Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар 2023, 12:40

Өфө урамдары матур

Элекке йылдар менән сағыштырғанда, хәҙер юлдар ныҡ яҡшырҙы, ошо тигеҙ юлдарҙан елдереүе үҙе бер кинәнес.

Өфө урамдары матур
Өфө урамдары матур

Өфө ҡалаһының бер нисә урамында эштәр иртәнән кискә хәтлем тынмай. Баш ҡалабыҙҙың Ғабдулла Амантай, Завод, Кемеров, Коммунистик, Менделеев, Новороссийск, Суворов, Чернышевский, Затон шоссеһы урамдарындағы һәм Салауат Юлаев проспектындағы юлдарҙа ремонт алып барылыуы шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Салауат Юлаев проспектына заманса асфальт түшәлгән дә инде. 

– Бер светофоры ла булмаған Салауат Юлаев проспектынан көн дә тигәндәй йөрөйөм, ул күҙгә күренеп яҡшырҙы, – тип ҡыуана водитель Илгиз Сәйетбатталов. – Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың бүтән урамдарына ла асфальт түшәлә. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, хәҙер юлдар ныҡ яҡшырҙы, ошо тигеҙ юлдарҙан елдереүе үҙе бер кинәнес.

Юлдарыбыҙ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы  уңышлы бойомға ашырыла. 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: