Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
15 Апрель 2022, 21:40

Хыял артынан — океанға

Хыял артынан — океанға
Хыял артынан — океанға

Был аҙымға уны хыял этәрә. Илдәр буйлап сәйәхәт итеү, донъя гиҙеү, дингеҙҙәр һәм океандар төбөнә төшөү — уның ғүмеренең мәғәнәһе була. Советтар Союзы кеүек киң ил дә уға ситлек кеүек тойола башлай. Башҡа бер ваҡытта ла ҡатынын, туғандарын, дуҫтарын, тыуған илен күрә алмаясағы ла уны туҡтатмай. Хыял артынан, иреклек өсөн ул океанға сума.

Станислав Курилов 1974 йылдың 13 декабрендә СССР-ҙан ҡаса. Ҡасыу планы ла иҫ киткес: ул круиз лайнерынан океанға һикереп, иң яҡын утрауға тиклем ике көн һәм өс төн йөҙә. 

Тәүге һүҙе — “һыу”

Һыуы йылы булһа ла, тулҡындары өҫтөңә ябырылып торған, төбө лә, сиге лә күренмәгән, акулалар һәм башҡа йыртҡыс йән эйәләре йөҙгән, Тымыҡ океанда өс төн һәм ике көн ашамай, эсмәй, туҡтамай, йоҡламай йөҙөү, иң кәмендә, бик етди һәм йылдар буйы әҙерлек талап итә. Станиславтың улай әҙерлеге лә, белеме лә була. Бынан тыш, уның ҡыйыулығы ла, ныҡышмалылығы ла етерлек.

Станислав Курилов 1936 йылда Семипалатинск ҡалаһында тыуа. Сикһеҙ ҡаҙаҡ далалары уратып алған ерҙә үҫкән кешелә диңгеҙ-океандарға ҡарата һөйөү ҡайҙан барлыҡҡа килгәндер? Был һорауға ата-әсәһе лә яуап бирә алмай. Станиславтың тәүге әйткән һүҙе лә бит “һыу” була. 

Славаның бәләкәйҙән диңгеҙ түгел, хатта ҡала эргәһендә ағып ятҡан Иртыштан ҙурыраҡ йылғаны ла күргәне булмай. Әммә уға өйҙәрендә элеүле торған тулҡындарҙа йөҙөп барған аҡ елкәнле кәмәне күреүе лә етә һәм ул океан-диңгеҙҙәргә ғашиҡ була. 

Бәләкәй саҡта Станиславтың бүлмәһендә тәҙрәләр бейек көрән ҡоймаға ҡарап тора. Ваҡыты-ваҡыты менән ул шул ҡойма артында ҙур тулҡындар, пальмалар, тропик илдәр бар, тип күҙ алдына килтерә. Шул тулҡындар берәй заман ошо ҡойманы емереп алып китер ҙә, иҫ киткес күренеш асылыр, тип хыяллана. Татлы уйҙарҙан ергә килеп төшкәс, уның алдында тағы ла шул көрән ҡойма ҡалҡа...  

Тәҙрә ҡаршыһындағы бейек ҡойма уның аңында булмай, шуға ла үҙенең хыялын Слава барыбер ысынбарлыҡ итергә ынтыла. Ул лагерҙа булғанында үҙ аллы йөҙөргә өйрәнә. Ун дүрт йәшендә бәхәсләшеп, Иртыштың бер ярынан икенсеһенә йөҙөп сыға, шул мәлдә үтеп барған судноның винттары аҫтында ҡала яҙыуы ла уны ҡурҡытмай. Ун биш йәшендә Ленинградҡа ҡасып барып, флотҡа юнга булып урынлашып ҡарай. Үҙе менән бер документы ла булмаған егетте, әлбиттә, бер кем дә алмай. 

Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Слава тағы бер тапҡыр бәхетен һынап ҡарарға була һәм Ленинградтағы диңгеҙ училищеһына документтарын тапшыра. Тик күҙе насар күргәс, унда уҡырға алмайҙар. Слава кәйефен төшөрмәй, Ленинградтың гидрометеорологик интитутына “океанограф” һөнәре буйынса уҡырға инә. 

“Сит илдәргә барыуы кәрәк түгел... ”

Һөнәр үҙләштергәс, Слава Байкал күле эргәһенә күсә. Бында ул инженер-гидролог булып эшләй. Бурыстары ябай: күл янында урынлашҡан 13 метеостанцияларҙан мәғлүмәт йыйыу. Слава бер бәләкәй генә өйҙә яңғыҙы йәшәй. Яңғыҙлыҡ уға оҡшай ҙа. Ныҡлап йога менән мауыға башлай. Ул саҡта йога сит ил мәҙәниәте булараҡ йәмғиәттә насар ҡабул ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, Слава туҡтамай, китаптар булмағас, үҙе йога тураһында китап та яҙа. Көнөнә 12-шәр сәғәт шөғөлләнеп, бер нисә көн һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ йәшәп, ул тәнен сыныҡтыра. 

Шул арала йәш белгесте Геленджикка “Черномор” һыу аҫты тикшеренеү лабораторияһына саҡыралар. Анатолий Майер етәкләгән лабораторияла йәш океанографтар диңгеҙҙә тере ҡалыу серҙәрен, һыу аҫтында булыу кешегә нисек тәьҫир иткәнен өйрәнә. Улар ярым кеше, ярым балыҡ булып йәшәй. Төндә яр буйында йоҡлайҙар, көндөҙ диңгеҙ төбөндәге лабораторияға төшәләр. Станислав ике мең сәғәттән ашыу һыу аҫтында була. Икешәр аҙналап 30 метр тәрәнлектә лабораторияла эшләгән коллегаларын билдәле океан өйрәнеүсе Жак Ив Кусто уртаҡ экспедицияға ла саҡыра. Был кеше менән эшләү — һәр океанографтың хыялы. Проект өсөн Слава хатта штурмандар курсын үтә. Әммә Майер командаһына ҡаршы интригалар башлана. Һөҙөмтәлә экспедицияға бөтөнләй икенсе кешеләрҙе ебәрәләр. Әммә “Черномор”ҙа эшләгәндәрҙе көткән Жак Ив Кусто уларҙы ҡабул итмәй. Шул тиклем көтөп алған экспедиция бер ваҡытта ла башҡа булмаясағы көн кеүек билдәле була. Һыу аҫты лабораторияһын ябалар, Майер командаһын тараталар. 

Станислав “Черномор”ҙа эшләгәнгә тиклем үк тә 3 йыл рәттән сит илгә сығарыуҙарын һорап, документтар тапшырғаны була. Әммә уға бер тапҡыр ҙа рөхсәт бирмәйҙәр. Сәбәптәр ҙә етерлек: атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсирлектә булған, бер туған апаһы ла капиталистик Канадала йәшәй, Курилов үҙе лә тыйылған йога менән шөғөлләнә, инглиз телен үҙ аллы өйрәнә. Совет кешеһенә былар нимәгә кәрәк? Сит илгә барһа, кире әйләнеп ҡайтмауы ла ихтимал. 

Визалар бүлегенә сираттағы барыуында Станислав үҙенең шәхси эшен күреп ҡала. Унда “Сит илдәргә барыуы кәрәк түгел ” тиелгән мисәт ҡуйылған. Тимәк, ул бер ҡасан да Ҡара диңгеҙҙән арыраҡ китә алмаясаҡ, юлдар ябыҡ. Ер шарының башҡа матур урындарын күреү тураһындағы хыялдарын онотһа ла була. Бәләкәй сағындағы көрән ҡойма “тимер шаршау”ға әүерелә.

 “Хыял караптарымдың бер-бер артлы офоҡта юғалғанын ҡарап торам”,— тип Слава ошо ваҡиғаларҙан һуң үҙенең көндәлектәрендә яҙа.

Яңғыҙы океанда

Балтаһын һыуға төшөргәндәй булып йөрөгән һөйгәнен күреп, Станиславтың граждан ҡатыны Жанна ныҡ борсола. Был күңел төшөнкөлөгөнән нисек тә булһа уны сығарырға тырыша. Тап шул мәлдә ҡулына гәзиттәге иғлан килеп эләгә. Иғланда теләүселәрҙе “Ҡыштан – йәйгә” тип исемләнгән турға, Владивостоктан экваторға тиклем Тымыҡ океан һәм тропик диңгеҙҙәр буйлап йөҙөргә саҡыралар. Бының өсөн виза ла кәрәк түгел, лайнер сит ил ярҙарында туҡтамаясаҡ. Тур ҡиммәт булһа ла, Жанна был аҡсаны таба. 

Станислав йөҙөүгә баштан уҡ ҡасыу планы менән китмәй. Был уй башында көтмәгәндә тыуа. Ул яңылыш ҡына круиз йөҙгән маршрут һүрәтләнгән картаны күреп ҡала. Картала лайнерҙың ҡайһы урында ҡасан буласағы теүәл һүрәтләнгән. Сит ил ерҙәренә яҡын үткән нөктәне Станислав яҡшы хәтерләп ҡуя һәм уйлана, лайнерҙан һыуға һикерерлек урын эҙләй, һаҡсыларҙың эшен өйрәнә башлай. Бәләкәй генә тоҡсайға йөҙгөстәр (ласты), күҙлек һәм тын алырға көпшә әҙерләй.

Һыуға Станислав Курилов, ҡараңғы төшкәс, 13 декабрҙә һикерә. Лайнерҙан ырғыр өсөн иң уңайлы урын – өйрөлөп торған ҙур винттар араһы була. Башҡа яҡтан бер нисек тә ҡасып булмай. Бейеклек — 14 метр, етмәһә, шәп тиҙлектә. Тере ҡалыу өсөн бәхетле йондоҙ аҫтында тыуырға кәрәк. Шулай ҙа йә хәҙер, йә бер ваҡытта ла тигән уй Станиславты ҡеүәтләй. 

Океанға килеп төшкәс тә, Слава ҡул һуҙырлыҡ алыҫлыҡта ғына винттар өйрөлгәнен күрә. Бар көсө менән ул алға йөҙөргә тырыша. Ниндәйҙер мөғжизә менән генә винттар аҫтында ҡалмай. Лайнер әкренләп күҙҙән юғала башлай. Уның һуңғы уттары һүнгәс, Станиславты ҡурҡыу тойғоһо баҫып ала. Ул яңғыҙы океанда. Ергә барып етеүе лә икеле. Ярҙам бер ҡайҙан да килмәйәсәк. Тик шул ваҡытта уның башын уй телеп үтә: “Хәҙер һин ирекле. Шуны теләй инең түгелме?” Фекере уны дәртләндерә, бар борсолоуҙы юҡҡа сығара. Уңыш үлем осрағында ла буласаҡ, тип уйлай ул. 

“Йә түлә, йә төрмәлә ҡал...”

Станислав уйынса, ул Филиппиндарҙың Сиаргао утрауынан 17 километр алыҫлыҡта һыуға һикерергә тейеш була. Тәжрибәле океанограф, ағым алып киткән хәл дә, был араны үтә алыуына ышана. Ул йондоҙҙарға ҡарап йөҙөргә иҫәп тота. Тик океанға һикергән мәлдә йондоҙҙар әле күренмәгән була. Шуға ла уға ике сәғәт тирәһе урынында “торорға” тура килә. Был ваҡыт эсендә ағым Станиславты утрауҙарҙан ярайһы уҡ алып китә. Һөҙөмтәлә 17 километр 100-гә әүерелә. 

Йога менән ныҡлап шөғөлләнгән океанограф ике көн һәм өс төн ашамаһа ла, эсмәһә лә, үҙен яҡшы тоя, туҡтауһыҙ йөҙөргә көсө була. Океанда саҡта Станислав бик бәхетле була. Үҙен, ниһайәт, иреккә сыҡҡан ҡош итеп хис итә. Ул был океанға һоҡланып, мәлдең тәменә туйып бөтә алмаҫмын тип ҡурҡа. Һәр минутты хәтерендә ҡалдырырға тырыша.

Станиславтың имен-аман теләгән еренә, утрауға, барып еткәс, шатлығынан бейергә лә хәле ҡала. Яр буйында бейеп йөрөгән ирҙе балыҡсылар күреп ҡала. Океандан килеп сыҡҡан кешене яҡшы итеп ҡабул итһәләр ҙә, урындағы власҡа мөрәжәғәт итмәй булдыра алмайҙар. Станиславты, документтары ла, аҡсаһы ла булмағас, Совет шпионы тип төрмәгә ябалар. Ҡаты итеп һорау алалар. Әммә унда хеҙмәт иткән подполковник тиҙ арала Слава бер ниндәй ҙә шпион булмауын асыҡлай. 

Станиславҡа ике юл тәҡдим итәләр: йә уның өсөн аҡса түләгән туғанын таба, йә ғүмер буйы төрмәлә ултырасаҡ. Слава Канадала йәшәгән бер туған апаһы Анжелла тураһында әйтә. Тик уны ла эҙләргә кәрәк бит башта. Ярҙамға инде Станислав менән дуҫлашып өлгөргән подполковник килә. Ул тиҙ арала Анжелланы табып, хәбәр еткерә. Апаһы ҡустыһын бәләлә ташламай, тейешле аҡсаны таба ала, Канадаға тиклем самолетҡа билет та хәстәрләй. 

Документтары ла булмаған Станиславҡа Канадаға барып эләгер өсөн Филиппиндарҙың эмиграция һәм депортация комиссияһы махсус сертификат бирә. Сертификат был ирҙе ысынлап та балыҡсылар табып алған, Советтар Союзының круиз лайнерынан ҡасҡан кеше тигәнерәк эстәлекле була. 

Һуңғы тапҡыр һыу аҫтында

СССР-ҙа Станиславты башта эҙләйҙәр. Табылмағас, хәбәрһеҙ юғалған тип иғлан итәләр. Сит ил яңылыҡтарынан уның ҡасыуы хаҡында билдәле булғас, Станиславҡа һатлыҡйән тип 10 йыл төрмә срогы бирәләр. Тик ул башҡа тыуған яғына ҡайтмай.

Канадала Станиславҡа барыһын яңынан башларға тура килә. Тәүҙә төрлө ҡара эштәрҙә эшләй, пиццерияла ла, икмәк бешереүҙә лә йөрөргә тура килә. Бер аҙ ваҡыт үткәс кенә, һөнәре буйынса шәхси компанияла эш таба.

Хыялындағылай диңгеҙҙәр гиҙеп йәшәмәһә лә, Слава үҙенә күрә бәхетле була. Хәҙер ул ирекле илдә ирекле кеше. Үҙен бер ваҡытта ла “тимер шаршау”ҙы емереп ҡаса алған, океанды “кисеп сыҡҡан” герой итеп тоймай, бары тик алған тәжрибәһенең ҡәҙерен белеп, ябайлығын юғалтмай тормош көтә. Хатта был ваҡиғалар тураһында һирәк һөйләй.

 1985 йылда ВВС каналы уның тураһында фильм төшөрөргә тип Станиславты Израилгә саҡыра. Фильм ни сәбәп менәндер килеп сыҡмай. Әммә Слава бында буласаҡ ҡатыны журналист Елена менән таныша. Тәүге осрашыуҙан ике йыл үткәс, улар өйләнешә. Һөйгәне өсөн Станислав Канаданан Израилгә күсеп килә һәм океонаграфия институтына эшкә урынлаша. Яратҡан кешеһе, яратҡан шөғөлө менән ул бик бәхетле йәшәп китә.

1998 йылда Станислав Кинерет күлендә водолаз эштәрендә ҡатнаша. Был уның һуңғы тапҡыр һыу аҫтына төшөүе була. Күл төбөнә урынлаштырылған аппаратураны балыҡ тота торған селтәрҙәрҙән ысҡындырам тигәнсә был селтәрҙә үҙе бутала. Ысҡына алмай, һауаһы бөтөп, ул күлдең төбөндә тонсоға. Шулай итеп, Станиславтың ғүмере һыу аҫтында 61 йәшендә тамамлана.

Ире үлеп ҡалғас, Елена уның көндәлектәрен уҡып сыға. Яҙмаларында Станислав уйҙарын, океанға һикерергә һәм йәшәү өсөн көрәшергә мәжбүр иткән сәбәптәрҙе теркәп барған. Өҙөлөп яратҡан кешеһен ҡағыҙ биттәрендә Елена ҡабат-ҡабат осратып, ебәргеһе килмәй, ерҙә, хәтерҙәрҙә Станислав мәңгегә ҡалыуын теләй. Елена был яҙмаларҙы рәткә килтереп, хыялын сәйәсәт тә, сикһеҙ океан да һындыра алмаған рухлы кешенең, Станислав Куриловтың, “Яңғыҙы океанда” тигән китабын сығара.

Заһиҙә МУСИНА.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: