Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
22 Февраль 2021, 18:00

Һуғышта булған маймыл

Бубуиндың тиҙ шәбәйеүе табиптарҙы ғәжәпкә ҡалдыра. Һауыҡҡас, уны оҙатырға хатта полк командиры үҙе лә килә. Джеки йәһәт кенә карауатҡа һикереп менеп, офицерға честь бирә.

1915 йылда Көньяҡ Африканың пехота бригадаһына Альберт Марр исемле яңы призывник алына. Медицина комиссияһын һәм башҡа процедураларҙы үткәс, рядовой полк командованиеһына ғәҙәти булмаған үтенес менән мөрәжәғәт итә. Ул үҙе менән фронтҡа иптәшен – Джеки ҡушаматлы бабуинды ла алыуҙарын үтенә. Бер аҙ уйлашҡандан һуң, офицерҙар яугирҙы полкка алырға ризалаша. Ана шулай башлана Джеки менән уның хужаһының Төньяҡ Африка сүллектәрендәге, Францияның һәм Фландрияның урмандарында һәм һаҙлыҡтарындағы ҡатмарлы һуғыш юлы.
Альберт менән Джекиҙың дуҫлығы бәләкәй фермала башлана. Атай-әсәйҙәре менән ошо фермала йәшәгән Альберт бер ваҡыт урманда етем ҡалған бабуин балаһын табып ала. Тиҙҙән был хайуан ғаиләнең яратҡан ағзаһына әүерелә. Ул ҡулға һәм төрлө күнекмәләргә тиҙ өйрәнә һәм көслө булып үҫә. Маймыл менән егет шул тиклем ныҡ дуҫлаша – хатта һуғышҡа йыйынған Альберт яратҡан иптәшен яңғыҙын ҡалдырыуҙы күҙ алдына ла килтермәй.
Африканың көньяҡ өлөшөндә тереклек иткән Чакма мартышкалар ғаиләһенә ҡараған иң эре маймылдарҙан һанала. Ҡайһы берҙәренең буйы – 115 сантиметрға, ауырлығы 31 килограмға етеүе ихтимал. Бабуин-чакма бик ҡурҡыныс һәм һунар эттәренә, хатта леопардҡа ла ҡаршы тора ала. Шулай ҡатмарлы холоҡло булыуына ҡарамаҫтан, Альберттың уны ҡулға өйрәтә алыуы ғәжәпкә ҡалдыра. Хәрби хеҙмәттә уны күргәндәр Джеки армияға яҡшы өйрәтелеп килеүен раҫлай. Ул шунда уҡ полктың талисманына әүерелә.
Бабуин армия тормошон да тиҙ үҙләштерә. Хәрби хеҙмәткәрҙәр менән һалдат ашханаһында бергә ашай, бысаҡ, сәнске менән ҡуллана белә. Һуңынан һауыт-һабаны үҙе өсөн махсус билдәләнгән таста йыуа. Ул бөтәһе менән бергә строевой әҙерлек буйынса занятиеларҙа ҡатнаша, сафта йөрөй. Уға хатта ҡойроғо сығып торһон өсөн киҫек ҡалдырып, махсус хәрби форма ла тегеп бирәләр. Ял ваҡыттарында Джеки сигарет тартып, хеҙмәттәштәренең күңелен күрә. Ҡапыл офицерҙар килеп сыҡһа, честь бирергә лә онотмай. “Смирно!”, “Вольно!” командаларын үтәргә лә өйрәнә.
Альберт менән Джеки Египетта Санусииларға ҡаршы хәрби бәрелештә хәрби сынығыу ала. Ә 1916 йылдың 26 февралендә Альберт Маррҙың ҡулбашы яралана. Ауыр ҡайғыға ҡалған бабуин, санитарҙар килеп еткәнсе, дуҫының йәрәхәтен ялай.
Тиҙҙән Марр госпиталдән сыға һәм полкка ҡайта. Бер аҙҙан уларҙы Европаға ебәрәләр. Бында улар ике йылдан ашыу Францияла һәм Фландрияла көрәшә. Хәрбиҙәр айырыуса төнгө ҡарауыл ваҡытында Джекиҙың ғәжәп ҡаһарманлыҡ күрһәтеүен маҡтап бөтә алмай. Күҙе яҡшы күргән, һиҙгер ҡолаҡлы “һалдат” дошмандарҙың яҡынлашыуын әллә ҡайҙан һиҙеп, шым ғына тауыш бирер йәки Альберттың шинеленән тартыр булған.
Альберт менән Джеки оҙаҡ ваҡыт яраһыҙ һуғышһа ла, 1918 йылдың апрелендә Белгияның Ренингельст ҡаласығы янындағы көслө алыш мәлендә улар бәхетһеҙлеккә дусар була. Атыш ваҡытында ныҡ ҡурҡҡан Джеки, ярсыҡтарҙан ҡотолоу өсөн, үҙенә таш менән уратылған ҡоролма яһарға маташа. Бер мәл уның алғы тәпәйе яралана, ә артҡыһы өҙөлөп төшә яҙа. Альберт иһә еңелсә генә йәрәхәтләнә.
Джекиҙы ялан госпиталенә алып килгәс, табиптар баҙап ҡала. Бығаса уларҙың хайуандарға операция эшләү буйынса тәжрибәһе булмай. Ахырҙа уны хлороформ менән йоҡлатып, артҡы тәпәйен киҫеп ташлайҙар. Бабуиндың иҫән ҡалырын бер кем дә әйтә алмай. “Яугир”ға операция эшләгән подполковник Р. Н. Вудсенд һуңынан үҙенең иҫтәлектәрендә: “Был ҡот осҡос күренеш ине. Бәләкәй малай ҙурлығындағы яралы хайуанды хужаһы ҡулына тотоп килтерҙе. Һалдат үҙе беҙгә, нимә булһа ла эшләгеҙ, ул Египетта минең үлемдән ҡотҡарҙы, дизентерия менән ауырығанда тәрбиәләне, тип ҡысҡырҙы. Бабуин ныҡ йәрәхәтләнгәйне, беҙ пациентҡа хлороформ бирҙек тә яраһын бәйләргә тотондоҡ. Әгәр ул наркоз ваҡытында үлһә, йәтешерәк тә булыр ине тип уйланым. Сөнки ошоғаса бындай пациентҡа анестезия эшләгәнем юҡ ине. Шулай ҙа ул хлороформды бер стакан виски эскән кеүек еңел кисерҙе һәм бик тиҙ йоҡоға китте. Аяғын ҡайсы менән киҫеп ташлау ҡыйын булманы. Яраһын таҙартып, бәйләп ҡуйҙым”.
Бубуиндың тиҙ шәбәйеүе табиптарҙы ғәжәпкә ҡалдыра. Һауыҡҡас, уны оҙатырға хатта полк командиры үҙе лә килә. Джеки йәһәт кенә карауатҡа һикереп менеп, офицерға честь бирә.
Рядовой Альберт Марра һәм Джеки өсөн армия хеҙмәте 1918 йылдың 11 ноябрендә тамамлана һәм улар Англияға юллана. Бында иһә Джеки киң билдәлелек яулай. Уның тураһында Лондон гәзиттәре яҙа, хатта ул Лондондың лорд-мэр көнөндә лә ҡатнаша. 1919 йылдың февраленә тиклем Джеки һәм Маро Көньяҡ Африканың хәрби министрлығы һәм хөкүмәтнең ҡушыуы буйынса Ҡыҙыл Тәре менән хеҙмәттәшлек итә. Ауырыу һәм яралы һалдаттарға аҡса йыйыу өсөн мәрхәмәтлелек акцияларында ҡатнашалар. Джекиҙың кумирҙары уның ҡулын ҡыҫыу өсөн ярты крона, ә үпкән өсөн пять шиллинг аҡса бирергә тейеш була. Һөҙөмтәлә хәрбиҙәр өсөн шаҡтай аҡса йыйыла.
1919 йылдың апрелендә Джеки Көньяҡ Африкаға ҡайтҡас, уға Капрал званиеһы, армиянан китеү хаҡында рәсми документ бирелә
һәм хәрби пенсия тәғәйенләнә. Хәҙер һуғыш ветеранының мундирының еңен алтын һыҙыҡ һәм фронтта өс йыл хеҙмәт итеүен белдергән өс зәңгәр шеврон биҙәй.
1919 йылдың майында Джеки менән Альберт Преторияға ҡайта. 2020 йылдың 31 июлендә ҡалала үткән Еңеү парадында бабуинға батырлығы өсөн миҙал тапшырыла.
Тиҙҙән Альберт менән Джеки үҙҙәренең ғаилә фермаһына әйләнеп ҡайта. Улар һуғыш афәттәрен онотоп, иркенләп йәшәргә теләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙан имен-аман ҡайтҡан Джекиҙы фажиғә тыуған төйәгендә көткән. 1921 йылдың 22 майында, йәшенле ямғыр мәлендә, снаряд тауышына оҡшаған көслө күк күкрәүенән ҡурҡҡан Джекиҙың йөрәге күтәрә алмай. Ана шулай ғүмере өҙөлә Көньяҡ Африканың ғәжәп һалдаттарының береһенең. Уның дуҫы һәм хәрби иптәше Альберт Марр, киреһенсә, оҙон ғүмер кисерә һәм 1973 йылда 84 йәшендә вафат була.

.

Читайте нас: