Крионика – кеше һәм хайуандарҙы үлгәндән һуң бик түбән температурала туңдырыу. Киләсәктә уларҙы был донъяға кире ҡайтарыу мөмкинлегенә ышаныусылар күп, әммә әлегә бындай технология юҡ. Пандемия ваҡытында Рәсәйҙә үлгәндән һуң үҙен туңдырырға теләүселәр артҡан. Бындай компаниялар донъяла бишәү, шуның береһе – Рәсәйҙә. “КриоРус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2005 йылдан бирле законлы эшмәкәрлек алып бара.
“КриоРус” Евразияла берҙән-бер. Шуға күрә бында Европа, АҠШ, Япония, Австралияла йәшәүселәр ҙә мөрәжәғәт итә. Күрше Татарстандан да шунда һаҡларға һалынғандар бар, тағы бер нисә кеше менән килешеү төҙөлгән. Уларҙың исем-шәрифтәре сер итеп һаҡлана.
Бында кеше кәүҙәһен, баш мейеһен йәки ДНК-ны туңдыралар, үлгән хайуандарҙы ла теләп ҡабул итәләр. Иң мөһиме: үлгәндән һуң бик аҙ ваҡыт уҙыу, сөнки һәр минут иҫәптә. Тап шуға ла “КриоРус” хеҙмәткәрҙәренә дауаханала дежур итергә тура килә.
Кешенең йәне сығыуға, ҡанын туңмай торған составҡа алмаштыралар, ул күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡларға тейеш. Унан һуң шыйыҡ азот температураһында туңдыралар һәм гигант термосҡа оҡшаған һауытҡа урынлаштыралар. Бындай бер һауытҡа 9 – 12 кеше һыя.
Әлегә “КриоРус”та 100-гә яҡын кеше һәм 50-ләп хайуан туңдырылған. Үлгәндән һуң үҙҙәрен бында урынлаштырыуҙарын теләгәндәр меңәрләп иҫәпләнә. Ә донъяла был хеҙмәттән 400-ләп кеше файҙаланған. Уларҙы “киләсәк кешеләре” тип атарға мөмкин.
Крионизация технологияһы буйынса “пионер” – Аризондағы “Alcor” компанияһы. Ул әлеге көнгә 200-ләп мәйетте һаҡларға һалған. Бында донъяла беренсе туңдырылған кеше кәүҙәһе һаҡлана. Ул1967 йылда 73 йәшендә яман шештән вафат булған Калифорния университеты профессоры Джеймс Бедфорд.
“КриоРус”ты күп килем ала торған компания тип булмай. 2005 йылда уны трансгуманистар төркөмө ойошторған, беренсе клиенттар – әлеге компания вәкилдәре йәки уларҙың яҡын туғандары. “КриоРус”та үҙеңде туңдырыу 2,4 – 3 миллион һум самаһы тора. Баш мейеһен генә туңдырырға ризалашыусылар осрай, уныһы осһоҙораҡ. Ундай кешеләрҙең ҡәбере лә бар. Әйткәндәй, Рәсәйҙә хаҡтар иң арзаны. Мәҫәлән, АҠШ-та баш мейеһен йәки кәүҙәне туңдырыу 80 – 200 мең долларға төшә, ә Рәсәйҙә 40 мең долларҙан артмай.
Рәсәй закондары буйынса, криофирмалар эшмәкәрлеге тыйылмаған. Кешенең рөхсәте лә талап ителмәй, яҡындары бындай ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы. Шулай ҙа кешенән үҙе иҫән сағында рөхсәт алып ҡалырға тырышалар.
Криопациентты 100 йылға һаҡларға һалалар. Унан һуң килешеү автомат рәүештә оҙайтылырға тейеш. Ғалимдар бер быуат дауамында үлеләрҙе “уятыу” технологияһын уйлап табырға хыяллана. Әммә күп белгестәр быға шикләнеп ҡарай.
Мансур СУФИЯНОВ.