Быйыл ғинуар-июль айҙарында Башҡортостанда экспорот күләме 28 процентҡа артҡан. Ғөмүмән, республиканың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә экспорттың өлөшө күп. Был күләм 85 процентҡа тиң, ә импорт - 15 процент. Ете айҙа экспорт буйынса әүҙем тәүге ун ил – Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан, Нидерландтар, Төркиә, Финляндия, Һиндостан, Беларусь, Польша, Иран.
Башлыса сит илгә аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы; химия сәнәғәте һәм каучук тауарҙары, текстиль, туҡыма әйберҙәр һәм аяҡ кейеме; яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, ашлама әйберҙәр; күп сеймал, тире оҙатыла. Әлбиттә, экспорт
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыла.
Фото: alshvesti-b.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан