс аҙнанан Мәскәүгә командировкаға барырға тура килде. Төп эшемә туранан-тура ҡағылышы юҡ ине был сәфәрҙең. Ундағы кабинетым ысынлап та бәләкәй генә, ҡағыҙҙарға күмелеп ултырам, ә тәҙрәнән, ағас япраҡтары араһынан юл табып, ҡояш нурҙары һуҙылғайны… Мөғжизә түгелме ни?
Һанай китһәң, һәр беребеҙҙә табырға була йә сәйер, йә аптыратырлыҡ, йә һоҡландырырлыҡ һыҙатты. Уларҙың барыһы ла йәшәп ятҡан донъябыҙҙы ҡыҙығыраҡ, серлерәк, матурыраҡ яһай. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ, матур сифаттарыбыҙҙы үҫтерә, баһалай беләйек.
Читайте нас: