Шаян малайҙарҙың береһе шулай тип һөрәнләүе була, кемебеҙ аҡырып, кемебеҙ сырылдап тирә-яҡҡа һибеләбеҙ. Был беҙҙең баласаҡтың иң ҡурҡыныс һүҙе була торғайны. Кискеһен онотолоп китеп, күҙ бәйләнгәнсе уйнап ташлаһаҡ, шул "Бишмыйыҡ"тан ҡот ботҡа төшөп ахылдығы сығып өйгә саба инек, әйтерһең арттан бер көтөү "Бишмыйыҡтар" баҫтыра.
Төнөн торорға тура килһә, иң беренсе ипләп кенә карауат аҫтына күҙ ташлайһың, теге бапаҡ шунда ятыуы ихтимал бит) Ә ул бишмыйыҡты беребеҙ ҙә күргәне юҡ, ул беҙҙең фантазияла ғына көн күрә.
Ә һеҙҙең баласаҡ бапаҡтары булдымы, дуҫтар?