Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
29 Ноябрь 2019, 19:30

Ҡар кешеһе... Алып-Алпамышамы?

Фәнгә "ҡар кешеҺе" булып ингән кешегә оҡшаш йән эйәһен төрлөсә атайҙар. Фәнни телдә уны "ҡар кешеҺе", "айыукеше", "тибет йети"йы тип йөрөтәләр. Һүрәтләгәндә ҡырағай йәнлеккә, хайуанға оҡшаталар Һәм "зверь", "животное" һымаҡ һүҙҙәр ҡулланалар. Берәүҙәр уны Гималай тауҙарында, ҡар һыҙатынан юғарыраҡ урында йәшәй, тип иҫәпләҺә, икенселәр был йән эйәләренең барлығын бөтөнләй инҡар итә.#Шоңҡаржурналы

Фәнгә "ҡар кешеҺе" булып ингән кешегә оҡшаш йән эйәһен төрлөсә атайҙар. Фәнни телдә уны "ҡар кешеҺе", "айыукеше", "тибет йети"йы тип йөрөтәләр. Һүрәтләгәндә ҡырағай йәнлеккә, хайуанға оҡшаталар Һәм "зверь", "животное" һымаҡ һүҙҙәр ҡулланалар. Берәүҙәр уны Гималай тауҙарында, ҡар һыҙатынан юғарыраҡ урында йәшәй, тип иҫәпләҺә, икенселәр был йән эйәләренең барлығын бөтөнләй инҡар итә.
Ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Йетиҙарҙың барлығына ышанған ғалимдарҙың анализлауынса, ошоға тиклем тауҙарҙың ҡар һыҙатынан юғары урындарында табылған ҙур эҙҙәрҙе яҡынса 7 фут (2,13 метр) оҙонлоҡтағы гоминид ҡалдырған һәм был эҙҙәр кешенекенә бик оҡшаш. Ҡар кешеһенең барлығына ышанмаусылар иһә был эҙҙәрҙе айыуҙыҡы тип иҫбатларға тырыша. "Айыуҙар ҙа әҙәм һымаҡ ике аяҡта, кәүҙәһен вертикаль тотоп йөрөй ала", – ти улар. Шулай уҡ эҙҙәрҙең ҡыр кәзәләренеке, бүре һәм ҡар леопардыныҡы, тауҙан төшкән ҡар, таштыҡы булыуы ихтимал, тип өҫтәйҙәр. Башҡа ғалимдар ҡар кешеһе тураһындағы имеш-мимеште "матур легенда"ға, урындағы халыҡтың ауыҙтел ижадына, буддизм диненә ҡайтарып ҡала. Буддистар, Гималай тауының иң өҫкө өлөшөндә үлгәндәрҙең рухтары һәм өрәктәр, аҫҡыһында "йети"ҙар йәшәй, тип иҫәпләй. Моғайын, улар өрәктәрҙең сәйер, серле кеше булып йәшәй алыуына инаналыр.
Был феномендың тәүге тапҡыр документлаштырылыуы 1921 йылда эверест тауының 21000 фут (6,4 километр) бейеклегендә теркәлгән. Эверест тауына экспедицияға етәкселек иткән полковник, альпинист Говард-Бери сәйер эҙҙәр тапҡан һәм был хаҡта рәсми белдергән. Йөк ташыусы урындағы тибет кешеләре: "Былар – меч-кангми эҙҙәре", – тигән. Яҡынса тәржемә иткәндә, ул һүҙҙәр "ҡар кешеһе" ("канг" – ҡар, "ми" – кеше), ә "меч" – ерәнгес, уҡшытҡыс еҫ аңҡытыусы тигәнде аңлата. Ошонан "ҡар кешеһе" тигән һүҙ киткән дә инде.
Донъяның матбуғат саралары шунда уҡ сенсация яһаһа ла, заманында был күренешкә етди фәнни тикшереү үткәрелмәй. Уның ҡарауы, ҡар кешеһе тураһында гәзит биттәрендә йөҙәрләгән хәбәрҙәр, шаһиттар күрһәтмәләре донъя күрә башлай. Моғайын, был феноменға ғилми күҙлектән 1951 йылдың 8 ноябрендә эрик Шиптондың эверест тауҙарында төшөргән фоторәсемдәр серияһынан һуң ғына тотонғандарҙыр. Ул һәм дуҫтары Майкл Уорд, Сен Тенсинг Менлунг Гласир тигән урындан алыҫ түгел 22000 фут (6705 метр) бейеклегендә сәйер эҙҙәрҙе фотоға төшөрә. Иң асыҡ эҙҙең ҙурлығы 12,5 х 6,5 дюйм (31,25 х 16,25 сантиметр) була. Ошо фотографиялар гигант гоминидтың, ысынлап та, йәшәүе мөмкинлеген иҫбатлай һәм сасквоч, бигфут һымаҡ йөнтәҫ маймыл-кешеләрҙе өйрәнеүгә юл аса.
Дауамы "Шоңҡар" журналының ноябрь һанында:
Читайте нас: