Эйе, эйе, донъяла шундай ғәжәп хәлдәр ҙә булып тора. Күптән түгел АҠШ университеты ретривер тоҡомло эткә хужаһы менән бергә юғары белем тураһындағы диплом тапшырҙы. Был, әлбиттә, исем өсөн генә түгел, ә Гриффиндың ауыр хеҙмәте өсөн бирелде. Шулай итеп, ул магистр дәрәжәһен алды.
Уның хужабикәһе Бриттани инвалид коляскаһында ғына йөрөй ала. Шуға ла бер нисә йыл элек үҙенә иптәшкә көнкүрештә ярҙам итеү өсөн махсус өйрәтелгән эт ала. Бындай эттәр ғәжәп һәләтле булыуы менән үҙенсәлекле. Улар утты ҡабыҙҙа һәм һүндерә ала, һыуытҡыстан кәрәкле аҙыҡты ла алып бирергә мөмкин, кешегә коляскаға ултырырға ярҙам итә. Хужаһы күрһәткән әйберҙе лә һә тигәнсе килтереп бирә. Бәлә-ҡазаға тарыһа, ярҙамға бүтәндәрҙе саҡыра.
Бер нисә йыл элек Бриттани Нью-Йорктағы Кларксон университетына уҡырға ингәс, Гриффинға яуаплы эш – хужаһы менән бергә дәрескә йөрөү бурысы йөкмәтелә. Бриттани махсус хәрби базала практикала үткәндә лә тоғро дуҫы янында була. Ул эйәһе менән реабилитация үткән һалдаттарға ярҙам итә. Ошо барлыҡ ҡаҙаныштары өсөн университет вәкилдәре уға диплом биреүҙе хуплай. Уҡыу йортоноң попечителдар советы “Гриффин Бриттаниға яратҡан һөнәрен алыуҙа фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәт, тоғролоҡ күрһәтте”, – тип билдәләй махсус ғаризала.
Бриттани хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ отставкаға сыҡҡандар, ветерандар араһында эрготерапевт булып эшләргә йыйына. Бында ла уға Гриффин ярҙам итәсәк.