Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Сентябрь 2022, 10:30

Етемдәр фатир алып ҡыуанды

Яңы йорттарҙа бәхет-шатлыҡ хакимлыҡ итеп, бында күсенеүселәргә рәхәтләнеп йәшәргә генә яҙһын.

Етемдәр фатир алып ҡыуанды
Етемдәр фатир алып ҡыуанды

Ошо көндәрҙә Ғафури районының  алты кешеһенә Красноусолдың М.Кәрим урамында социаль йүнәлешле төҙөлгән йорт асҡыстары тантаналы шарттарҙа буласаҡ хужаларына тапшырылды. Был сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, Красноусол ауылы биләмәһе башлығы Юлай Нәзиров һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, етем балаларҙы ҡарап үҫтергән атай-әсәйҙәре, апай-ағайҙары ҡатнашты.
Фәнзил Фәйез улы буласаҡ өй хужаларына асҡыстар һәм йорт таныҡлығы тапшырып: “Бөгөн барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға – һеҙ фатирлы булаһығыҙ. Һеҙгә көнкүрешегеҙҙе яйға һалып, донъяғыҙҙы йәмләп, матур итеп йәшәп китеүегеҙҙе, ошо өйҙәрҙә балалар үҫтереүегеҙҙе теләйбеҙ”, - тине.
Бына торлаҡлы булыусылар: Захар Пономаренко, Варвара Хәбибуллина, Руслан Рәхмәтуллин, Алһыу Мартемьянова, Дамир Исламғолов, Динара Рафиҡова. Барыһы ла күптән көтөлгән йорт алыу шатлығын кисереп, күңел түренән урғылып сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Ҡулдарына асҡыс тотҡан йәштәр ошо сарала ҡатнашыусылар менән бергәләп үҙҙәренә тәғәйенләнгән өйҙәрҙе күрергә ашыҡты. Барыһы ла яңы өйгә уң аяҡ менән баҫып, етәкселек бар эштәрҙең нисек эшләнеүен ентекләп ҡараһа, өй туйлаусылар тыштағы һыуыҡтан һуң өй йылыһын тойоп, хәҙер инде үҙенә тартып торған үҙҙәренең йылы усаҡтары булыуына һөйөнөс кисереүҙән күҙҙәре балҡып китте.
Бер-береһенә яҡын урынлашҡан ике йорттоң һәр береһе дүрт хужа өсөн берәр фатирлы итеп төҙөлгән. Яҡты, матур өйҙәрҙә йәшәүгә бар уңайлыҡтар булдырылған. Өй эргәһендә матур итеп юл-һуҡмаҡтар ҙа эшләнгән.
Яңы йорттарҙа бәхет-шатлыҡ хакимлыҡ итеп, бында күсенеүселәргә рәхәтләнеп йәшәргә генә яҙһын.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: