Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
18 Ғинуар 2021, 13:30

Ноҡот һалыу

Борон кешегә ноҡот (ҡайһы бер урындарҙа «лоҡот») һалыу булған. Әле лә оло инәйҙәр араһында ноҡот һалыусылар бар.Был дин тарафынан инҡар ителмәгән. Ноҡот һалыу өсөн борсаҡ (фасоль) йәки диңгеҙ таштары ҡулланыла. Таштар бер төрлө ҙурлыҡта, йоморо булырға тейеш. Ноҡот алдағы 41 көндә кешене нимә көткәнен әйтә. Ноҡот һалыуҙың тәртибе:


Ноҡот һалыу
Борон кешегә ноҡот (ҡайһы бер урындарҙа «лоҡот») һалыу булған. Әле лә оло инәйҙәр араһында ноҡот һалыусылар бар.
Был дин тарафынан инҡар ителмәгән. Ноҡот һалыу өсөн борсаҡ (фасоль) йәки диңгеҙ таштары ҡулланыла. Таштар бер төрлө ҙурлыҡта, йоморо булырға тейеш. Ноҡот алдағы 41 көндә кешене нимә көткәнен әйтә. Ноҡот һалыуҙың тәртибе:
- 41 ноҡот ташы алына.
- Ноҡот алдына баҡыр тәңкә һалабыҙ.
- Бисмиллаһир-рахманир-рахим, (ноҡот һалыусының исеме һәм әсәһенең исемен әйтеп) ниҙәр көтөүен әйтсе, ноҡот, тип ниәтләп башлайбыҙ.
- 41 ташты 3 өлөшкә бүләбеҙ.
- Уң яҡтан башлап һәр өйөмдөң таштарын дүртләп бүлеп сығабыҙ, ҡалдыҡты (дүрткә бүленмәгәнен) ноҡоттоң “башына” (тәүге рәткә) сығарабыҙ. - «баштан» артып ҡалған таштарҙы йәнә бергә ҡушабыҙ ҙа уларҙы тағы самалап өс өлөшкә бүләбеҙ.
- Тағы ла уң яҡтан башлап, һәр өлөштәге таштарҙы дүрткә бүләбеҙ, һәр өлөштә дүрткә бүленмәгән йәки аҙаҡҡыһы теүәл дүртәү ҡалған таштарҙы ноҡоттоң «ҡулына» (икенсе рәткә) сығарабыҙ.
- «баштан», “ҡулдан” артып ҡалған таштарҙы йәнә бергә туплайбыҙ ҙа тағы самалап өс өйөмгә бүләбеҙ.
- Уң яҡтан беренсе, икенсе, өсөнсө өйөмдәге таштарҙы дүрткә бүлеп, ҡалдыҡтарҙы ноҡоттоң “нигеҙенә” (өсөнсө рәткә) сығарабыҙ.
- “баш”, ”ҡул”, ”нигеҙ”ҙән артып ҡалған таштарҙы (йомғаҡлау өлөшөн) өсәрләп леп сығабыҙ. “Баш”, ”ҡул”, ”нигеҙ” таштарына рәттәр буйлап горизонталь, вертикаль ҡарап уларҙың ноҡот һалдырыусыға нимәләр вәғәҙә итеүен уҡыйбыҙ. Әгәр тәүге рәттә («башта») бөтә таштар ҙа өсәрләп төшһә, борон уны “Пәйғәмбәр ноҡото төшкән, барыһы ла һәйбәт була”, тип һанағандар, “ҡул”, ”нигеҙ” рәтен һалмаһаң да була, тигәндәр.

... Әммә ноҡот һалдырыусының һорауы буйынса , һалыуҙы артабан дауам иткәндәр. Был иң уңышлы ноҡот һирәк, ошондай рәүештә төшә: “башта” өс бағанала ла өсәр (барлығы 9), “ҡулда” – дүртәр (12), «нигеҙҙә» - дүртәр (12), уларҙың артып ҡалғаны – (йомғаҡлау өлөшөндә – аҫта) 8 таш. Ноҡот ошолай төшһә, кешенең башы шатлыҡлы була, изге ниәтенә ирешә, көтмәгән ҙур бәхеткә, миллеккә өлгәшә.
Иң уңышһыҙ ноҡот шулай төшә: “баш” рәтендә – 2-1-2 йәки 1-2-2, “ҡул” рәтендә – 1-2-1, «нигеҙ» рәтендә – 2-1-1 йәки 1-2-1 таш. Был осраҡта кешене уңышһыҙлыҡ, бәлә-ҡаза, ауырыу көтә. Рәттәрҙәге йәки бағаналарҙағы таштар һанын ҡушып һығымталар яһайҙар.
Әгәр: - Тәүге рәттә («башта») уртала барлығы 4 таш төшһә, тимәк, кешенең башы тулы уй, ә 5, 7 йә 9 ноҡот төшһә, тимәк, ноҡот һалдырыусы ҡыуана, ниәте, көткән хәл-ваҡиғаһы тормошҡа ашасаҡ.
- «ҡул» рәтенә 12 таш төшһә, тиҙҙән аҡса инә.
- «нигеҙҙә» барлығы 4 таш булһа, кеше юлға сыҡмаһа ла ярай – юлы уңмай.
- «нигеҙҙә» барлығы 12 ноҡот төшһә, ниәтенә мотлаҡ ирешә.
- «нигеҙҙә» төшкән уңдан беренсе бағаналағы бер таш – тиҙҙән юлға сығыуҙы, юғалған әйберҙең йорттан сығып китеүен белдерә.
Уң яҡтан беренсе бағана – ноҡот һалдырыусының төп бағанаһы. Ундағы ноҡот таштарын ҡушып шундай һығымта яһайҙар:
- Был бағанала барлығы 5, 7, 9, 10, 12 ноҡот төшһә – бөтәһе лә яҡшы була, ҡыуаныс.
- Барлығы 4 таш төшһә – күңелһеҙ хәлдәр көтөлә.
- 6 таш – уңышһыҙлыҡ.
8 таш – көсөргәнлешлек, күңел тынысһыҙлығы

- Йомғаҡлау өлөшөндәге таштарҙы өсәргә бүлеп сыҡҡас, ҡалдыҡта 1 таш ҡалһа – бер үҙең ҡалыуҙы, яңғыҙлыҡты, 2 таш ҡалһа – осрашыуҙы йәки ҡауышыуҙы аңлата.
- Йомғаҡлау өлөшөндә (аҫта) барлығы 8 йәки 12 таш ҡалһа – оло шатлыҡ, ҡыуаныс көтә.

Әлиә Дауытова
Читайте нас: