Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
11 Декабрь 2019, 21:30

Күлвәрәш

Имеш тә... “Иртән тора алмай ятҡан кешене бармаҡ менән төртөп ҡарайҙар, әгәр ошо урын күгәрһә, тимәк, был кеше бөгөн аяҡтарын һуҙасаҡ, уны ауыр эшкә ҡыумайҙар, ағарып китһә, әле бер аҙналап эшләй ала тигән һүҙ” (М. П. Горкунов, Вознесенка ауылы).

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, мине эшкә Дыуан районында урынлашҡан Мәсәғүт педагогия училищеһына ебәрҙеләр, ул саҡта уҡыу йорто тап шулай тип атала ине.
Бына шунда инде мин 30-сы йылдарҙа колхозлашыу ваҡытында йәберләүгә дусар ителгән халыҡ һөрөлгән махсус ҡасаба – Күлвәрәш тураһында береһенән-береһе яман, ҡот осҡос хәбәрҙәр ишеттем дә инде.
Имеш тә...
“Иртән тора алмай ятҡан кешене бармаҡ менән төртөп ҡарайҙар, әгәр ошо урын күгәрһә, тимәк, был кеше бөгөн аяҡтарын һуҙасаҡ, уны ауыр эшкә ҡыумайҙар, ағарып китһә, әле бер аҙналап эшләй ала тигән һүҙ” (М. П. Горкунов, Вознесенка ауылы).
“Кешеләр шул тиклем хәлһеҙ була, уларҙың үлгәндәрҙе күмергә лә көстәре етмәй, шуға улар мәйеттәрҙе мәкегә төртөп төшөрә торған булған...”;
“Күлвәрәш халҡына икмәкте ҡыш көнө урынына хәтлем килтереп еткермәйҙәр, уны 25 саҡрымда ятҡан Ҡалмаш ауылында ғына бушаталар. Хәлһеҙ кешеләр һуңғы көстәрен йыйып, ҡар йырып, икмәккә киләләр” (М. Д. Сафонов, Сафоновка ауылы).
“Ильин фамилиялы комендант бер ғәйепһеҙгә кешеләрҙе атып үлтереп, мәйетен күлгә ырғыттырған. Күлдәге мәйеттәр һыуыҡ һыуҙа боҙолмай, төптә яталар, һәм ҡайһы ваҡыт өҫкә килеп сығалар икән”;
“Барыһы ла шунда ятып ҡалды, бер кем дә әйләнеп ҡайтманы...”(һунарсы Заһир, Сәрүә ауылы).
“Әле 70-се йылдарға тиклем, урман ҡараусылар кеше һөйәктәренә тап була, ҡайҙа бер баш һөйәге генә ята, ҡайҙа ғаиләһе менән...”;
“Бер башҡорт байы Күлвәрәштән Сафоновка урыҫтарына килеп ялына, ул, әгәр мине ғаиләм менән ошонан алып сыҡһағыҙ, минең йәшереп ҡуйған алтыным бар, бүлешермен, ти” (И. К. Шәрипов, Ҡалмаш урман хужалығы).
“Һунарсылар был урынды урап үтәләр, сөнки төндәрен унда күл яғынан ҡот осҡос тауыштар ишетелә...”;
“Туристар шунда уҡ был урындан китеп барғандар, сөнки һәр кем бер төрлө төш күрә, аҡ күлдәкле бик сибәр ҡыҙ, үҙе артынан барырға саҡырған...”.
Был имеш-мимеш хәбәрҙәр ҡурҡыта ла, ҡыҙыҡһындыра ла, шуға мин, мөмкинлек сығыу менән, был күлде үҙ күҙҙәрем менән барып күрергә булдым. Тик сығып китергә тиҙ генә форсат тыуманы. Бына һуңғы йылдарҙа ғына Күлвәрәшкә юл төштө.
***
Сығып киттек. Юл төштө тиһәм дә, унда шундай юлдар икән?! Дөрөҫөрәге, юлдар бөтөнләй юҡ. Ә беҙ ниндәйҙер боролошта барыр ергә түгел, икенсе яҡҡа киткәнбеҙ һәм яңылыш Йүрүҙән йылғаһына килеп сығып, уның яр ҡыры буйына һалынған иҫке юлға сығып, ул юл әле ситтән, әле һыу эсенән, әле әллә ҡайҙа өҫкә ҡаяларға үрмәләп, тәҙрә аша упҡындар күҙәтеп, йөрәк алынып бөттө.
Төнгөлөккә Бирҙәш ауылында үҙебеҙҙең иҫке таныштарға барып индек. Беҙҙең ниндәй юл менән килгәнде ишетеп, ауыл халҡының иҫе киткән.
Шунда бер ҡарсыҡ беҙгә былай тине:
– Унда эләкмәгәнегеҙ хәйерле. Йыназаһыҙ үткән кешеләрҙе борсоп йөрөргә кәрәкмәй. Улар һеҙҙе индермәгән.
Шулай итеп, беҙҙе “индермәнеләр”.
Барған хәлдә лә, беҙ унда нимә күрер инек? 89 йыл элек тәүге һөрөлөп килеүселәр нимә күргән булһа, беҙ ҙә шуны күрер инек. Ҡояштың нурын томалап торған ҡараңғы урман. Ағастар араһында күл. Ҡайһы бер урындарҙа ер уйылып-уйылып киткән. Ундай урындар рәт-рәт, ә ҡайҙалыр тәртипһеҙ рәүештә һибелгән. Ҡарт ҡайындарҙың туҙҙары һыҙырылып алынған. Бүтән күҙгә салыныр нәмә юҡ.
Бишбүләк, Белорет, Учалы, Дыуан райондарынан, урман әҙерләү планын үтәү өсөн, республика эсендә “эске башҡорт һөрөлөүе” тип аталып, тыуған ерҙәренән ҡыуылған 3 мең ярым күлвәрәшлеләрҙең нәҫел-быуыны юҡ унда. Тәүге төҙөүсе комсомолецтарға, тәүге палаткаға һәйкәл дә юҡ.
Сөнки элек-электән, яңы ерҙәргә урынлашҡанда, халыҡ тәү сиратта эсер һыуын уйлаған, ә СССР сатраптарында уның ҡайғыһы булмаған, бындағы карст соҡоронда ятҡан күл һыуы эсергә барамы, юҡмы икәнен тикшереп торғандар тиһеңме?
Атамаһына килгәндә, ”вәрәш” һүҙе, ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, сыуаш телендә һаҡланып ҡалған, боронғо башҡорт теле аша аңлатҡанда, “йырын” мәғәнәһенә тура килә, тимәк, ябай итеп әйткәндә, йырындағы күл була инде.
40 баракты һүтеп, яҡын-тирә ауылдарға ташып алалар, ике ҡатлы мәктәп Ҡалмаш ауылында 2000 йылдарға тиклем тора, ә аттар аҙбары Сафоновка ауылында яңынан күтәрелә, ә Рухтинала шундай мунса һаҡланған, уның матсаһына бер бисара яндырып “Күлвәрәш” тип яҙып ҡуйған. Шул ғына.
Юҡ, ул ғына түгел икән. Тарихҡа ғәмһеҙ булмаған кешеләр күл буйына тәре ҡуйған, ул бында бик һирәк килеп сыҡҡан кешеләргә бында ҙур ҡәберлек икәненә ишаралап тора.
Һәр ҡәбер кемдеңдер ҡайғыһы, тормошҡа ашмаған хыялы булғандыр, һәр кеше ғүмере − ул үҙе бер бөтмөҫ-төкәнмәҫ байлыҡ та һуң, тик ул заманда ҡыуылған халыҡ илгә бушлай ағас бирергә тейешле һандар ғына булып иҫәпләнгән. Башҡортостан Республикаһының Хәтер Китабында был кешеләрҙең исем-шәрифтәре генә ҡалған.
***
Исемлектәге бер биттә – Әһлиуллиндар. Беренсе булып 1929 йылғы Басыр исемле малай тора, артабан уның 1902 йылғы атаһы Ғизетдин, артабан Ғизетдиндең бер туған ағаһы − 1893 йылғы Закир, уның улы − 1923 йылғы Сәйфулла. Ары йәнә Ғизетдиндең малайҙары – 1925 йылғы Фәтих һәм 1927 йылғы Хәйҙәр, 1931 йылғы Шафиҡ, уларҙың әсәһе 1904 йылғы Ғәтифә. Һуңғыларҙан Закирҙың ҡатыны 1896 йылғы Гөлйемеш һәм Ғизетдиндең әсәһе − 1862 йылғы Мәхүп.
Улар барыһы ла Учалы районының төрлө ваҡыттарҙа Аҡҡужа, Юлдаш тип тә аталып йөрөгән Ҡунаҡбай ауылы кешеләре. Билдәле булыуынса, был ауылда Александр Матросов исеме аҫтында тарихта ҡалған, Советтар Союзы Геройы Шәкирйән Мөхәмәтйәнов тыуып үҫкән.
Күлвәрәштә була алмаһам да, унда булған кешеләрҙең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен эҙләп ҡарай алам бит! Ысынлап та, исем-шәрифтәр генә ҡалмаған икән.
– Килегеҙ! Улар бит ҡайтҡандар, хатта фотолары ла бар. Ә улар унда нисек барып эләккән? — тип аптырай яңғырауыҡлы тауыш. Был мин телефон аша Ғизетдиндең ейәнсәре Айгөл менән һөйләшәм.
Дөрөҫ, барып күрергә лә шунда уҡ насип булманы, шулай ҙа күпмелер ваҡыттан һуң, юл төштө. Бына беҙ Ғизетдин Әһлиулла улының килене (Хәдистең ҡатыны) Ғәлибә Закир ҡыҙы менән әңгәмәләшәбеҙ. Ул ошо ғаиләнең аманаттарын һаҡлаусы, үҙе ғүмер буйы мәктәптә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусы булып сыҡты.
Тәүҙә рус телендә яҙылған Архив яҙыуы менән танышып үтәйек. «Из протокола № 32 Заседания Президиума Учалинского райисполкома от 02.09.1931.
Слуш.: Постановление бедноты батрачества, колхозников и президиума Кунакбаевского с/с о выселение кулака Аглиуллина Гизитдина из пределов Учалинского района.
Постановили: Постановление бедноты, батрачества, колхозников и президиума утвердить и кулака Аглиуллина Гизитдина выселить.
В справке выданной Кунакбаевским с/советом Учалинского р-на г. Аглиуллина Гизитдина из дер. Юлдашевой указано: после рев. посеву 12-15 дес., лошадей рабочих 4-5 голов, гульных 5-6, дойных коров 3-4 голов, молодняков 3-4 г., мелкий скот 15 голов.
В 1931 году вступил в колхоз, впоследствии вычещен из колхоза, найдено скрытого хлеба 68 пудов». (Документ нисек яҙылған булһа, шулай күсерелде)
Бына ошо бик белеме лә булмаған ауыл советы ағзаһының ҡулдан ғына яҙған ҡағыҙы ун кешенең яҙмышын хәл итә. Ғаиләнең хужалығынан бөтә нәмәне тартып алалар − атаһынан ҡалған өйҙө, йылҡы-һыйырҙарҙы, ваҡ-төйәк мал-тыуарҙы һәм уларҙы махсус ҡасабаға һөргөнгә, урман киҫергә ебәрәләр.
Һәм шул замандарҙан тағы бер документ һаҡланып ҡалған: «В справке РИК о семейном положении кулака Аглиуллина Гизитдина по состоянию на 1.10.1931. указано: жена Гатифа – 26 лет, сын Фатих – 6 лет, сын Хайдар – 4 года, сын Басыр – 2 года, сын Шафик – 6 месяцев, мать Махуп – 65 лет”.
Ҡағыҙҙа ғына шулай ҡалған, барыһы ла иҫән-һау, исемдәре, тыуған йылдары. Хәйҙәр шулай мәңгелеккә дүрт йәшлек булып ҡала, Шафиҡ алты айлыҡ, ә Басыр...
Ғәлибә Закир ҡыҙы һөйләй, ә мин, әйтерһең, ҡуйы урман буйлап йүгереп китеп барған ирле-бисәле кешеләрҙе күрәм. Ире арҡаһына әйбер-ҡара йөкмәгән, ә ҡатыны Күлвәрәштә донъяға килгән, өс айлыҡ Хәдис исемле балаһын күкрәгенә ҡыҫҡан, ә уның итәгенә йәбешеп алған Фәтих ололарҙан ҡалмаҫҡа тырыша.
Ә артта, Күлвәрәш урманында, өс йыл эсендә өс ҡәбер ҡала. Бәләкәй генәләр − Шафиҡ менән Хәйҙәрҙеке, ә ҙурырағы − Мәхүп инәйҙеке. Ә уның ирен, Ғизетдин менән Закирҙың һәм Сәхипъямалдың атаһын, 30-сы йылдарға тиклем юл баҫыусылар үлтергән була. Белорет баҙарынан ҡайтып барғанында эҙәрләп килеүселәр уны байып ҡайтып килә тип уйлайҙар, ә уның бер тин аҡсаһы ла булмай. Атты улар ағасҡа бәйләп китә, ә кәүҙәһен сыбыҡ-сабыҡ менән ҡаплап ҡуя.
Әһлиуллиндар Күлвәрәштә дүрт ҡыш сыға һәм 1934 йылдың йәйендә ҡасырға була. Тороп ҡалһалар, булғандарына тағы дүрт ҡәбер өҫтәлер ине. Ә тотһалар, Ғизетдинде 20 йылға каторгаға ебәргән булырҙар ине, ә ул, күрәһең, урман менән таш аҡтарыуҙың ниндәй айырмаһы бар һуң, тип кенә уйлай.
Улар төнөн бара, ә көндөҙ шырлыҡта ҡасып ята.
Аҙаҡ иҫкә алалар икән: “Әгәр Фәтих мыжыһа йә артта ҡалһа, уны берәй ерҙә ҡалдырып ҡына китә инек”. Әммә ул әсәһенең итәгенә сытырман йәбешә, күрәһең, үҙенең бала аҡылы менән шуны аңлай, тап шулай иткән хәлдә генә әсәһе һәм атаһынан айырылмаясаҡ, ә бәхетте ул эргәңдә ата-әсәң булыу тип төшөнгәндер. Йәй аҙағына улар тыуған ауылдарына ҡайтып етә, әммә күренергә ҡурҡып, урманда ята.
Ғизетдиндең ағаһы, Күлвәрәшкә һөрөлгән Закир, был ваҡытта инде ауылда була. Ул ҡатыны менән генә ҡайта, ә берҙән-бер улдары Сәйфулла үлеп ҡала һәм уларҙың башҡа бала-сағаһы булмай.
Ул нисектер ҡотола, күрәһең, уның Граждандар һәм Фин һуғышында ҡатнашыуын иҫәпкә алғандырҙыр, тип фараз итәйек.
Ул энеһен көҙгә хәтлем урманда йәшереп аҫрай, ә ҡышҡа улар Закирҙың өйөнә ҡайта. Ике һуғышта ҡатнашҡан кеше, юлын табып, энеһенә уның ғәйебен юйыусы ҡағыҙ юллап бирә алғандыр. Ғизетдиндең атаһынан ҡалған тыуған йортонда был ваҡытта сит кешеләр йәшәй. Ике ғаилә Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағансы бер өйҙә көн күрә. Ғизетдин колхозда эшләй, 1940 йылда Мәскәүҙә уҙған Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. Ғаиләлә ҡыҙ бала донъяға килә, уға Мәстүрә тип исем ҡушалар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ике ағай ҙа мобилизацияға эләгә. Ғизетдин әле 1923 йылда БАССР-ҙың Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла, әммә 1942 йылдың 1 февраленән Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. Ул 1943 йылға тиклем 53-сө Ленинград уҡсылар бригадаһында була. Ул III дәрәжә Дан һәм Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә. Ул ҡамауҙа ҡалған ғәскәрҙәргә аҙыҡ-түлек, һуғыш кәрәк-яраҡтары илтеп бирә. 1943 йылдың 29 ғинуарында яраланып хәрби хеҙмәттән азат ителә һәм Ҡазан тире эшкәртеү заводына ебәрелә, унда 1947 йылға тиклем эшләй. Ҡайтҡас, бер башмаҡ биреп, атай йортон кире һатып ала.
Күлвәрәште ул бик һирәк хәтеренә ала. Ҡайһы саҡта ғына былай тип ҡуя: ”Урман киҫтек. О-о-о... Ундағы урман!”
Улар ҡатыны Ғәтифә менән бик йыш Басырҙы иҫкә ала. Ул иҫән булырға тейеш, ти улар. Малайҙы ата-әсәһе һөргөндән азат ителеп, әллә Свердловск (хәҙерге Екатеринбург), әллә Силәбе өлкәһенә ҡайтырға тейеш булған бер ғаиләгә малайлыҡҡа биреп ҡайтара. Барыбер бында иҫән ҡалмаҫ, ти улар.
Ғаиләлә шундай тарих та бар. Хәдис, мәктәпте тамамлағас, Силәбе педагогия институтына уҡырға инә. Бер тапҡыр курсташтары уны театрға саҡыра, ул эше күп булыуға һылтанып бармай ҡала. Тегеләр ҡайтҡас, былай ти: ”Беҙҙең менән барманың, ә үҙең барыбер килгәнһең!” Ул, юҡ, өйҙә булдым, ти. Ә тегеләр өҙмәй ҙә ҡуймай: ”Ярай, ярай, танма, беҙ берәй ҡыҙ көтөп тораһыңдыр, шуға беҙҙе танымағанға һалыштың, тип уйланыҡ, шуға беҙ ҙә өндәшмәнек, эргәңдән үтеп киттек. Һине инде бер кем менән дә бутамаҫһың”.
Ата-әсә, тимәк, ул тере, ти. Күрәһең, улар өсөн иң әһәмиәтлеһе – улдарының иҫән ҡалыуы була.
Хәрби билетҡа йәбештерелгән фотонан беҙгә, өҫтөндә бик иҫке, ҡайһы бер урындары янып-көйөп бөткән гимнастерка кейгән, үҙ-үҙенә ышанысы бик юғары булған, ныҡышмал, хатта үҙ һүҙле лә, һалдат ҡарай. Ул күп нәмә кисергән, көн һайын үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан. Ябай ғына кешеләр фронтта бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә торған булған. Улар үҙҙәрендә әлегә тиклем йәшеренеп ятҡан һәләттәрен асҡан. Башҡа халыҡтар бөгөлөп төшкәндә лә, беҙҙең совет кешеләре бирешмәгән, сөнки улар үткән тормошта ауыр һынау аша сыныҡҡан.
Бына шуға мин үҙемдең яҡташтарымды хөрмәт итәм дә инде, улар кәрәк саҡта йоҙроҡтарын ҡыҫып, донъя ауырлыҡтарына бирешмәгән. Беҙҙең ауылда ла шундайҙар бар ине, аҙ-маҙ һунар итә, балыҡ тота, шаян һүҙ оҫтаһы, ҡайһы саҡта һалып та ебәрә, үҙе колхозда мал көтә, ә фронтта... разведчик булған.
Был кешеләр нисектер хөкүмәт менән үҙ халҡын ике яҡҡа айырып ҡуя алғандар. Һуғышҡа ташланғанда “Сталин өсөн! Тыуған ил өсөн!” тип әйткәндәр, моғайын, улар был хаҡта уйламағандыр ҙа, ә бары алдарында дошманды ғына күргән, ә артта билдәле булыуынса, заградотрядтар торған бит инде. Әй, нимә булһа ла булһын тип, ҡомарланып, улар дошманына ташланған. Бер ҙә юҡҡа ғынамы ни Александр Матросовты үлемдән ҡурҡмаған эпик герой иттеләр? Бының ҡыҙылармеецтарҙы бер төрлө әҙерлекһеҙ, үлемгә дусар иткән атакаларға ташланырға һәм ошо мәғәнәһеҙ үлемде аҡлау маҡсатында эшләнгәнен хәҙер беҙ бик яҡшы аңлайбыҙ.
Ябай кешегә шуныһы ла әһәмиәткә эйә булғандыр: унда бит барыһы ла тиң була, йәҙрә бер кемде лә айырмаған.
Ғизетдин дә бит юғалып ҡалмай. Ҡамауҙағы һалдаттарға бер нисә тапҡыр ылау ебәреп ҡарайҙар, тик эш уңышлы барып сыҡмай, шунда командир доброволецтарҙы саҡыра. Ғизетдин алға сыға, ул быны мин генә булдырам тип, ура-патриот булып күкрәк ҡаҡҡандан эшләмәй, ә үҙенең тәжрибәһенә таяна, сөнки ул – ҡамауҙан сыҡҡан кеше, нисек “сығырға” белә. Бында уның хәле лә шәберәк, сөнки ул ҡораллы, эргәһендә имсәк бала күтәргән ҡатыны юҡ. Ул был эштең барып сығыры-сыҡмаҫы уға ғына бәйле икәнен аңлай – йөктө алып бара һәм яралыларҙы алып, кире ҡайта.
Икенсе фотола ул һуғыштан һуң колхозда эшләгән мәлендә. Арыған, йонсоған кеше. Кемдәр эшләгән һәм шул ваҡытта йәшәгән, белә инде. Алһыҙ, ялһыҙ эш.
Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙ ауылында хеҙмәт итә, атаһының өйөн йүнәтә һәм Учалы районынан “вычещенный” кеше, оҙаҡ йылдар һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн, ике мәртәбә “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.
Фотола уның янында донъяның бөтә ауырлығын ире менән тиң күтәргән ҡатыны Ғәтифә апай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға оҙон ғүмерҙәр бирелмәгән була, ҡатыны ла, сирле булып тыуған иң кесе ҡыҙы ла, Ғизетдинде яңғыҙ ҡалдырып, бер-бер артлы мәрхүмә булып ҡуялар. Был уның иңенә төшкән тағы бер оло һынау.
1989 йыл Әһлиуллиндар ғаиләһенә бер-бер артлы ҙур ҡайғылар алып килә, февраль айында килендәре Ғәлибә Закир ҡыҙының әсәһе, ә май аҙағында улдары Фәтих вафат була. Ул сирләп киткәнгә тиклем Өфө шырпы фабрикаһында бухгалтер булып эшләй, ә 8 июндә, 87 йәшендә, Фәтих улының үлемен бик ауыр кисергән Ғизетдин бабай ҙа яҡты донъя менән хушлаша.
Уның ағаһы Закир ҙа яңғыҙ ҡала, улар ғаиләгә алып, ҡарап үҫтергән ҡыҙҙары ситтә йәшәй. Шунан бабайҙы бер туған һеңлеһе Сәхипъямал алып ҡайта, тик, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, уға һуңғы сәғәттәрен ҡарттар йортонда үткәрергә тура килә.
Ғизетдиндең кесе улы Хәдис оҙаҡ йылдар ауылда уҡытыусы, директор булып эшләй. Тәүге мәртәбә мин телефондан ишеткән яңғырауыҡлы тауыш уның ҡыҙы Айгөлдөкө икән. Ул ғаиләһе менән тыуған ауылында йәшәй һәм әсәһе Ғәлибә Закир ҡыҙының хәлен белеп тора. Ғизетдиндең Мәстүрә исемле ҡыҙы ла матур ғына донъя көтә, балалар үҫтерә.
Күлвәрәш был ғаиләне йота алманы, ул йәшәй, унда хәҙер Ғизетдин Әһлиуллиндың ейәндәре, ейәнсәрҙәре, бүләләре тауышы яңғырай.
Тарих ул мәктәптә уҡыусылар алдында ятҡан, заман үҙгәргән һайын төрлөсә күсерелгән китап биттәре түгел, тарих – ул ҡыйын саҡта бөгөлөп төшмәгән, тормош ауырлыҡтарын иңендә күтәргән кеше яҙмыштары.
Мәүлиҙә Әхмәтйәнова.
Читайте нас: