Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Август 2022, 09:35

Өфө көнсығыш юлының яртыһы әҙер

Көнсығыш сығыу юлы 1,2 км оҙонлоҡтағы автомобиль тоннелен, Ҡариҙел аша 2,7 км оҙонлоҡтағы эстакадалы күпер һәм 10 км оҙонлоҡтағы автомобиль юлын үҙ эсенә ала.

Өфө көнсығыш юлының яртыһы әҙер
Өфө көнсығыш юлының яртыһы әҙер

Көнсығыш сығыу юлы - Волга буйы федераль округында иң ҙур инфраструктура проекты. Был  юл М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ һәм Өфө урамдарынан транзит ағымдарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Объектты 2024 йылда

файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған.

 - Көнсығыш сығыу юлын төҙөү билдәләнгән график буйынса бара. Ул  Башҡортостан баш ҡалаһының, айырым алғанда, Ҡариҙел йылғаһы аръяғы райондарының транспорт инфраструктураһын байтаҡ яҡшыртасаҡ. Бынан тыш, транзит ағымдарын кәметер, - тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

 Көнсығыш сығыу юлы 1,2 км оҙонлоҡтағы автомобиль тоннелен, Ҡариҙел аша 2,7 км оҙонлоҡтағы эстакадалы күпер һәм 10 км оҙонлоҡтағы автомобиль юлын үҙ эсенә ала. Август башына тоннелдең даими конструкциялары 50 процентка үтәлгән.

Төҙөлөш "Хәүефһеҙ һәм юғары сифатлы автомобиль юлдары" проекты дөйөм дәүләт программаһына ярашлы алып барыла. 

фото: правительство.ру

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: