Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
13 Ғинуар 2021, 15:10

Йән һанығыҙ ниндәй? Йәки көнсығыш нумерологияһы серҙәре

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн үҙеңде өйрәнеүҙең яңы ҡоралын тәҡдим итәбеҙ. Ул да булһа, Санкхья Шастра тип аталған көнсығыш нумерологияһы. Санкхья Шастра – яҙмыш һәм һандар фәне. Йәғни унда планеталар энергияһы һандарҙа йәшеренгән тип иҫәпләнә һәм ул кешенең холҡо, тормошондағы ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирә. Һеҙҙең тыуған көнөгөҙ – тормошоғоҙҙоң индивидуаль коды. Был кодты иҫәпләп сығарып, кеше көслө һәм көсһөҙ яҡтарын, үҙеңә ниндәй һәләттәр һалыныуын, ҡайһы йүнәлештә үҫешергә кәрәклеген аңлай ала. Санкхья Шастраны өйрәнеүҙе яң ябай нәмәнән – Джива, йәғни йән һанын иҫәпләп сығарыуҙан – башларға мөмкин. Бының өсөн һеҙҙең тыуған көнөгөҙҙөң һандарын ҡушырға кәрәк. Мәҫәлән, әгәр 26-һы тыуһағыҙ, ул һандарҙы ҡушып, дөйөм бер һанға киләбеҙ: 2+6=8. Тимәк, йән һанығыҙ – 8. Был һан менән Сатурн планетаһы идара итә.Әйҙәгеҙ, башлайыҡ...

Йән һанығыҙ ниндәй?
Көнсығыш нумерологияһы серҙәре
Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн үҙеңде өйрәнеүҙең яңы ҡоралын тәҡдим итәбеҙ. Ул да булһа, Санкхья Шастра тип аталған көнсығыш нумерологияһы.
Санкхья Шастра – яҙмыш һәм һандар фәне. Йәғни унда планеталар энергияһы һандарҙа йәшеренгән тип иҫәпләнә һәм ул кешенең холҡо, тормошондағы ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирә.
Һеҙҙең тыуған көнөгөҙ – тормошоғоҙҙоң индивидуаль коды. Был кодты иҫәпләп сығарып, кеше көслө һәм көсһөҙ яҡтарын, үҙеңә ниндәй һәләттәр һалыныуын, ҡайһы йүнәлештә үҫешергә кәрәклеген аңлай ала. Санкхья Шастраны өйрәнеүҙе яң ябай нәмәнән – Джива, йәғни йән һанын иҫәпләп сығарыуҙан – башларға мөмкин. Бының өсөн һеҙҙең тыуған көнөгөҙҙөң һандарын ҡушырға кәрәк. Мәҫәлән, әгәр 26-һы тыуһағыҙ, ул һандарҙы ҡушып, дөйөм бер һанға киләбеҙ: 2+6=8. Тимәк, йән һанығыҙ – 8. Был һан менән Сатурн планетаһы идара итә.
Әйҙәгеҙ, башлайыҡ...
Йән һаны – 1
(тыуған көндәре – 1, 10, 19, 28).
Был һан менән Ҡояш идара итә
Улар үҙ көстәренә ышанған шәхестәр. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәйҙәр. Ҡыйыуҙар, көслөләр, власть яраталар, амбициоздар. Тәбиғәттәре буйынса позитив, һөймәлекле заттар. Лидерлыҡҡа ынтылалар, үҙ артынан әйҙәү һәләтенә эйәләр.
1 һанына ҡарағандар билдәһеҙлектән ҡурҡмай, башҡалар бер ваҡытта ла яһамаған аҙымға бара. Улар, нимәгә тотонһа ла, тиҙ арала уңыш ҡаҙана, әммә ҡыҙыҡһыныуҙарын тиҙ үк юғалта. Һуңынан йәнә ниндәйҙер яңы әйбергә тотоналар. Үҙҙәрен тулыһынса эшкә бағышлайҙар. Был, үҙ сиратында, шәхси тормошта, ғаилә мөнәсәбәтендә ауырлыҡтар тыуҙыра.
Улар ныҡышмалдар, буйһонмаҫ холоҡлолар. Үҙ энтузиазмдары менән барыһын да илһамландыра алалар. Ғөмүмән, “берле”ләр өсөн хәл иткеһеҙ мәсьәләләр юҡ. Бер урында ултыра алмайҙар. Башҡаларҙан айырылып торалар. Йыш ҡына етәксе вазифаларҙы биләйҙәр.
Был һанға ҡарағандар үҙ эшендә профессионал булмағандарҙы, көсһөҙ кешеләрҙе үҙ итмәй. Уларҙы хатта тиран тип атарға ла мөмкин. Тормошта йыш ҡына тәкәбберлек ҡамасаулай.
Уларға һәр ваҡыт үҙ фекерен әйтеп биреү мөһим, башҡаларҙы тәнҡитләй ҙә алалар һәм был үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, конфликт тыуҙыра. Шуға ла был төркөмгә ҡараған кешеләргә үҙ фекерен белдереүҙең ҡәтғи формаһын табырға: йомшағыраҡ, түҙемлерәк булырға кәрәк. Әммә был һан вәкилдәренә бала саҡтан уҡ үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек биреү фарыз. Кире осраҡта лидерлыҡ сифаттарын баҫырға мөмкин.
Кире яҡтары:
Үҙ һүҙҙәрен бирмәйҙәр.
Башҡаларға үтә ҙур талаптар ҡуялар.
Иғтибар үҙәгендә, бүтәндәрҙән өҫтөн булырға теләйҙәр.
Хис-тойғолар менән идара итеү ауыр бирелә.
Бурыстары:
Командала эшләргә өйрәнеү, яңғыҙаҡ булмау
Холоҡтарында һығылмалылыҡ тәрбиәләү
Башҡаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары менән дә иҫәпләшергә өйрәнеү.
Йән һаны – 2 (тыуған көндәре 2, 11, 20, 29)
Был һан менән Ай планетаһы идара итә
Ай уларға нескәлек, артислыҡ һәләте, романтизм бирә. “Икеле”ләр тыныстар, изге күңеллеләр. Улар уйлап табыусан, әммә ҡыйыу түгелдәр. Шуға үҙ уйҙарын ышаныслы рәүештә тормошҡа ашыра алмайҙар. Уларға яндарында ярҙам иткән, идеяларын бойомға ашырышҡан кешеләр кәрәк.
Айҙың фазалары үҙгәреүе был төркөмгә ҡараусыларға бигерәк тә ныҡ тәьҫир итә. Ҡатын-ҡыҙҙар хис-тойғоларҙың тотороҡһоҙлоғона дусар, депрессияға бирелеүсән.
Әгәр ҙә тыуған мәлендәге картала ай һәйбәт урынлашһа, улар был энергияны ыңғай, яҡшы йүнәлештә файҙалана. Киреһенсә икән, күңел тороштары үҙәгәреүсән була. Был бигерәк тә 20-һендә тыуғандар өсөн хас.
29-ында тыуған кешеләр ярҙамды еңел таба һәм уларға йәшәүе әллә ни ауыр түгел. Улар үҙҙәренең зирәклеге, аҡыл көсө менән айырылып тора. Хеҙмәткә тартылыу, уңышлы булыу хас.
11-ендә тыуғандар көслө рухлылар. Әммә бик нескәләр һәм тиҙ ауырып баралар. Был төркөмгә ҡарағандар яңғыҙ йәшәргә ярата. Әгәр ҙә сәйәсмәндәр икән, улар йәмғиәт структураһын реформалауҙы тәҡдим итә. Яҙыусылар икән, әҫәрҙәрендә яҡшылыҡ, тыныслыҡ өсөн үҙгәрештәргә саҡыралар. Үҙҙәрен башҡаларға эскерһеҙ хеҙмәт итеү өсөн бағышлайҙар.
Нимәләр кәңәш ителә:
Уларға үҙҙәренә ышанырға һәм ҡарар ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Ҡарарыңда ныҡлы торорға, башлаған эште тамамларға тырышыу фарыз. Тәрән ерҙә һыу инергә ярамай. Ҡабаланмаҫҡа, медитациялар менән шөғөлләнергә, хәүеф тойғоһонан арыныр өсөн аҡылды контролдә тоторға кәңәш ителә. Йөрәк һәм ашҡаҙан өсөн ярамаған ризыҡ ашамаҫҡа. Кешеләр менән аралашҡанда иғтибарлы булырға. Күмәк халыҡ йыйылған ерҙә улар энергияларын юғалта. Йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә, нәфрәт тойғоһонан арынырға, спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә ҡушыла. Ҡыйыулыҡты юғалтырға, тиҙ ғашиҡ булырға, үҙеңде ҡорбан итергә, кемдең дә булһа ярҙамына артыҡ өмөтләнергә ярамай.
Йән һаны – 3 (тыуған көндәре – 3, 12, 21, 30 )
Был һан менән Юпитер йондоҙлоғо идара итә
Ниндәй ҙә булһа айҙың 12-һендә тыуғандар нығыраҡ уңышлы.
Был һан аҫтында донъяға килгәндәр бойондороҡһоҙҙар, ғәйрәтлеләр, әүҙемдәр эшһөйәрҙәр, ышаныслылар, билдәлеләр, тәртип яраталар, үҙҙәренә ышаныусандар. Уларға намыҫ тойғоһо хас. Шуға ла йыш ҡына инндәйҙер бөйөклөктәр ҡылырға теләйҙәр. Улар һәр ваҡыт киләсәк тураһында уйлайҙар.
Карьера ҡорғанда, башта ҡаршылыҡтарға осрап, ныҡ ҡына көрәшергә тура килә. Әммә был көрәш уларҙың үҫеше өсөн бик файҙалы булып сыға. Улар кемгәлер буйһоноуҙы үҙ итмәй. Ҙур проекттар уйлап табып, үҙҙәре етәкселек итәләр.
Улар тормошто өйрәнә, уны матурыраҡ һәм ҡыуаныслыраҡ итергә теләй. Хатта үҙҙәрен бының өсөн яуаплы итеп тоя. Зирәктәр, күҙәтеүсәндәр, аҡыллылар. Яҡшы ораторҙар, кәңәшселәр, уҡытыусылар, яҙыусылар. Инаныуҙарында һығылмалылар, төрлө дини практикаларҙан үҙҙәре өсөн файҙалыһын һайлайҙар. Хәйер, күп ваҡыт улар ниндәй ҙә булһа рәсми дин яҡлылар. Күңелдәре менән диндарҙар. Хәҡиҡәткә ышаналар, һәм уны тормошта матур итеп файҙаланырға ырышалар.
Йән һаны 3 булған кешеләргә бәхәстәргә ҡыҫылырға ярамай, түбән күңелле кешеләр араһында йөрөмәҫкә, темпераменттарын контролдә тоторға, түҙемлелек һаҡларға кәңәш ителә. Аҡсаны һаҡсыл тотонорға кәрәк. Эйе, аҡса уларға төрлө сығанаҡтарҙан еңел килә, әммә шулай уҡ тиҙ китә. Улар матур тормош ярата, ҡиммәтле әйберҙәргә өҫтөнлөк бирә, тик был финанс йәһәттәтән тотороҡһоҙлоҡ тыуҙыра.
“Өслө”ләргә әсе, майлы ризыҡтар ашамаҫҡа тырышырға кәрәк. Юпитер бауыр менән идара итә. Шуға ла уның өсөн ауыр тип иҫәпләнгән ризыҡтарҙан алыҫ тороу яҡшы. Артыҡ күңелсәк һәм артыҡ намыҫлы ла булмаҫҡа. Өйҙә диктатор роленән ҡасырға, ғаилә ағзаларына ирек бирергә. Ауырыуҙарҙан, талсығыуҙан һаҡланырға, даими рәүештә массаж ҡабул итергә кәрәк. Үҙ өҫтөңә артыҡ яуаплылыҡ алмаҫҡа. “Юҡ” тип әйтергә өйрәнергә кәңәш ителә. Уңыштары менән маҡтанырға, ауырлыҡтар килгәндә түҙемлекте юғалтырға, ас булмағанда ашарға ярамай. Алама юл менән аҡса эшләмәҫкә.
Йән һаны – 4
( тыуған көндәре – 4, 13, 22, 31)
Был һан менән Раху планетаһы идара итә
Йомоҡ кешеләр. Сөнки Раху йоғонтоһо аҫтындалар. Уларҙың тормошо туҡтауһыҙ үҙгәрештәргә, көтөлмәгән хәлдәргә бай. Һәм был ҡайһы берҙә кешене үҙ көсөнә ышанмаған, ҡарар ҡабул итә алмаған итә. Улар йыш икеләнә, шикләнә.
Дөйөм алғанда, “дүртле”ләр – көслө шәхестәр, улар көсһөҙҙәрҙе яҡлай. Һәм шул рәүешле күптәрҙе үҙҙәренә ҡаршы ҡуя. Раху уларға ҡыйыулыҡ, ныҡлылыҡ, түҙемлелек, тормош ауырлыҡтарын лайыҡлы үтеү һәләте бирә.
Тәбиғәте буйынса улар конфликтҡа инмәй. Әммә күңел тороштарына тышҡы факторҙар көслө йоғонто яһай ала. Был аралашыуҙа ла сағылыш таба – ҡайһы берҙә улар йомшаҡтар, иғтибарлылар, ә ҡайһы берҙә ҡәтғи һәм тура һүҙлеләр. Улар бунтарҙар һәм реформаторҙар, йәшәп килгән ҡағиҙәләрҙе ҡабул итмәйҙәр.
Төрлө мәсьәләләрҙе еңел хәл итеүҙәренә ҡарамаҫтан, финанс йәһәттән тотороҡлолоҡҡа һирәк өлгәшәләр. Улар аҡса йыя белмәй, булғанын тиҙ генә тотоноп баралар.
Һәр ваҡыт үҙгәрештәргә дусар булғас, киләсәккә әллә ни план ҡора алмайҙар. Әммә тормошта тәртип яраталар, һәммәһе лә үҙ сираты менән барыуын теләйҙәр.
Ҡаршылыҡтарға, уңышһыҙлыҡтарға, шикләнеүҙәргә ҡарамаҫтан, улар ғүмерҙәренең икенсе яртыһында уңышҡа өлгәшә.
4 һаны аҫтында тыуған кешеләргә кәрәк-кәрәкмәгәнгә артыҡ аҡса сарыфларға кәңәш ителмәй. Башҡаларҙың ҡәҙерен белергә һәм ҡайһы берҙә тирә-йүндәгеләргә эскерһеҙ ярҙам итергә өйрәнергә кәрәк. Яңғыҙлыҡтан ҡасырға, кеше тураһында алама һөйләмәҫкә кәңәш ителә.
Дауамы бар.
Йәсминә Сафина әҙерләне.
Читайте нас: