Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
18 Октябрь 2020, 19:30

Лоторея: уйнарғамы, уйнамаҫҡамы?

Был бәйлелек наркотик менән тиңләшә. Психик ауырыуҙы организмда һиҙҙермәй генә башланып бер сама ваҡыттан һуң мөһим ағзаларҙы емергәнрак менән дә сағыштырырға мөмкин.

“Ирем лотореялар һатып алырға әүәҫләнде. Аҡсаңды юҡҡа сарыф итәһең тиһәм, барыбер бер заман отасаҡмын, ана бит, кешеләр отоп тора, фәлән шунса һум алған, тип үҙ һүҙен бирмәй”, – зарланғайны бер танышым.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа, йәмғиәттә ҡомарлы, отош уйындары әүҙемләште. Лоторея, билет һатҡан урындарҙа шаҡтай сират теҙелеп китеүе лә шул хаҡта һөйләй. Еңел генә аҡса эшләргә теләү ниәтенән ҡайһы берәүҙәр хатта бөтөнләй ошо һаҙлыҡҡа бата.
Әйткәндәй, лотореяны бөтә донъя уйнай. Лоторея билеттарын эш хаҡына алалар, магазиндарҙа ла тәҡдим итәләр, хатта туйҙарҙа бүләк итәләр. Белгестәр бының бик зарарлы булыуын билдәләй. Мәғлүмәттәр буйынса, тап лоторея менән ҡыҙыҡһыныуҙан ҡомарлы уйындарға бәйлелек башлана. Ә бит күптәребеҙ бер кеше лотореяла миллион отһон өсөн башҡа халыҡтар миллионлаған һумынан ҡолаҡ ҡағырға тейеш булыуын уйлап та ҡарамайбыҙ.
Һалым урынына – лоторея
Бик борондан лоторея дәүләттең табышын һалымһыҙ арттырыу сығанағы булараҡ барлыҡҡа килгән. Унан килгән килемде юлдар һәм күперҙәр ремонтлауға, музейҙар төҙөүгә, ярлыларға ярҙам, дәүләт бурысын ҡаплау, ҡорал һәм аҙыҡ алыу, һуғыштар алып барыу, революцияларҙы бөтөрөү өсөн тотонғандар. Италияла, мәҫәлән, ошо юл менән Римде төҙөүгә аҡса тапҡандар. Ҡытайҙа – Бөйөк Ҡытай стенаһын күтәреүгә. Бельгияла лоторея уйындарын үткәргәндән һуң каналдар, порттар хасил булған. Лондонда отош аҡсаһына Британия музейы ҡалҡҡан, ә Мәскәүҙә – “Лужники” стадионы. Советтар Союзында лоторея 1980 йылда олимпиаданы ойошторорға һәм үткәрергә булышлыҡ иткән.
Бөтә донъя тарихында кешеләр уйнаған, отҡан, отолған. Әлеге быуатта ла лоторея дауам итә. Әммә унда алдаштырыу һәм халыҡҡа билдәһеҙ яғы элеккенән дә күберәк арта бара.
Лоторея бөгөн закон тарафынан рөхсәт ителгән ҡомарлы уйын. Ул шоу, халыҡ массаларын йәлеп итеү, һәм, әлбиттә, донъя күләмендәге файҙалы бизнес. Лоторея баҙары ҙур: көн һайын йөҙән ашыу илдең төрлө йәштәге кешеләре көтмәгәндә ҙур табыш алыу ниәте менән был уйынға сыға. АҠШ-тың эре статистика компанияһы тикшеренеүҙәре буйынса, 2018 йылда лоторея уйыны баҙары 302, 3 миллиард доллар тәшкил иткән. Ә биш йылдан ул 379 миллиардҡа етәсәк. Әлбиттә, бөтә аҡса ла ойоштороусыларҙың табышы түгел. Шулай ҙа бындай күп аҡсаның ҡайҙан килеүе дәүләт тарафынан етди күҙәтелмәй. Уны үткәреүселәрҙең дә ғәҙел булыуына ышаныс самалы.
Лотореяға ышаныс бармы?
Белгестәр бөгөн лоторея уйынында отоу мөмкин түгел тип белдерә. Бының сәбәбе ябай: бизнес хужалары унда ҡатнашыусылар ҙур суммала аҡса отмаһын өсөн бөтә аҡылын һәм тырышлығын һала. Джеклот һәм суперприз хужалары уйынсыларҙы нисек һемәйтергә кәрәклеген яҡшы белә. Сөнки бер лоторея уйынында ла ябай халыҡҡа был эштең ғәҙелме, ғәҙел түгелме икәнлеген тикшереп ҡарау форсаты юҡ.
Ни өсөн лотореяға ышаныс юҡ?
Беренсенән, ойоштороусылар ниндәй билет отасағын күҙәтеүе мөмкин. Бөгөнгө технологиялар уйындың һөҙөмтәләрен унан алдан уҡ билдәләргә ярҙам итә. Хатта бер саҡ Ҡытай гәзите яңылышлыҡ менән кистән буласаҡ уйындың отошон иртән үк баҫтырып сығарған.
Ойоштороусылар отош менән нисек идара итә ала һуң? Бының бик күп механизмдары бар. Шуның иң ныҡ таралғанын, ябайын ҡарайыҡ. Магазиндағы тауар кеүек һәр лотореяның шәхси һан менән штрих-коды була. Уны һатҡан ваҡытта махсус ҡоролма лотореяны ойоштороусыға дөйөм компьютер аша нисә һәм тап ҡайһы билет һатылыуы хаҡында мәғлүмәт еткерә. Хәҙер отошло һандарҙың уйын ваҡытында килеп сыҡмауын эшләргә генә ҡала. Шулай ҙа былар техник моменттары.
Икенсенән, лотореяны үткәреү барышы үтә күренмәле эш түгел. Күпселек осраҡта беҙ отошто яҙмала ҡарайбыҙ. Студияла ысынбарлыҡта нимә барғанын телевизор экраны ҡаршыһында ултырған ябай тамашасының белә алмай. Бының өсөн тапшырыуҙы төшөрөүгә уңайлы ракурс һайлау, камераны дөрөҫ урында ҡуйыу, сценарий уйлау һәм “артыҡ” урындарҙы киҫеп ташлау ғына кәрәк. Шоу әҙер! Уйынсылар уйындың “ғәҙеллегенә” ышана! Йәнә отошло комбинацияны компьютер ҙа “аңлай” ала, хатта тура эфирҙа уйынға “төҙәтмә” лә индереүе мөмкин. Мәҫәлән, уйын
барышында кемдер ҙур суммала аҡса отҡас, уның “Стоп игра!” тигән тылсымлы һүҙе туҡтата. Бәлки, унда бер ниндәй уйынсы ла юҡтыр. Был алдау ғыналыр!
Тағы техник хәйләләр ҙә юҡ түгел. Тап шуға ла отошло һандар үҙенән-үҙе ояға төшмәйәсәк. Мәҫәлән, тамашасыға лототронда даими әйләнеп торған 22 мм диаметрлы шарҙан (уға отошло һан яҙылған) 20 мм диаметрлыһын (отошһоҙ һан яҙылған) айырыу ҡатмарлы. Ә шар төшөргә тейешле тишектең диаметры 21 мм. Шулай итеп, отошло шарҙар күпме генә әйләнмәһен, улар бер ваҡытта ла түбән төшмәйәсәк һәм уйынсыға уңыш килтермәҫ.
Өсөнсөнән, ғәҙел лоторея уйынында ла отошҡа өмөт
бик аҙ. Статистика буйынса, билдәле Нью-Йорк лотореяһында
22 миллиондың берәүһенә генә еңеүгә ышаныс бар. Рәсәйҙә “Гослото “4 из 20”-лә 23 миллиондан берәүһенә генә суперприз алыу ихтималлығы асыҡланған. “Торлаҡ лотореяһы”нда 381 миллиардтың береһенә лә отош өсөн өмөт юҡ. Әгәр һеҙ лотола йәки башҡа ҡомарлы уйында ҡатнашырға теләйһегеҙ икән, аҡсағыҙҙы үҙ ҡулығыҙ менән тамашаны ойоштороусыға бирәһегеҙ тигән һүҙ.
Лоторея олгигархтарын байытабыҙ
Бөтә донъяла был бизнес бер төрлө ҡоролған. Лоторея компанияһының халыҡҡа билет һатыуҙан килгән табыштың яртыһы уйында отҡандарға түләнһә, ҡалған яртыһы – ойоштороусыларға. Был аҡсанан ул үҙенең сығымдарын ҡаплай һәм таҙа табыш ала. Мәҫәлән, реклама, офисты, студияны ҡуртымға алыу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы, һалым... Һөҙөмтәлә һуңынан эшҡыуарҙарҙың кеҫәһенә табыштың күпме күләме һәм ҡайҙа китеүе билдәһеҙ. Хатта еңеүселәргә күпме аҡса биреүҙәрен дә тикшереү мөмкин түгел. Әлбиттә, был юҫыҡта бәхәс-низағтар йыш сығып тора. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек Байкал аръяғы крайынан Евгений Лапырев бәхетенә сыҡҡан алты миллион һумды уға биреүҙән баш тарттылар. Ойоштороусылар бының сәбәбен техник хата китеү, ысынында билеттың отошһоҙ булыуы менән аңлаттылар. Ир судҡа мөрәжәғәт итеп ҡараһа ла, уның осона сыға алманы.
Уйынсылар отоп та ҡулына аҡсаһын алмағандарҙың яҙмышы билдәһеҙ. Күп еңеүселәр “бәхете”нең аҙ суммала булыуын белгәс, уны алып тормай, икенселәр билетын юғалта. Берәүгә лә кәрәкмәгән бындай приздар өс йыл буйы лоторея ойошмаһы иҫәбендә һаҡланырға тейеш, ә һуңынан ҡаҙнаға китә. Рәсәйҙәр, мәҫәлән, һуңғы өс йылда өс миллиард тирәһе аҡсаһын алмаған. Бәлки, отошҡа сыҡҡан сумма күп тә түгелдер, шулай ҙа шул аҙ аҡсанан уйынды ойоштороусылар файҙаһына шаҡтай файҙа килә.
Донъяла күпселек лоторея уйыны дәүләт ҡарамағында булһа ла, был бизнестың структураһы һәм сығымдары билдәле түгел. Лотореянан килгән табыш нисек бүленеүен бары уны таратыусылар ғына белә. Совет осорнан һуң (Рәсәйҙә, Беларуссияла, Украинала) килемдең төп өлөшө дәүләткә эләкмәй, ә лоторея операторын ойошторған шәхси компанияларға китә. Бизнесҡа монополия биргән дәүләт билеттан килгән табыштың биш процентын ғына ала. Әлбиттә, миллионлаған табыштың был өлөшө көлкө тойола.
Бөтә донъяла дәүләт был баҙарҙы етди күҙәтеп кенә ҡалмай, ә унан төп файҙа алыусы ла. Бөйөк Британияла, мәҫәлән, лоторея дәүләт компаниялары билеттан килгән табыштың 40 процентын бирә. Шуның 28 проценты шәфҡәтлелек күрһәтеүгә, ә 12 проценты ҡаҙнаға һалым рәүешендә китә. Ә беҙ, еңел генә аҡсалы булырға теләп, үҙ теләгебеҙ менән лоторея олигархтарын байытып ятабыҙ.
Аҡсалар ҡайҙа китә?
Беҙҙе лоторея йәмғиәт өсөн файҙалы тип ышандырлар. Имеш, килгән табыштың бер өлөшө һаулыҡ һаҡлау, мәғарифҡа, ҡала төҙөлөшөнә, спорты үҫтереүгә һәм башҡа маҡсаттарға тотонола. Миҫалға “Спортлото”ны алайыҡ. Ул, ысынлап та, ватан спортына ярҙам итеүгә барлыҡҡа килгән тип күҙ алдына килтерәйек. Ул сағында спорт өлкәһенә даими һалынған аҡсалар ҡайҙа һуң? Ни өсөн балалар спорт мәктәптәре элеккесә хәйерселектә көн күрә, ниңә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә туп, саңғы кеүек спорт инвентарҙары етешмәй, ниңә ҡайһы бер йыйылма спорт командаларының әлегә тиклем запас кроссовкаһы юҡ? Лоторея бизнесынан спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән миллиондар, миллиардтар ҡайҙа? Был бары ялған реклама алымы килеп сыға. Тимәк бөгөнгө лоторея олигархтары үҙҙәренә эләккән майлы ҡалъянан өлөш сығарған хәлдә лә уның бик кескәй киҫәген генә һығып сығара.
Ысынбарлыҡта отоштар буйынса финанс отчеттарын бер кем дә асыҡ күрһәтмәй. Лоторея алған кеше үҙеңең аҡсаһы ҡайҙа китеүен белһә, сикһеҙ ғәжәпләнер ине. Күптән түгел Рәсәйҙең Иҫәп палатһы “Русское лото” ойошмаһын тикшерҙе.Унда лотореянан килгән аҡса Финанс министрлығы ла, Федераль һалым хеҙмәтенең дә иғтибарынан ситтә булыуы аңлашылды.Табыштың күп өлөшө башлыса компания үҙе ойошторған аңлашылмаған фондтарға китә.
Һаҡ булығыҙ, алдаҡсылар!
Аҡса һәр ваҡыт әҙәм балаһын ымһындырғыс нәмә. Еңел генә аҡсалы булырға теләгәндәрҙе мутлашыусылар төп башына ултырта ла инде. Күптәре үҙҙәрен лоторея уйынын ойоштороусылар итеп таныта.
Телефондан алдау
Һеҙгә билдәһеҙ номерҙан ниндәйҙер билдәле лотореяла отоуығыҙ хаҡында шылтыртатыуҙары йәки хәбәр ебәреүҙәре ихтимал. Хатта һеҙҙең уйнмауығыҙ ҙа ихтимал, ә улар тиҙ генә аҡса эшләү мөмкинлеге хаҡында матур итеп һөйләйәсәк. Әммә бөгөнгө заманда бер нәмә лә бушҡа түгел. Был уйында ҡатнашыу өсөн тәүҙә билдәле бер сумманы сығарырға кәрәк. Имеш, документтар тултырыу, һалым түләү... Әлбиттә, быны эшләү бик анһат. Ҡыуанып киткән ҡорбандар йыш ҡына мутлашыусыларҙың талаптарын үтәй. Улар алданыуын бары аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, мутлашыусыларҙы мәңгелеккә юғалтҡас ҡына аңлай.
Интернет аша алдау
Электрон почта аша йыш булмаған отош менән ҡотлайҙар, йәки ниндәйҙер лотореяла ҡатнашыуға саҡырып тәҡдим итәләр. Хатта ебәреүсе үҙен башлыса билдәле компанияның ойоштороусыһы итеп таныта, алдағы тираждың отошон белеүен әйтә. Шуға ла ҙур суммала аҡса оторға теләһә, билетты алырға тәҡдим итә. Был, әлбиттә, сей ялған. Бер ойоштороусы ла бер ниндәй хаҡҡа ла алдан бәхетле билеттың һандарын әйтмәйәсәк. Еңеүсене генератор осраҡлы һандарҙан билдәләгән онлайн-лотореяла ла отошҡа өмөтләнергә ярамай.
Тәүге аҙым
Арабыҙҙа ҡомарлы уйындарға бирешеп, хатта йорт-мөлкәтенән ҡалған кешеләр барлығы хаҡында ишетеп, күреп торабыҙ. Эш хаҡынан бер-ике билет алыу ғына, әлбиттә, ҙур зыян килтермәҫ. Аҡсағыҙ ни бары лото ойоштороусыларҙың дөйөм эш хаҡына ҡушыласаҡ. Ә инде йыш лоторея һатып алғығыҙ килеп торһа, уның өсөн эш хаҡын да йәлләмәй башлаһағыҙ, ул сағында һеҙгә бындай уйындың тоҙағына эләгә барыуығыҙ хаҡында аңларға кәрәк. Артабан ҡомарлы уйындарҙың һаҙлығына батыуға ла күп ҡалмай.
Был ғаилә бәләһе генә түгел, ә тотош йәмғиәттең етди ауырыуы.
Мәскәү наркология ғилми-ғәмәли үҙәге психологы Константин Услистый-Рыбченко үҙенең табип тәжрибәһенән ошондай миҫал килтерә. “Миндә 10 меңләп “Русское лото” билетын алған пациент булды. Ғәҙәттәгесә күп аҡса отасаҡмын тип уйлаған. Һуңынан бурысҡа ингән, күпләп микрозаймдар алған. Артабан бындай кешегә ике генә юл ҡала: дауаланыу йәки үҙенә ҡул һалыу.”Әйткәндәй, Америка мәғлүмәттәре буйынса, лотореяла бер миллиондаан ашыу отҡан кешеләрҙең бары өс проценты ғына табышлы ҡала. Ҡалған 97 проценты уйынын дауам итә һәм бурысҡа бата.
Лудомания, йәки ҡомарлы уйындарҙан ҡотола алмау бөгөн рәсми рәүештә ауырыу тип танылған. Был бәйлелек наркотик менән тиңләшә. Психик ауырыуҙы организмда һиҙҙермәй генә башланып бер сама ваҡыттан һуң мөһим ағзаларҙы емергән
рак менән дә сағыштырырға мөмкин. Ҡомарлы уйындарға әүәҫлек тә шәхесте физик, социаль һәм әхлаҡи йәһәттән дә юҡҡа сығара. Бөгөн планеталағы халыҡтың уртаса ете проценты лудомания менән ауырый, ә был 400 миллион самаһы кеше.
Шайтан ҡотҡоһо
Күп ҡомарлы уйындар кешене алдаштырыуға, уғрылыҡҡа, еңел аҡса эшләүгә ҡоролған. Бында бер уйынсы икенсеһе эшләп тапҡанды тартып ала. Бындай бысраҡ эш Хоҙай тарафынан да тыйыла. Ялған юл менән килгән аҡса бер ваҡытта ла бәхет, ҡыуаныс килтермәй. Мәғлүмәттәр буйынса, бындай уйындарҙа еңеп сыҡҡандарҙың күпселеге бер нисә йылдан насар хәлдә ҡалыуы билдәле.
Ҡомарлы уйындар кешелеккә етди зыян килтерә. Хатта бер ниндәй хәйләһеҙ һатылған билеттар ҙа айырым мауығыуға әүерелә. Йәнә бындай уйындар кешеләрҙе дини ҡанундарҙы боҙоуға этәрә, ҡомһоҙлоҡҡа алып килә, уйынсы гонаһлы эштәргә аҙҙыра. Меңәрлгән ғаиләләрҙе тарҡатыуға, балаларҙы етем итеүгә алып килә. Шуға ла бындай аҙымға барыуҙан үтә һаҡ булырға кәрәк.
Зинһар, отошло уйын уйнамағыҙ. Аҙ булһа ла, быларҙан башҡа кәсеп итегеҙ, бар ҡәҙәренә ҡәнәғәт булығыҙ. Белегеҙ: һәр ҡомһоҙ кеше фәҡир һәм һәр ҡәнәғәт кеше бай була.
Ризаитдин Фәхретдинов.
Миниә Вәлиева, педагогия фәндәре кандидаты, психолог:
Лудомания бөгөнгө көндә ярайһы ныҡ таралған. Элек беҙ төнөн казиноларҙа үткәргән кешеләрҙе телевизор аша ғына күрһәк, үткән быуаттың 90-сы йылдарынан һуң был проблема менән үҙебеҙ яҡындан осраша башланыҡ. Рәсәй хөкүмәте был бизнесты күҙәтергә тырышһа ла, ҡомарлы уйындар йыл һайын меңәрлгән халыҡтың тормошон емерә. Был уйын төрөн хатта уны наркомания, алкоголизм менән сағыштыралар.
Яҡын кешеңден ҡомарлы уйындарға бәйлелеген нисек билдәләргә һуң? Бындай бәйлелектән нисек ҡотолорға? Балағыҙҙың уҡыуында, эшендә ниндәйҙер етди проблемалар килеп сыға башлауы мөмкин. Ҡомарлы уйындар менән саманан тыш мауығыу бөтә нәмәне даими икенсе планға күсерә. Бәләгә тарыусы бурысҡа бата, өйҙәге ҡыйбатлы әйберҙәрҙе сығарып һатыуы мөмкин.
Уйынға әүрәп барыуыңды аңлап, уның үҙең, ғаиләң өсөн зарарың нисек билдәләргә?
Билет һатып алған һайын банкаға йәки берәй һауытҡа шундай уҡ суммала аҡса һалып барығыҙ. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан уға күҙгә күренерҙәй әйбер йәки кейем алығыҙ. Йә булмаһа театрға, концертҡа билеп алып, яҡын кешегеҙгә бүләк итегеҙ. Берәй мохтаж кешенең телефонына аҡса күсерергә лә мөмкин. Кескәй генә бүләк тә кешегә ҙур ҡыуаныс килтерә. Быны күреп үҙегеҙ ҙә шатланырһығыҙ. Шул аҡсаны лотореяға тотонған булһағыҙ, күпме хеҙмәтегеҙҙе һыуға һалыу, уйынды ойошторған олигархтарҙың ҡулына биреп ҡуяһығыҙ тигән һүҙ.
Читайте нас: