Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июль 2022, 10:30

Ураҡҡа төшөр мәл етә

Ә Башҡортостан аграрийҙары быға әҙерме? 

Ураҡҡа төшөр мәл етә
Ураҡҡа төшөр мәл етә

Бөгөн республикала баҫыуҙарға сығырға тейеш агрегаттарҙың  96 проценты әҙер. 

- Июлдең өсөнсө декадаһында уңыш йыйып алыуға төшөргә  әҙерләнәбеҙ, - ти  Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов. - Төбәк аграрийҙарына 1 миллион 530 мең гектар бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алаһы бар, шул иҫәптән 295 мең гектар - көҙгө бөртөклө культуралар, 1 миллион 235 мең гектар - яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Шуныһы мөһим, эш тиҙлеге техник модернизациялау арҡаһында йылдан-йыл арта, яңы техникалар һатып алына. Был эш алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк. 

Был эштәр ил Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән  "Ауыл хужалығы" проекты дөйөм дәүләт сиктәрендә башҡарыла.

Фото: lenino.rk.gov.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: