Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар 2023, 08:55

Етен орлоғо һорайҙар

Әбйәлил предприятиеһының продукцияһы фитосанитар нормаларға тулыһынса тап килә.

Етен орлоғо һорайҙар
Етен орлоғо һорайҙар

Башҡортостандан Ҡытайға 192 тонна етен орлоғо оҙатылған. Әбйәлил предприятиеһының продукцияһы фитосанитар нормаларға тулыһынса тап килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Россельхознадзорҙан.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йыл уңышы өсөн республикала 55 мең гектар сәселгән, башлыса Урал аръяғында — Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында. Етен — талымһыҙ культура, Башҡортостанда ул туҡыу сеймалы түгел, ә май бирә торған культура булараҡ үҫтерелә.

Етен орлоҡтары сәләмәт туҡланыуҙа әүҙем ҡулланыла, уларҙан етен майы, урбеч, аҙыҡ өҫтәмәләре яһайҙар. Етен ҡалдығы —  малсылыҡ өсөн ҡиммәтле мал аҙығы өҫтәмәһе.

Былтыр республикала май бирә торған культураларға бөтәһе 425,5 мең гектар бүленгән. Етендән тыш, Башҡортостан аграрийҙары көнбағыш (был культураға 300 мең гектар самаһы тура килә), шулай уҡ соя һәм шипкән үҫтереп алған.

Сауҙа  “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы  тормошҡа ашырыла. 

Фото:Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: