Параллель тормоштоң бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында төрлө фекерҙәр йөрөй. Мин үҙем шаһит булғандар нигеҙендә ошо һорауға яуап биреп ҡарамаҡсымын.
Беҙҙең Һарағыла уҡытыусы булып эшләгән сағыбыҙ. Элекке мәктәп бинаһында йәшәйбеҙ. Әйткәндәй, ул өс кенә бүлмәнән торған башланғыс мәктәп булған. Ҡалған ике бүлмәлә лә беҙҙең һымаҡ ҡырҙан килгән уҡытыусылар йәшәй.
Йәй. Июнь аҙаҡтары булғандыр. Сөнки картуф утаған мәл ине. Ныҡ ҡына ауырып ятам. Торорлоҡ та хәлем юҡ. Иптәшем эҫе ҡояш аҫтында картуф утай. Һыуһап китһә, инеп сәй эсеп сыға. “Их, тороп, ашарына төйөрөм берәй ризыҡ бешерергә ине”, тип уйлайым, ләкин хәл самалы.
Бер ингәнендә шулай ҙа, картуф әрсеп кенә бешерергә ҡуй әле, вареники эшләрмен, тинем. Үҙем ойоп киткәнмен. “Картуф беште” тигән тауышты ишетәм, ләкин күҙҙе аса алмай, һаташам. Үҙем барыһын да ишетеп ятам. Тойомлауымса, мин өндәшмәгәс, иптәшем ҡулына гәзит тотоп диванға барып ятты.
Торорға кәрәк, торорға кәрәк, тип үҙемде көйләп ҡарайым. Шул ваҡыт баш осомдағы аш бүлмәһе менән йоҡо бүлмәһен айырып торған таҡтаға кемдер бик көслө итеп килтереп һуҡмаһынмы. Ырғып киттем хатта. “Нимә эшләйең ул, нимәгә ҡотто осороп улай ҡаты һуғаһың?”, тип иптәшемә ҡараһам, ул, дивандан башын күтәрә биреберәк, һин үҙең һуҡманыңмы ул, тимәһенме.
Минең тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡурҡыштан нисек итеп ырғып торғанымды һәм ҡамыр баҫа башлағанымды ла белмәй ҡалдым. Ул зат, моғайын, миңә, кеше эҫелә эшләп йөрөй, уға ашарға ла әҙерләмәй һуҙылып ятаһың, тип әйтергә теләгәндер. Көпә-көндөҙ бит әле...
Ул өйҙөң эйәһе яҡшы булды ул барыбер. Бер мәл беҙ ҡыҙым менән район үҙәгенә киттек. Ҡыш ине. Иптәшем, күрәһең, иртәнсәк, көндөҙ мейескә яҡмаған да, кискә өй һыуып киткәндер инде. Был, тиҙ генә йылытмаҡсы булыптыр, өйҙөң уртаһына ултырғыс ҡуйып уның өҫтөнә электр плитәһен ултыртып, иң көслө режимға ҡуйған, мейескә ҡутарғансы ут яғып ебәргән.
Аҙаҡтан үҙе, аптырап: “Шул рәүешле йоҡлап киткәнмен. Бер ваҡыт кемдеңдер ныҡ ҡына итеп ишек шаҡығанына уянып, ишекте барып асһам, бер кем дә юҡ. Ә бүлмә уртаһындағы плитә ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙған да насар еҫ сығара башлаған. Һурҙым да кире ятып йоҡланым. Тағы ипләп кенә ишек шаҡыған тауышҡа уяндым. Ҡараһам, тағы ла бер кем дә юҡ. Бер торғанда мейесте лә ҡарайым әле, тиһәм, ҡуҙҙары һүнеп, мейес башы ябырлыҡ ҡына булып тора. Йүшкәһен этеп, кире барып яттым. Бүтән бимазалаусы булманы”, тип һөйләне...
Ул өйҙән күсеп киткәндә, әйҙә, беҙгә эйәр, тиергә башҡа етмәгән шул))) Хәҙер ул өй юҡ, боҙғандар.