Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июль 2022, 10:10

Кемдер балыҡ үрсетә, кемдер - һыйыр

“Агростартап” программаһы ярҙамында хужалығыңды үҫтереүгә дәүләттән биш миллион һумға тиклем финанс ярҙамы алырға мөмкин.

Кемдер балыҡ үрсетә, кемдер - һыйыр
Кемдер балыҡ үрсетә, кемдер - һыйыр

“Агростартап” программаһы ярҙамында хужалығыңды үҫтереүгә дәүләттән биш миллион һумға тиклем финанс ярҙамы алырға мөмкин. Был сумма Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы финанслашыу шарты нигеҙендә бирелә.

Фермер үҙ хужалығын асыу һәм уны үҫтереү өсөн күпме аҡса кәрәк буласағын билдәләй, шул сумманың туҡһан процентын дәүләт ҡаплай, ҡалған ун процент сығымдарҙы иһә эшҡыуар үҙе күтәрә. Әлбиттә, уңғандар өсөн был күп мөмкинлектәр бирә. Мәҫәлән, Әбйәлилдән  Светлана Кинйәбулатова, Әғзәм Насырйәнов грант аҡсаһына балыҡ үрсетергә ниәтләһә,  ә Айбулат Солтанов һыйыр малдарын ишәйтеүҙе күҙ уңында тота. Уңыштар һеҙгә!

Фото: bredynews.ru

 

Автор:
Читайте нас: