Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ғинуар 2023, 09:15

Бөгөн - Бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнө

Рәхмәт! Ошо һүҙҙе ишетеү күңелдә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыуаныс тойғоһо уятҡанын һәр кем тойғаны барҙыр.

Бөгөн - Бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнө
Бөгөн - Бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнө

Рәхмәт! Ошо һүҙҙе ишетеү күңелдә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыуаныс тойғоһо уятҡанын һәр кем тойғаны барҙыр. Баҡтиһәң, кеше рәхмәт ишетеүгә генә түгел, рәхмәт әйтеүгә лә мохтаж. Иҫкә төшөрәйек әле, урамда, йәмәғәт транспортында, магазинда балағамы, оло кешегәме һүҙ, ҡул ярҙамы күрһәтеп ебәргәндә ҡайһылай рәхәт, ни хәтлем күңел үҫә. Кемгәлер бушлай ярҙам итеү – ошо күңел талабы. Йышыраҡ әйтәйек шул һүҙҙе. Тағы ла йышыраҡ ишетәйек. Бөгөн киң таралған “рәхмәтте кеҫәгә һалып булмай”, “рәхмәтте икмәккә һыламаҫһың” тигән һүҙҙәр урынына “рәхмәтеңә рәхмәт”, “бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр”ҙы күберәк ҡулланайыҡ.Әйткәндәй, бәлки, һеҙҙең ҡасандыр кемгәлер әйтелмәй ҡалған һүҙе барҙыр. Бөгөн барыбыҙ өсөн дә шундай мөмкинселек бар. Йөрәк түренән сыҡҡан изге һүҙегеҙҙе беҙҙең аша ла әйтә алаһығыҙ. 

Фото: haibh.ru

#национальныепроекты

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: