Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Декабрь 2022, 11:30

- Иҫеңдәме, дуҫ…, һинең теге тәүге кәләшең...

Хәҙерге көндә яҙыусылар, журналистар араһында «Алма аша!» тигән һүҙҙәр тапҡыр һүҙ – лаҡапҡа әйләнгән: урынһыҙ йә тоҙһоҙ һүҙ һөйләгән кешегә, шаярып, мәрәкәләп шулай өндәшәләр.

- Иҫеңдәме, дуҫ…, һинең теге тәүге кәләшең...
- Иҫеңдәме, дуҫ…, һинең теге тәүге кәләшең...

«АЛМА АША!»
Билдәле бер шағир, Рәшит Солтангәрәевтың ҡәләмдәше, тәүге ҡатыны менән тулы ғаилә бәхете ҡора алмау сәбәпле, икенсегә өйләнергә ҡарар итә, туйына дуҫ-иш ҡәләмдәштәрен дә саҡыра. Буласаҡ еңгәбеҙгә ул үҙен егет кеше һәм шағир итеп таныта, башҡаларға ла туй үткәнсе был серҙе яңы кәләшенә сисмәй торорға, ауыҙҙарына йөҙөк ҡабырға ҡуша. Туйҙа арыу уҡ ҡыҙмаса булып алған Рәшит Солтангәрәев, телен көрмәлдерә-көрмәлдерә:
- Иҫеңдәме, дуҫ…, һинең теге тәүге кәләшең.., – тип уға ниҙер һөйләмәксе, ниҙер әйтмәксе итә. Тик Зөһрә Ҡотлогилдиналар, уға һүҙен әйтеп бөтөрөргә лә ирек бирмәйенсә:
– Рәшит ағай, алма аша, алма аша! – тип вазанан иң ҙур ҡыҙыл алманы алып, ысын-ысындан бының ауыҙын ҡапларға тырышалар. Әҙип тә ныҡыш кеше булып сыға: һаман үҙенекен итә, ултыра биргән һайын тора ла шул һүҙҙәрҙән башлап ҡәләмдәшенә өндәшә, ҡыҙҙар ҙа уны алма менән «һыйлауҙан» туҡтамай.
Хәҙерге көндә яҙыусылар, журналистар араһында «Алма аша!» тигән һүҙҙәр тапҡыр һүҙ – лаҡапҡа әйләнгән: урынһыҙ йә тоҙһоҙ һүҙ һөйләгән кешегә, шаярып, мәрәкәләп шулай өндәшәләр.

ШӘП БОТИНКА
Рәшит мәрхүм тыуған яҡтарына, шулай уҡ Күмертауҙа йәшәгән бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙына ҡайтып, ҡунаҡ булып йөрөргә лә, бер юлы эш сәфәре менән мәшғүл булырға ла ярата торғайны. Бер ваҡыт ул Мәләүезгә, әсәһе янына, ҡайтырға сыҡҡан ҡәләмдәше Динис Бүләков менән юл ыңғайы бергә тура килеп, Өфө-Күмертау поезында Күмертауға барырға сыға. Плацкарт вагонда төҫкә-башҡа сибәр йәш ханымдар менән танышып алып, төн буйынса эсеп, кәйеф-сафа ҡороп сыға былар! Таңға табан серем итеп алырға булалар.
Оҙаҡ та тормай проводница Рәшитте уята. Ул тороп, ҡабалана-ҡабалана кейенә лә һуңғы туҡталышта сыға. Ул саҡтағы КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетының Күмертау ҡала комитетында өсөнсө секретарь булып эшләүсе, йәғни идеология буйынса яуаплы Петр Тимофеевич Мельниковтың кабинетына бара. Әңгәмә ҡороп, һөйләшеп ултыралар. Бер аҙҙан Мельников:
– Что с тобой, Рашит? – тип һорай.
– А что?
– Смотри в ноги.
Рәшит аяғына күҙ һалһа: бер аяғында – үҙенең ҡара резина итегенең һыңары, икенсеһендә – ҡыҙыл төҫтәге ҡатын-ҡыҙҙар резина итегенең һыңары. Оятыңдан ер тишегенә ин дә кит! Тик ни хәл итәһең, ҡыйын булһа ла сабыр итәһең. Рәшит ни булғанын өсөнсө секретарға һөйләп бирә. Мельников беренсе секретарь Аркадий Николаевич Безденежныхҡа инеп сыға. Уныһы ойоштороу эштәре бүлеге мөдире Лидия Филипповна Струковаға магазиндан яңы ботинкалар һатышып алып бирергә тигән күрһәтмә бирә. Шулай итеп, Рәшит Солтангәрәев ул ваҡытта бик дефицит иҫәпләнгән шәп аяҡ кейеменә эйә була.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Фото:pxhere.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: