Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
25 Апрель 2022, 20:45

Карауат шығырлағаны ишетелде

Шуға ла эше, йомош-фәләне килеп сыҡҡан әҙәмдәр иң тәүҙә уларға йүгереп бара. Аҙбарҙа тиреҫ йыйылып киткәнме, урамды таҙаларға кәрәкме йәки бөткәнме шунда башҡа төрлө эш.

Карауат шығырлағаны ишетелде
Карауат шығырлағаны ишетелде
Беҙҙең ауылда уларҙан да ярҙамсыл, уларҙан да киң күңелле башҡа әҙәм заты юҡ ул. Ысын! Сәпсим дә шаштырмайым. Донъя малы, байлыҡ уларға бар ни, юҡ ни. Бөгөнгөһөнә Хоҙайға шөкөр итеп кенә йәшәйҙәр. Матур сифат бит был. Дөрөҫ эшләйҙәр ҙә, үтәр ғүмер өсөн артығы нимәгә! Барыбер бөтәһе лә тороп ҡала. Бүтәндәр кеүек, аҡса тип, күпме түләйһең тип үлеп бармайҙар. Үҙеңде лә ҡулалмаш эшкә әйтеп йөҙәтмәйҙәр. Шуға ла эше, йомош-фәләне килеп сыҡҡан әҙәмдәр иң тәүҙә уларға йүгереп бара. Аҙбарҙа тиреҫ йыйылып киткәнме, урамды таҙаларға кәрәкме йәки бөткәнме шунда башҡа төрлө эш. Ирле-ҡатыны бер эштән дә сирҡанып тормайҙар, емертеп йөрөп эшләйҙәр. Бер ҡасан да эреләнеп:
–Ваҡыт юҡ бит әле, бушамайым, тип баш тартмаҫ. –Үҙҙәрен өйҙә генә тап итеү шарт. Бәс, шундайын кешеләр бөтәһенә лә кәрәк бит. Башы еткәндәре ике-өс көн алдан әсе-сөсөһө менән һыйлап, күңелен күреп, сират алып ҡуя.
Бөгөн бирге остағы Раҡия әбей уларҙың өйөнә ҡарай юл алды. Әбей ике-өс таҡтанан төрәкәләп эшләнгән ҡапҡаны асырға маташҡан ыңғайға уныһы бәйләп ҡуйған бауынан ысҡынып, дөбөр-шатыр саҡ өҫтөнә ауып төшмәне, ярай ҡулдары менән тотоп өлгөрҙө. Ихата тулып ятҡан “һыйыр ҡоймаҡтарын” әрәм итеп ҡуймайым тип һаҡ-һаҡ баҫып әбей өйгә инде. Ишек шар асыҡ. Бер кем дә юҡсы! “Үҙҙәре кеүек бөтә донъялары ла шар асыҡ” тип уйлаған әбей кире боролоп сығырға торғанда ғына мейес артындағы карауат шығырлағаны ишетелде. Оҙаҡ йоҡлауҙан шешенеп, күҙҙәре ҡыҫылып, сәсе-башы ойпаҫланып бөткән ир менән ҡатын саҡ йоҡонан тороп киләләр ине. Әбейҙе күргәс, ире, кирелеп-һуҙылып:
–Кисә Ғосмандарҙың аҙбарын таҙартҡайныҡ, арытылған, –тине.
–Күберәк тә булған шикелле. –Нимәгәлер өмөт итеп башын тотто ҡатыны. –Емерелеп килә.
–Туғанҡайҙарым, бәрәңгемде сүп баҫып киткән бит әле, –тип йомошон әйтте әбей.
– Хәҙер уны. –Улар арлы-бирле бит-ҡулдарын сайыштырҙы ла әбейҙең артынан эйәрҙе.
Өйгә ҡайтып, әбей һыуытҡыстан ярты сәмәйен, аҙыҡ-түлеген килтереп сығарғас, күҙҙәре бәзләп китте. Ашап-туйып, бер сама дауаланып алғас, улар дәртләнеп эшкә тотондо. Эй, бөтмөрҙәр ҙә инде. Һә тигәнсе бәрәңге баҡсаһын таҙалап сыҡтылар, ҡортҡа ағыу һиптерҙеләр. Ул арала ла ара-тирә дәжәл дарыуҙарын тәмләп алырға онотманылар. Унан бисәһе өй иҙәнен йыуып сығарған арала ире урам-тирәһен һепереп алды.
Йәштәр йәштәр инде. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Анау тиклем эште бер нисә сәғәт эсендә емертеп эшләнеләр ҙә ҡуйҙылар. Әбейҙең күңеле булды.
–Һай, рәхмәт яуғырҙары, ҡулдарығыҙҙан ҡыуанығыҙ, –тине. “Үҙегеҙҙең бәрәңгене лә ҡорттан ашатып бөтөрмәһәгеҙ, урамығыҙҙа лапы булып ятҡан мал тиҙәген, иҫке-моҫҡо аяҡ кейемдәрен, сепрәк-сапраҡты, кәрәкмәгән һауыт-һабаларҙы таҙартып, әбәрәкәйегеҙҙең ҡутарылып төшкән ишеген рәтләп ҡуйырға ҡулығыҙ етһә, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине. Кешегә ярҙам итәп тип йөрөп ваҡытығыҙ ҡалмай торғандыр инде”, –тип уйлап ҡуйҙы ул.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: