Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ноябрь 2022, 09:40

Ибраһимов бульвары ялтлап торасаҡ

Элек был бик бульвар насар хәлдә ине һәм тейешле талаптарға ла яуап бирмәне.

Ибраһимов бульвары ялтлап торасаҡ
Ибраһимов бульвары ялтлап торасаҡ

Өфөлә транспорт иң күп йөрөгән, баш ҡалабыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Ибраһимов бульварына капиталь ремонт тамамланыуға табан бара. Был юл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты объекттары исемлегенә индерелгәйне. Ибраһимов бульварына капиталь ремонт үткәреүгә контракт 2020 йылдың ноябрь айында төҙөлгәйне. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – яҡынса 265 миллион һум. Бөгөнгә эштәрҙең 97 проценты тамамланған да инде. Ошо объектты ағымдағы йылдың ноябрь аҙаҡтарына тапшырырға иҫәп тоталар.

Элек был бик бульвар насар хәлдә ине һәм тейешле талаптарға ла яуап бирмәне. Әле сикте белдергән иҫке таштар яңыға алмаштырылған, техник һыҙаттар яңынан эшләнгән. Бынан тыш, юл полотнаһы яңыртылған, тыштағы электр менән яҡтыртыу ҡоролмаһы үҙгәртелгән һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тәңгәлендә лә күп эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, урам-юл селтәре участкаһында юл билдәләре барлыҡҡа килгән, горизонталь һыҙат һыҙылған. Тиҙҙән яңы светофорҙар ҡуйыласаҡ. Төҙөүселәр йәйәүлеләр тротуарын ремонтлаған һәм тулыһынса плитә һалыу иҫәбенә, Ибраһимов бульвары буйынса сквер тротуарын үҙгәртеп һалған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: