Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Декабрь 2022, 08:30

2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде

Бөгөн илдә уҡытыусы абруйын күтәреү өсөн тағы нимәләр эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?

2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде
2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. 

«Уҡытыусы һәм остаз йылының бурысы – ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү, уҡытыусыларыбыҙға тейешле хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәштәрҙең педагогикаға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң мәктәпкә эшкә киләсәк ижади, һәләтле, әүҙем абитуриенттарҙы педагогик вуздарға йәлеп итеү», - тине Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова.

 Был йүнәлештәге башҡарыласаҡ эштәр ил Президентының май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ итәсәк.

Һүрәттә:  Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Мөнир Ҡарабаев.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: