Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2022, 10:15

Бигерәк шәп мәктәп буласаҡ!

Дүрт ҡатлы мәктәптә тамашалар залы, ашхана, ике спорт залы, табип бүлмәһе, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинеттары, мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн пандустар, лифт бар.

Бигерәк шәп мәктәп буласаҡ!
Бигерәк шәп мәктәп буласаҡ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Учалыла төҙөлгән 1225 урынлыҡ яңы мәктәпте ҡорамалдар менән йыһазландырыу темптарын арттырырға ҡушты. Ул йома көндө эш сәфәре барышында ошо белем усағында булғанын да әйтте.

«Төҙөүселәрҙең бөтә эштәрҙе сифатлы башҡарғаны, сифатлы материалдар ҡулланғаны күренеп тора. Йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Мәктәп балаларҙы ҡабул итергә әҙер», — тине республика етәксеһе.

18,3 мең квадрат метр майҙанлы дүрт ҡатлы мәктәптә тамашалар залы, ашхана, ике спорт залы, табип бүлмәһе, процедуралар, прививка яһау һәм стоматология кабинеттары, мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн пандустар, лифт бар.

Мәктәп Башҡортостанда иң ҙурҙарының береһе булыр тип көтөлә. Әйткәндәй, белем усағы  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы төҙөлә. 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Олег Яровиков

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: