Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
11 Ноябрь 2023, 20:29

Тәүҙә ҡыҙ, шунан малай...

Күҙ алдына килтерегеҙ: ғүмер буйы ҡыҙ булып йәшәйһең-йәшәйһең дә, бер иртәлә малай булып уянаһың. Башҡа һыймаҫлыҡ, эйе бит?

Тәүҙә ҡыҙ, шунан малай...
Тәүҙә ҡыҙ, шунан малай...

Күҙ алдына килтерегеҙ: ғүмер буйы ҡыҙ булып йәшәйһең-йәшәйһең дә, бер иртәлә малай булып уянаһың. Башҡа һыймаҫлыҡ, эйе бит? Ә бына Доминикана Республикаһында йәшәүселәргә быны күҙ алдына килтерергә лә кәрәкмәй. Енестәренең үҙгәреүе — ғәҙәти күренеш.

Хәҙерге заманда хирургтар ярҙамында ҡиәфәтеңде генә түгел, тотош енесеңде алмаштырырға ла була. Ә бына Доминикана Республикаһындағы Салинас тип исемләнгән ауылдың ҡыҙҙары хирургһыҙ ҙа малайҙарға әүерелә.
Был ауылда үҙенсәлекле феномен бар. Бала ҡыҙ булып тыуа. Шулай тәрбиәләнеп үҫә. Ата-әсәһе уға ҡыҙ исеме бирә, күлдәктәр алып кейҙерә, ҡыҙҙар менән уйната, ҡурсаҡтар бүләк итә. Әммә 12 йәшкә еткәс, ҡыҙҙа ир-ат енесенең тәүге билдәләре күренә башлай: тауышы ҡалыная, мускулдары үҫешә, мыйығы үҫә. Быға тиклем ҡыҙ тип йөрөгән балала яйлап ир-аттың енес ағзалары ла барлыҡҡа килә. Шулай, кеше тәүҙә – ҡыҙ, шунан малай булып йәшәүен дауам итә.
Малайға әйләнгән ҡыҙҙарҙы бында йәшәгән халыҡ геведосе тип атай. Тура тәржемә иткәндә, “12 йәштә ир-ат ағзаһы” тигәнде аңлата. Салинаста 90 баланың береһе геведосе була.
Бындай үҙгәрештәр кисергән балалар бәләкәйҙән, мәҫәлән, күлдәк кейергә яратмай, малайҙар менән уйнауҙы үҙ итә, холоҡ-фиғелдәре лә бер ҙә ҡыҙҙарҙыҡына оҡшаған. Малайға әйләнгәс, теләк буйынса исемен алмаштыралар.
Әлбиттә, бындай балалар тиҫтерҙәре яғынан мыҫҡыллауға ла дусар була, яңы енесте ҡабул итмәгәндәре лә осрай. Иҫ белгәндән алып үҙен ҡыҙ тип уйлап йөрөгән балаға малай икәнен ҡабул итеүе, билдәле, еңел түгел.
Ниңә һуң бындай хәлдәр була? Ниндәй мөғжизә ул? Ысынында, барыһы ла күптән фән менән аңлатылған. Тәүгеләрҙән булып был феноменды Джулианна Императо-Макгинли исемле ғалим өйрәнә. Ҡарындағы 6 — 7 аҙналыҡ балаларҙың енес ағзалары бер үк була — ҙур булмаған түмһәләк. Шунан ваҡыт үтеү менән ҡарында гормондар бүленгәс, түмһәләк йә ир-ат, йә ҡатын-ҡыҙ енес ағзаһына әйләнә. Гормондар бүленеүенә “5-альфа-редуктаза” тип исемләнгән фермент яуап бирә. Был фермент юҡ икән, малайҙарҙың енес ағзалары ҡарында саҡта ваҡытында үҫешмәй. Бындай балаларҙың енес ағзаһын ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип атап булмай, оҡшаған ғына. Аҙ грамоталы ауыл халҡы баланың еңсәһе лә юҡ икәнен аңламау арҡаһында уны ҡыҙ тип ҡабул итә. Тик үҫә килә, организмда гормондар бүленә башлағас, яйлап ир-ат енес ағзалары барлыҡҡа килә.
Әсә ҡарынында уҡ үҫешкән ир-атҡа ҡарағанда геведосеның бер нисә генә тышҡы айырмаһы була: бәләкәйерәк буй, насарыраҡ үҫкән сәс-мыйыҡ. Ә дөйөм алғанда, айырылмайҙар. Шулай уҡ тормош алып баралар, ғаилә ҡоралар, атай булалар. Ҡасандыр ҡыҙ тип иҫәпләнгәндәрен бер төш кеүек кенә иҫләйҙәр.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас: