Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Август 2022, 13:00

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Нефтекама ҡалаһының бала табыу йорто янында вертолет майҙаны төҙөләсәк...

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп
Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

 

Нефтекама ҡалаһының бала табыу йорто янында вертолет майҙаны төҙөләсәк, сөнки пациенттарҙы йыш ҡына  баш ҡала дауаханаларына илтергә кәрәк була. 

– Медицина учреждениеһында вертолет майҙаны – ҙур күләмле эш, уны төҙөү өсөн ваҡыт та, аҡса ла кәрәк. Барыһын да тиҙ генә булдыра ла алмаҫбыҙ, сөнки бөтә  төп средстволар дауалау-диагностика эшмәкәрлегенә китә. Әммә беҙ яңғыҙ түгел, ҡала хакимиәте, депутаттар корпусы, эшҡыуарҙар ярҙам итергә әҙер, – ти Нефтекама дауаханаһының баш табибы Морат Афзалов.

Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлемен  кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен  аҙайтыу, сабыйҙар үлемен кәметеү,  һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: