

Театрҙы үҙгәртеп ҡороу Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына ярашлы атҡарыла. Был юбилей киләһе йылда көтөлә. Үҙгәртеп ҡорғандан һуң театрҙа 300 урынлыҡ, яңыртылған сәхнә ҡорамалдары булған ҙур һәм 135 урынлыҡ бәләкәй залдар буласаҡ. Яңы төҙөлгән төкәтмә бинала 25 урынлыҡ конференциялар, репетициялар залдары, художество оҫтаханаһы һәм башҡалар урынлашасаҡ. Проект шулай уҡ “Әкиәт” скверын һәм яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүҙе лә күҙаллай. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: building.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан